Республикала Франс Мөжәүировты белмәгән кеше һирәктер. Бигерәк тә Салауат районы уҡытыусылары, мәктәп етәкселәре уны яҡын күрә, үҙ итә. Ошо райондың Әлкә мәктәбендә өс тиҫтә йыл директор булып эшләгән мәлдә ҙур абруй ҡаҙанған етәксе ул. Мөжәүиров етәкләгән мәктәп уҡытыу-тәрбиә буйынса республикала алдынғыларҙан һаналды.
Мәктәп яны майҙансығы ла һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла ине. Әйткәндәй, ул майҙансыҡты ҡатыны — биология уҡытыусыһы Мәздүмә алып барҙы, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, төрлө үҫемлектәр тормошон һынап ҡарау буйынса ҙур эш башҡарҙы. Бының өсөн улар Бөрө педагогия институтына, уның элекке ректоры Камал Әхиәровҡа оло рәхмәттәрен еткерә.
Франс Хәбир улы етәкселегендә кластан тыш эштәрҙе ойоштороуға ҙур иғтибар бүленде. Милли көрәш түңәрәгендә ҡатнашыусыларҙың һөҙөмтәләрен тикшереү, методик ярҙам күрһәтеү өсөн йыш ҡына донъя чемпионы Харис Йосопов саҡырыла торғайны.
Франс Хәбир улының тағы бер матур сифаты булды: уҡытыусы уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешһен өсөн уға йәшәү, донъя көтөү өсөн шарттар булдырырға кәрәк, шунһыҙ педагогтан эш талап итеү урынһыҙ. Мәғариф министрлығы, колхоздар, хужалыҡ етәкселәре ярҙамында тиҙ арала 15 фатир булдырҙы ул. Юғары уҡыу йорттарына Әлкә мәктәбен тамамлаусыларҙы ебәрҙе, уларҙы ауылға ҡайтарып, коллективтың 90 процентын ерле педагогтарҙан тупланы. Әлбиттә, улар эш өсөн йән атып торҙо.
Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә Салауат Юлаев музейының роле баһалап бөткөһөҙ. Әлкә мәктәбендә ошондай музей төҙөүҙе ойоштороуҙа ул ҙур эш башҡарҙы. Унда милли батырыбыҙ, ошо төбәктең тарихы тураһында ифрат бай материал тупланған. Бәлки, шуғалыр ҙа тәү килгән кеше мәктәп менән танышыуҙы музейҙан башлай.
2000 йылда Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезында Франс Хәбир улы Башҡортостан Республикаһы уҡытыусылары исеменән телмәр тотто. Ҡыҙыҡ, съезда ҡатнашыусыларҙан кемдер: "Башҡортостан, ауыл мәктәбе директоры тип, ҙур ғалимды сығыш яһарға сығарған", – тигән хәбәр ҙә таратып өлгөрҙө.
Һәләтле педагогты, оҫта ойоштороусыны район мәғариф бүлеген етәкләүсе итеп ҡуялар. Ләкин ул унда оҙаҡ эшләмәй. Балалар тауышын, мәктәп тормошон һағынып йәшәй. Оҙаҡламай Силәбе өлкәһендәге Әшә районы Кропачево биҫтәһенең 1-се мәктәбенә директор итеп саҡыралар, шунда уҡ өс бүлмәле фатир бирәләр. Дүрт-биш йыл эсендә Франс Хәбир улы был мәктәпте алдынғылар рәтенә сығара. Кәңәшмәләрҙә урыны президиум өҫтәле артында була. Ай һайын награда, премиялар яуып тора. Быға ул үҙе лә аптырап ҡуя.
43 йыллыҡ педагогик стаж эҙһеҙ үтмәгән. Бөгөн ул быны айырыуса ныҡ һиҙә, үҙенең уңған коллективы, мәктәпте тамамлап оло юлға аяҡ баҫҡан уҡыусылары менән ғорурлана. Хәйер, ысын уҡытыусы өсөн шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Һөйөклө ҡатыны менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Өфөлә, улдары Борис полковник дәрәжәһендә Санкт-Петербургта таможняла хеҙмәт итә.
Ысын педагог өйҙә ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Ул, Салауат районына ҡайтып, уҡытыусылар менән осраша. Һабаҡ бирә, тәжрибә уртаҡлаша. Әйткәндәй, "Йүрүҙән" йырын уға еткереп башҡарыусы әлегә юҡтыр, Салауат батыр ат эсергән йылғаны данлап, бөтә хисен биреп йырлай ул. 70 йәшлек юбилейын да йырлап ҡаршылай.