Булмышыбыҙға тоғро ҡалайыҡ31.12.2011
Булмышыбыҙға тоғро ҡалайыҡЯрата ул Яңы йыл байрамын. Мөғжизәле, сихри төн уның бөтә хыялдарын тормошҡа ашырыр, барлыҡ теләктәрен ҡабул ҡылыр төҫлө. Эх, Ҡыш бабай булһамы, бөтә кешелеккә сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына өләшер ине бит ул. Хәйер, Хоҙай Тәғәлә әңгәмәсемдән Ҡыш бабайҙың йомартлығын, Ҡарһылыуҙың һылыулығын, ҡыш айының саялығын йәлләмәгән. Яңы йыл байрамы алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙға ла уның матур теләктәрен юллайбыҙ. Һүҙ — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә ҒҮМӘРОВАҒА.
— Лилиә Салауат ҡыҙы, белеүебеҙсә, Ҡуян йылы һеҙҙең тормошоғоҙға яңынан-яңы яуаплыраҡ, мөһимерәк “биттәр” өҫтәне. Ап-аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына булһа ла, үтә ҡурҡаҡ хайуандың сифаттары был үрҙәрҙе яулағанда ҡамасауламанымы һуң?
— 2011 йыл, ысынлап та, ниндәйҙер кимәлдә хеҙмәтемә һынау осоро булды. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланыуым да хеҙмәт кенәгәмдәге яҙыуҙы ғына түгел, булмышымды ла ҡырҡа үҙгәртте. Хәйер, республиканың бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын да үҙемә ҡарата ышаныс кеүек ҡабул иткәйнем. Яңы йүнәлешкә башланғыс һалыуыбыҙ, ошо институтты юғары кимәлдә көйләй алыуыбыҙ һәм бала хоҡуҡтарын һаҡлау “механизмын” сафҡа ебәреүебеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Әйткәндәй, быйыл миңә яңы йүнәлештең тәүге һөҙөмтәләрен барлау бәхете лә тейҙе. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, иң мөһиме – нигеҙ һалынды.
Депутатлыҡҡа килгәндә, быйыл беҙ социаль йүнәлештәге 60-тан ашыу закон ҡабул иттек. Уларҙың иң әһәмиәтлеләре күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, инвалид балалар үҫтергән ата-әсәләргә, тәрбиәгә ул һәм ҡыҙ алырға теләүсе кешеләргә ҡағыла. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге лә әүҙемләште. Быға, әлбиттә, Президентыбыҙҙың был йүнәлештәге төплө сәйәсәте, мәсьәләнең Хөкүмәт кимәлендә контролгә алыныуы булышлыҡ итмәй ҡалмай. Яңы йылда мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге буйынса совет ойоштороу ҙа күҙаллана.
— Ә шәхси тормошоғоҙҙа үтеп барған йыл ниндәй ҡыуаныслы ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды?
— Ҡыҙым IX класты тамамланы, мөһим бер артылышты яуланы. Ирем менән ғаилә усағын ҡабыҙыуыбыҙға ла егерменсе йыл. Иң мөһиме — яҡындарым, туғандарым иҫән-һау, сәләмәт.
— Яңы йыл байрамын ҡайҙа ҡаршы алаһығыҙ?
— Әлбиттә, яҡындарым янында. Ғөмүмән, Яңы йыл минең өсөн – ғаилә байрамы. Ошо көндәрҙә мотлаҡ ауылға, атай-әсәйҙәребеҙ янына ла ҡайтып киләсәкбеҙ. Яңы йылды нисек ҡаршы алаһың, йыл да шулай үтә, тиҙәр. Шуға беҙ ҙә байрам көндәрендә мотлаҡ туғандар, яҡындар, дуҫ-иштәр янында булырға, осрашып-күрешергә тырышабыҙ.
— Ә һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
— Мөғжизәгә ышанмаған кеше бармы икән ул? Беҙ бит һәр ҡайһыбыҙ күңелебеҙ менән романтик. Әммә был һис кенә лә хыялдар илендә йөҙөп, ысынбарлыҡтан ситләшергә нигеҙ бирмәй. Мин үҙем Сысҡан йылында Уҡсы йондоҙлоғонда тыуғанмын. Йондоҙнамәм — ҙур ярҙамсым. Уҡсылар хисле була тиһәләр ҙә, сысҡандарға хас һаҡсыллығым хәл-ваҡиғаларға айыҡ баһа бирергә, тормоштоң һәр миҙгелен дөрөҫ ҡабул итергә булышлыҡ күрһәтә. Маҡтанып әйтмәйем, әммә минең өсөн үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙән дә ҡәҙерлерәк ғәмәл юҡ. Эргә-тирәләгеләрҙе тыңлай белеү — кешелеклелектең сағыу өлгөһө.
— “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ниндәй теләктәрегеҙҙе юллайһығыҙ?
— Иң мөһиме — һаулыҡ теләйем. Сәләмәтлекте бер ниндәй байлыҡ та, дан-шөһрәт тә, юғары вазифалар ҙа алмаштыра алмай. Яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, балаларығыҙ иҫән-һау булһын. Әлбиттә, заманалар үҙгәрә. Ваҡыт маҡсаттарыбыҙға, теләктәребеҙгә лә ниндәйҙер кимәлдә өҫтәмәләр индерә. Әммә был үҙгәрештәр булмышыбыҙға, рухыбыҙға саң ҡундырмаһын ине. Яңы йыл яңы шатлыҡтар, яңы еңеүҙәр алып килһен, тыуыр таңдарыбыҙ тыныс, яҡты булһын.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.


Вернуться назад