Бындай хәл Баймаҡта булмаған!12.11.2013
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы бер көн эсендә иғтибар үҙәгенә эләкте: тотош Рәсәйгә мәғлүмәт таратыусы НТВ каналының “Ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиғалар” тапшырыуында белем усағында уҡыусыларҙың класташ ҡыҙҙы туҡмауы, сәсенән тартыуы хаҡындағы видеоролик күрһәтелде. Хатта йәберләнгән ҡыҙҙың исем-шәрифе лә телгә алынды.
Был хәл баймаҡтарҙы ғына түгел, тотош республика халҡын шаҡ ҡатырҙы. Һуңғы йылдарҙа балалар араһындағы бер-береңә ҡарата йыртҡыстарса (башҡаса уны нисек атайһың?) мөнәсәбәттең арта барыуы, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡтың төрлө юлдар менән хәл ителеүе хаҡында хәбәрҙәр Интернетта күп осрай. Әлеге видеотаҫманы өс меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Ваҡиға барышын республика Президенты Рөстәм Хәмитов тиҙ арала тикшерергә ҡушты.
Ҡаланың ошо белем усағында уҡыған балаларҙың ата-әсәләре шул көндә үк, бер-береһенә хәбәр итешеп, йыйылыш үткәрә, сюжеттың ысынбарлыҡҡа тап килмәүен асыҡлай. Таҫмалағы факттарҙың тулыһынса район мәктәптәренә ҡағылмауы баштан билдәле булыуға ҡарамаҫтан, комиссия ағзалары уны ентекле тикшерә. Полиция хеҙмәткәрҙәре белем усағының һәр мөйөшөн ҡарай. Лицей уҡыусылары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, төрлө һорауҙарға яуап алына. “Йәберләнгән ҡыҙ” менән комиссия ағзалары шәхсән шөғөлләнә: ул төрлө һорауҙарға аныҡ яуап бирә, яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнеүе, яҡшы уҡыуы асыҡлана. Шулай уҡ ни өсөн тап уның социаль селтәрҙәге сәхифәһенә видеоролик һалынғанлығы тураһында төрлө фекер алышыуҙар була.
Махсус комиссия рәйесе, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов белдереүенсә, был ваҡиға тап ошо белем усағында булған тип әйтергә бер ниндәй нигеҙ юҡ. Уҡыусылар араһындағы йылы мөнәсәбәт лицейға килеп кергәс тә күҙгә салына. Барыһы ла берҙәм мәктәп формаһында йөрөй, бөхтә кейенгәндәр. Өсөнсөнән, видеороликта күренгән йөҙҙәр бөтөнләй был лицейҙа юҡ, бында барыһын да танып беләләр. Йәнә шуныһы бар: бер кабинетта ла обой йәбештерелмәгән.
— Әммә бының менән тынысланырға иртәрәк, – тип һүҙен дауам итте Владимир Викторович. – Хоҡуҡ һаҡлау органдары артабан тикшерер, ғәйепле табылыр.
Видеояҙмалағы сюжеттың бынан өс йыл элек Рәсәй ҡалаларының береһендә булғаны билдәле. Хатта ундағы уҡыу йортоноң исеме лә сағылып ҡала. Әммә ни өсөн Интернет селтәренә ошо уҡ хәл ҡайтанан һалынған һәм ул ни өсөн Баймаҡта булған тип хәбәр ителә – һорау асыҡ килеш ҡала. Осраҡлы хәлме, кемдеңдер “әсе шаяртыуы”мы? Был хәл журналистарҙың тағы ла яңылыҡ артынан ҡыуыуынан килеп сыҡтымы тигән фараздар ҙа юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, ваҡиға тотош районды ғына түгел, хатта республиканы бөтә Рәсәйгә кире яҡтан күрһәтеүгә килтерҙе. Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей коллективы НТВ телеканалы күрһәткән хәлдең дөрөҫ булмауын раҫларлыҡ сюжеттың тиҙ арала эфирға сығыуын талап итергә ҡарар ҡылды.