Иң яҡшы сайт кемдеке?12.11.2013
Ауырғазы районы хакимиәтенең рәсми сайты Рәсәй кимәлендәге “Иң яҡшы муниципаль сайт” конкурсында, Воронеж өлкәһенең Рамон районы порталынан ғына ҡалышып, лауреат булды.

Республикалағы муниципаль берәмектәрҙең бындай ярышта күптән призлы урын алғаны юҡ ине. 2003 — 2004 йылдарҙа Өфө сайты ғына лауреат һәм еңеүсе булғайны.
Конкурсты Муниципаль академия, Федерация Советының һәм Дәүләт Думаһының Урындағы үҙидара мәсьәләләре комитеттары, “Управа” журналы редакцияһы ойоштора. Еңеүселәр һәм лауреаттар 22 ноябрҙә Мәскәүҙә бүләкләнә.


Вернуться назад