Яңы үҙәк ойошторола12.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, республикабыҙҙа Халыҡты социаль яҡлау үҙәге асыла. Уны Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Ведомствоға 2 декабргә тиклем яңы учреждениеның уставын раҫларға һәм уны рәсми теркәү өсөн документтарҙы тапшырырға, структураһын, финанслау сығанағын һәм күләмен билдәләргә, үҙәктең оператив идараһына тапшырылырға тейешле милектең исемлеген төҙөргә ҡушылды. Бойороҡҡа ярашлы, ойошманың штат иҫәбе 1 428 берәмек тәшкил итәсәк.