Тырышлыҡ ҡына һөҙөмтә бирә12.11.2013
Тырышлыҡ ҡына һөҙөмтә бирәЙола буйынса, Рәсәйҙең эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө илдә киң билдәләнә. Уҙған йома М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында был һөнәри байрам уңайынан ҙур тантана булды.

Театрҙа алма төшөрлөк тә урын юҡ, ул мундирлы кешеләр менән тулған. Араларында ветерандар, курсанттар ҙа байтаҡ ҡына. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та ҡатнашты.
— Кешеләрҙең тормошо һәм һаулығы, дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә һәм оҫталығығыҙға бәйле. Беҙҙең төп маҡсат — граждандарға хәүефһеҙлек тәьмин итеү. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдары бергә эшләгән урында һәр саҡ һөҙөмтә күренә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Башҡортостандың эске эштәр хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ яҡшы иҫәптә булды һәм шулай ҡала. Һуңғы йылдарҙа төбәктә енәйәтселек кимәле Волга буйы федераль округы һәм ил буйынса иң түбәндәрҙең береһе. Был — һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе.
Президент именлек һаҡсыларына барыһы өсөн рәхмәт әйтте һәм алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең бер төркөмөнә Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин да коллегаларын байрам менән ҡотланы һәм яҡшы хеҙмәкәрҙәрҙе Хөкүмәт, ведомство наградалары менән бүләкләне. Байрам концерт менән тамамланды.


Вернуться назад