Ҡатын-ҡыҙ һаулығы гәлсәрҙәй нескә12.11.2013
Ҡатын-ҡыҙ һаулығы гәлсәрҙәй нескәФларида Фуат ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВА иң изге һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған: өс тиҫтә йылға яҡын ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында тороусы, гүзәл заттарҙың сәләмәтлеге өсөн ысын күңелдән көйөп-яныусы тынғыһыҙ булмышлы табип ул. Ундайҙар хаҡында ябай ғына итеп “үҙ һөнәренең оҫтаһы” тиҙәр.

Һүҙҙе алыҫтаныраҡ башлайыҡ: Нуриман районының Иҫке Күл ауылында беҙҙең баҫманың тоғро дуҫтары бар: Рәсимә менән Фуат Бәҙретдиновтар “Башҡортостан” гәзитен дүрт тиҫтә йылға яҡын алдыра. Был матур ғаиләне ауылда ғына түгел, тотош районда хөрмәт итәләр – фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған Бәҙретдиновтар 55 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, оло тормош юлына сығарған. Рәсимә Мәжит ҡыҙы – РСФСР-ҙың сауҙа отличнигы, Фуат Ғилман улы – Нуриман районының абруйлы уҡытыусыларының береһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Бына ошондай матур ғаиләнең бәрәкәте-ҡото булып, дүрт ир бала араһында үҫеп буй еткергән Фларида Фуат ҡыҙы.
– Бәләкәй саҡта йыш сирләй торғайным, – ти ул, хәтирәләрен барлап. – Шуға күрә үҫкәс мотлаҡ табип буласаҡмын тигән ниәт тыуҙы. Мәктәпте тамамлағас, тәүге йылда уҡ медицина институты студенты булып китергә яҙмаһа ла, хыялыма хыянат итмәнем: икенсе йыл тағы ла көсөмдө һынап ҡараным. Нисек кенә булмаһын, һайлаған һөнәрем өсөн бер тапҡыр ҙа үкенес кисермәнем. Табиплыҡ булмышымда: кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү, ярҙам итеү тойғоһо көслө. Студент саҡта уҡ акушер-гинеколог булырымды белә инем: ҡатын-ҡыҙ һаулығы, әсәлек, бала тыуҙырыу проблемалары борсоно һәм әле лә борсой.
Фларида Фуат ҡыҙы хеҙмәт юлын участка акушер-гинекологы булып башлаған, оҙаҡ йылдар Өфөләге ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларының береһенә етәкселек иткән. Бөгөн иһә медицина фәндәре кандидаты белемен һәм тәжрибәһен республиканың төрлө төбәктәрендә эшләгән табиптар менән уртаҡлаша: Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институтының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы ассистенты булараҡ дәрестәр алып бара.
– Ҡасандыр һөнәр нескәлектәрен төшөндөргән остаздарым – билдәле медицина әһелдәре, профессорҙар Шамил Хәнәфи улы Ганцев, Василий Агеевич Кулавский, Надежда Николаевна Глебова менән бергә эшләүем, улар йөҙөндә таяныс табыуым менән бәхетлемен, – ти Фларида Фуат ҡыҙы.
Гәзит уҡыусыларҙы иһә тәжрибәле табиптың тормош тураһындағы фекерҙәре, кәңәштәре менән таныштырырға булдыҡ. Был бигерәк тә һеҙҙең өсөн мөһим, гүзәл заттар.

Акушер-гинеколог, медицина фәндәре кандидаты Фларида БӘҘРЕТДИНОВАНЫҢ тәжрибәһенән:

Битарафлыҡ бәләһе

Беҙҙең халыҡтың ғәжәйеп үҙенсәлеге бар: һаулығы хаҡында даими хәстәрлек күреү урынына, “эй, үтер әле”, “бер нәмә лә булмай ул” тигән инаныуға ышанып йәшәй. Күпселек осраҡта, сирләп, аяҡтан йығылғансы, йә иһә организмда дауалап та еңеп булмаҫлыҡ үҙгәрештәр башланғансы… Ә иҫкәртеү медицинаһы пациент өсөн дә, дәүләт өсөн дә күпкә отошло һәм арзаныраҡҡа төшә. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә килгәндә, һүҙ предгравидар, йәғни йөклөлөк осорона әҙерлек хаҡында бара. Аныҡлап әйткәндә, был – диагностика, дауалау һәм иҫкәртеү буйынса махсус саралар комплексы. Уның ярҙамында ҡатын-ҡыҙ организмы әсәлеккә бәйле үҙгәрештәргә әҙерләнә һәм, йөклөлөктө уңышлы үткәреп, һау-сәләмәт бала табыуға ынтыла. Бының өсөн ике ябай ғына шартты үтәү зарур: ауырға ҡалыуҙы планлаштырыу һәм ниәтләгән ваҡыттан бер нисә ай алда акушер-гинекологка консультацияға барыу, тикшереүҙәр үтеү. Иргә иһә урологка күренеү зыян итмәҫ.
Беҙҙә иһә “Аллаһы Тәғәлә бирҙе, Аллаһы Тәғәлә алды” тигәнерәк ҡалыпҡа таяналар. Бигерәк тә иҫәпкә баҫам тип килгән ауырлы ҡатындарҙа йыш ҡына төрлө сирҙәр гөлләмәһе табылыуы аяныс: беренсенән, уны барыбер ошо осорҙа тейешенсә дауалап булмаясаҡ, икенсенән, һаулығы ҡаҡшаған әсәнән һау-сәләмәт бала тыуыуы икеле. Элегерәк “йөклөлөк – сир түгел, ә организмдың торошо” тигән инаныу ысынбарлыҡҡа тап килһә, хәҙер иһә, тәжрибәле белгес булараҡ, “йөклөлөк шулай ҙа сирҙер” тигәнгә нығыраҡ инана барам.

“Инфекция” тигән
дошман

Кеше организмында һанһыҙ микроорганизмдар йәшәй. Енси партнерҙар йыш алмашынғанда, тимәк, уларҙың әйләнеш түңәрәге лә киңәйә бара. Инфекция йөрөтөүселәр, кешенең иммун системаһына ҡарап, үҙен бөтөнләй һиҙҙермәүе бар, ә бәғзеләр ошо сәбәптән сирләп, оҙаҡ дауаланыуы, унан да бигерәк, ғүмерлеккә түлһеҙ ҡалыуы ихтимал. Ғөмүмән, енси юл менән күсеүсе йәшертен инфекциялар әлеге ваҡытта акушерлыҡ, гинекология, урология һәм перинаталогияның төп проблемаларының береһе булып ҡала, ә аныҡ мәсьәләнең нигеҙе социаль ысынбарлыҡҡа барып тоташа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә “енси тәрбиә” тигән төшөнсәне бөтөнләй һанға һуҡмайҙар: ғаиләнән башлап дәүләт кимәлендә лә иғтибар юҡ. Ә бушлыҡты тултырырға, бәйһеҙлек, аҙғынлыҡ күренештәрен нормаға әүерелдерергә торған көстәр йоҡламай.
Йәмғиәттә барыһы ла үҙ-ара бәйле: бөгөн рухи йәһәттән яһалған хаталы аҙымдар киләсәктә йәштәрҙең хыялын селпәрәмә килтергән ҙур проблемаға әүерелеүе бар. Мәҫәлән, “Дом-2” кеүек тәрбиәүи яҡтан бер әһәмиәте булмаған, балаларҙың нығынып бөтмәгән аҡылын әхлаҡи йәһәттән тарҡатҡан тапшырыуҙар тыйылырға тейеш, минеңсә.

Киләсәк быуындың
һаулығы мөһим

Үҫмерҙәрҙең һаулығын бөгөндән хәстәрләгән саҡта, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ярайһы уңыштарға өлгәшергә мөмкин, тип иҫәпләйем. Ә йәштәрҙең сәләмәтлеккә төкөрөп ҡарауы үтә аяныс. Һаулыҡҡа шундай уҡ мөнәсәбәт тәрбиәләнгән быуындың хәҙер үҙ балалары үҫеп килеүе, уларҙың был йәһәттән бөтөнләй белемһеҙ булыуы икеләтә үкенесле. Минеңсә, ҡыҙ баланың репродуктив һаулығы өйҙән башлап, мәктәптә лә, йәмғиәттә лә һаҡланырға тейеш. Бының өсөн сәләмәтлеккә бәйле проблемалар тураһында мәғлүмәт бирергә, иҫкәртергә, организмға һаҡсыл ҡарашты бала саҡтан уҡ аңға һеңдерергә кәрәк. Әлегә беҙҙең үҫмерҙәр ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе лә үтәмәй: үҙәккә үтерлек һалҡындарҙа капрон ойоҡ кейеп, эс-билен күрһәтеп йөрөгәндәр бихисап. Тәмәке тартыу, һыра һемереү, енси партнерҙарҙы йыш алмаштырыу кеүек насар ғәҙәттәр иһә киң мәғлүмәт саралары аша зыянһыҙ, ҡәҙимге күренеш булараҡ популярлаштырыла. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йәшлектәге битарафлыҡты һаулыҡ ғәфү итмәй, ҡасан да булһа барыбер ауазы ишетеләсәк.

Аборт – иң аяуһыҙ аҙым

Акушер-гинеколог булараҡ, аборт мәсьәләһенә айырым туҡтап китер инем. Был ғәмәлдең ҡатын-ҡыҙ организмына ҡарата яһалған иң аяуһыҙ, ҡанһыҙ процедура икәнлеген йәнә бер билдәләү зарур. Заман ҙур аҙымдар менән алға бара: хәҙер контрацептив сараларҙың ниндәйе генә юҡ! Халыҡтың да был йәһәттән мәғлүмәтлерәк була барғанын йыш телгә алалар. Мәгәр аборттар һаны буйынса Рәсәй барыбер донъяла тәүге урында килә. Рәсми сығанаҡтар буйынса, илдә сәғәтенә 300 аборт яһала. Уйлап ҡараһаң, ҡот осҡос һандар. Икенсе яҡтан, был халыҡтың әхлаҡи кимәлен күрһәтә, шул уҡ ваҡытта ошо төр хеҙмәттең юлы еңел һәм һәр кемгә асыҡ икәнлеген дә иҫбатлай (ҡайһы бер илдәрҙә аборт яһатыу бик мөһим күрһәткестәр буйынса ғына эшләнә).
Аборттарҙың сәбәбен әлеге лә баяғы беҙҙең халыҡҡа хас битарафлыҡта, “бер нәмә лә булмай ул” тигән ҡарашҡа инаныуға бәйләйем. Киҫкен социаль проблемаға әйләнгән күренештең эҙемтәләре ниндәй икәнлеген акушер-гинекологтар яҡшы белә: Рәсәйҙә йылдан-йыл балаһыҙ ғаиләләр арта. Бик теләп тә, әсәлек бәхетен татый алмаған алмалай ҡатын-ҡыҙҙар үтә йәл: күп осраҡта әлеге лә баяғы йәшлек хаталары үҙен белдерә. Хәйер, был осраҡта бар ғәйепте гүзәл заттарға ғына япһарып ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине. Миңә ҡалһа, бер генә ҡатын да үҙе теләп, ғазап кисермәйенсә абортҡа бармайҙыр, тим. Ә ир-аттың яуаплылығы, ныҡлы иңе ҡайҙа? Йәл, әммә күп осраҡта пар өсөн иң ҡатмарлы мәлдә көслө зат вәкилдәре көсһөҙ һәм хаяһыҙ, хатта ҡурҡаҡ әҙәмгә әүерелә, ҡатынды аборттан аяп ҡалыу урынына икеләнеү-яуапһыҙлығы менән үҙе үк шул аҙымға этәрә.

Шәхси клиникалар хаҡында

Был – заман күренеше, уның ыңғай яҡтары бихисап. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта дәүләт медицина учреждениеһында бер тикшереү үтеү өсөн алдан яҙылырға, сират көтөргә һәм башҡа бихисап ҡаршылыҡты үтергә кәрәк. Ә шәхси клиникалар билдәле хаҡҡа пациентты тиҙ арала һәр яҡлап тикшерергә, уға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер. Күп осраҡта унда дәүләт медицина учреждениеларында тәжрибә туплаған, йә иһә ике урында ла уңышлы эшләгән табиптар ҡабул итә. Әйткәндәй, әле һаулыҡ һаҡлау тармағының ныҡлығын тап совет осоронда белем алған, тәжрибә туплаған медицина әһелдәре тәьмин итә, тип уйлайым. Әлбиттә, йәш быуын табиптары араһында бик һәләтле шәп белгестәр булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар өсөн тәүге урында пациенттың һаулығы түгел, ә уларҙан аласаҡ табыш күләме тора.
Ҡатын-ҡыҙ һаулығына ҡағылышлы үҙенсәлектәргә килгәндә, күп кенә шәхси клиникалар әсәлек проблемаларын хәл итеүҙең заманса юлдарын тәҡдим итә: суррогат әсәлек, ЭКО алымы, мәҫәлән. Әгәр ҙә әсәлек бәхетен кисереү өсөн был һуңғы мөмкинлек икән, ни өсөн уны ҡулланмаҫҡа? Был йәһәттән, сифатлы, юғары технологиялы алымдар тәҡдим иткән клиникаларҙың эше ыңғай баһаға лайыҡ.
Әммә кире күренештәр ҙә юҡ түгел. Шәхсән үҙемә килгәндә, табип булараҡ, миндә бер-ике сәғәт эсендә ҡатмарлы анализдар эшләгән, аборттарҙың төрлө төрөн тәҡдим иткән клиникалар шик тыуҙыра. Сөнки ҡайһы бер анализдарҙы дөрөҫ баһалар өсөн микроорганизмдарҙың үҙ-үҙен тотошон бер нисә көн дауамында күҙәтеү фарыз, бының өсөн күптән һыналған алымдар бар.
Үрҙә телгә алынған аборт проблемаһы буйынса иһә, был төр клиникаларға йәмәғәтселектең генә түгел, илебеҙҙең юғары власть даирәләренең дә дәғүәләре бар: ҡайһы бер белгестәрҙең фекеренсә, улар түләүле хеҙмәт күрһәтеп, атап әйткәндә, аборт яһап (ниндәй төрөн генә рекламаламайҙар!), килем артынан ҡыуа, кеше бәләһендә бизнес яһай. Улар менән килешмәйенсә мөмкин түгел.

Заман табиптары һәм пациенттары тураһында

Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе тенденциялары ҡырҡа үҙгәрә, шул иҫәптән табип һәм пациенттың традицион үҙ-ара мөнәсәбәте лә. Совет осоро менән сағыштырғанда, был мөнәсәбәт күберәк иҡтисади күрһәткестәргә ҡайтып ҡала, маркетинг йүнәлешен ала бара. Табип, классик билдәләмәләр буйынса, физик һәм психик һаулыҡты нығытырға, бала табырға, ғүмерҙе оҙайтырға, сирлеләрҙең ғазаптарын еңеләйтергә ярҙам итеүсе булһа, һуңғы осорҙа был һөнәр эйәһе үҙ хеҙмәтен һәм уның һөҙөмтәләрен билдәле хаҡҡа һатыусы булараҡ ҡабул ителә.
Шундай осорҙа йәшәйбеҙ: табиптар ғына түгел, пациенттар ҙа һәр яҡтан мәғлүмәтле хәҙер, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән әүҙемдәр күбәйә. Бер яҡтан был ыңғай күренеш булһа, икенсе яҡтан табиптарҙың эшен ҡатмарлаштыра. Хәҙерге система былай ҙа, пациентты дауалауҙан бигерәк, ҡағыҙ эшенә өҫтөнлөк бирә. “Пациент һәр ваҡыт хаҡлы” тигән яҙылмаған ҡанун да ҡайһы саҡта уғата зыянлы. Ауырыуҙар онотоп китә: табип – шундай уҡ кеше, уның да башҡаныҡы кеүек шәхси тормошо, көндәлек проблемалары һәм, әлбиттә, сир-сырхауҙары бар. Интернет селтәрендәге төрлө мәғлүмәткә нигеҙләнеп, “һеҙҙән күберәк беләм” тигән ҡиәфәт менән табипҡа килгән кешегә ҡарата кире тойғо тыуа. Ә һөҙөмтәле дауалау өсөн пациент менән үҙ-ара ышанысҡа ҡоролған мөнәсәбәт тә мөһим бит.

Шулай ҙа була…

Участка табибы булып эшләгәндә, төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙы осратырға тура килде. Кемдеңдер һаулығын хәстәрләйһең, бәғзеһенә тормошсан кәңәштәр ҙә бирәһең… Ҡыҫҡаһы, акушер-гинекологта психолог сифаттары, кешелеклелек, тыңлай һәм аңлай белеү кеүек һыҙаттар мотлаҡ булырға тейеш – гүзәл заттарҙың ниндәй холоҡлоһо ғына юҡ!
…Бер ваҡыт, шулай, ишек асылып китте лә күҙҙәре аҡайған, асыуы йөҙөнә сыҡҡан ҡатын кабинетҡа ел уйнатып атылып килеп инде. Дөрөҫөн әйткәндә, боғаҙымдан ала инде тип ҡурҡып киттем хатта. Шәфҡәт туташы менән бер-беребеҙгә һүҙ әйтеп өлгөргәнсе, пациент талабын белдерҙе:
– Мин ауырлы! Аборт эшлә миңә! Хәҙер үк!
Баҡһаң, 30 йәше лә тулмаған был ҡатын яңы ғына төрмәнән сыҡҡан. Үҙен бик насар тойғас, хәленә төшөнгән – бәпес көтә икән. Беренсегә түгел, әммә быға тиклем бер генә сабыйын да тыуҙырырға йөрьәт итмәгән, аборт яһатҡан. Ҡыҫҡаһы, яндырай ҡатынды тәүҙә тынысландырырға, артабан оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырырға, шәхси ярҙам вәғәҙә итергә тура килде. Иң мөһиме – сабыйын ҡалдырырға өгөтләнем: кем белә, уның үҙ һаулығына ҡарата булған мөнәсәбәте менән киләсәктә әсә була алырмы-юҡмы? Әлбиттә, ауыр холоҡло, тормошто үҙ күҙлегенән сығып баһаларға өйрәнгән ҡатын менән эшләүе еңелдән булманы. Уның ҡарауы, бер ни тиклем ваҡыттан һуң донъяға һап-һау малай тыуҙы. Был хәлдең нимә менән бөткәнен белмәҫ тә инем, оҙаҡ йылдар үткәс, ҡатын мине үҙе эҙләп тапты.
– Һеҙгә рәхмәтемде белдерергә килдем. Әгәр ҙә шул ваҡыт юлымда осрамаған булһағыҙ, кем белә, бәлки, улым донъяға килмәҫ тә ине... Бөгөн ул — минең берҙән-бер таянысым, ҡыуанысым, ғорурлығым. Университет тамамланы, спорт менән шөғөлләнә, уңыштары ифрат шатландыра, – тип хәбәрен һөйләп китте ул.
Был ҡатын өсөн бик ҡыуандым, күңел күтәренкелеге кисерҙем – ҡасандыр урынлы әйтелгән йылы һүҙ тотош яҙмышты үҙгәртергә һәләтле…

Йомғаҡлау урынына

Тәжрибәле табиптың ҡыҙыҡлы һәм төплө фекерҙәре гәзит уҡыусыларҙы, бигерәк тә гүзәл заттарҙы уйландырһа, маҡсатыбыҙға өлгәшкәнбеҙ тип иҫәпләйәсәкбеҙ. Нисек кенә булмаһын, һаулығыбыҙ өсөн үҙебеҙ яуаплы. Ә Фларида Фуат ҡыҙын, форсаттан файҙаланып, ошо көндәрҙә билдәләйәсәк оло байрамы – күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, уға һаулыҡ, эшендә уңыштар теләйбеҙ!


Вернуться назад