Бөгөн заман башҡа – тауҙарҙы ла кәрәк яҡларға!12.11.2013
…Ҡасандыр, бик боронғо замандарҙа, ерҙә йәшәгән барлыҡ халыҡтарға Аллаһ Тәғәлә ер таратып бирергә булған. Тик нисек итеп ғәҙел бүлергә һуң? Бының өсөн ул һәр халыҡҡа башта уҡ ҡунаҡ ебәргән.
— Мин ебәргән ҡунаҡты һыйлағыҙ, ашатығыҙ-эсерегеҙ, бар теләген үтәгеҙ, шунан һуң үҙегеҙгә тәғәйен ерҙе алырға килерһегеҙ, — тигән. Халыҡтар Аллаһ ебәргән ҡунаҡты төрлөсә һыйлап, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп оҙатҡан. Тик башҡорттар ғына барыһына ҡарағанда ла оҙағыраҡ һәм ихласыраҡ ҡунаҡ иткән. Аллаһ Тәғәлә барыһына ла ер бүлеп биреп оҙатҡас та, улар һаман килмәгән. Аптырағас, ул башҡорттарға үҙе мөрәжәғәт иткән.
— Ниңә оҙаҡлайһығыҙ? – тип һораған ул.
— Эй, Тәңребеҙ, үҙегеҙ әйткәнсә эшләнек, ебәргән ҡунағығыҙҙы күңеле булғансы һыйланыҡ, ни теләһә, шуны бирҙек, йоҡлаттыҡ, күңелен күрҙек, шуға һуңлап ҡалдыҡ, ғәфү ит инде, — тигәндәр.
— Йомартлығығыҙ, игелегегеҙ өсөн һеҙгә ерҙең йәннәт кеүеген, иң матур урынды бирәм, — тип яуаплаған Аллаһ һәм башҡорттарҙы гүзәл Урал менән бүләкләгән.
Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы бына шулай борондан килә, ләкин артыҡ ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, бөгөн ерһеҙ-һыуһыҙ ҡалып ҡуймайыҡ.
Торатау – донъяға билдәле уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ул беҙҙең заман ғалимдары, белгестәре тарафынан күптән инде шулай итеп ҡағыҙға теркәп ҡуйылған. Бынан 200 миллион йыл самаһы элек, Урал тауҙарының формалашыуы барышында уҡ, хасил булған һәм Ер йөҙөндә иртә Пермь йәшендәге берҙән-бер тау массивы иҫәпләнә ул. Торатау — фәнни, экологик һәм эстетик йәһәттән ҡиммәтле тәбиғәт мөғжизәһе. Ошо хәҡиҡәт 1965 йылдың 17 авгусында БАССР Министрҙар Советының 465-се ҡарарында ла теркәлгән, һәм уға «республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы» тигән статус бирелгән.
Торатау башында кинәнеп бер баҫып тороуы үҙе ни тора! Тик тирә-яҡта тәгәрәп ятҡан шешә, һыра һауыттары, элек күпереп үҫкән сәскә-үләндең күҙгә күренеп кәмеүе йөрәкте һыҙлата. Аҫта көҙгөләй ялтырап ятҡан Туғарсалған күленең матурлығын иһә ябай тел менән аңлатыуы ҡыйын. Уның да тирә-яғы «тәбиғәтте яратыусылар» тарафынан бысрана, сәскә-үлән ҡорой. Ошо мәлдә аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдең фәһемле һүҙҙәре иҫкә төшә:
Тауҙар кешеләр шикелле –
Бейек булған һайын,
Ғүмерҙәре бәхәслерәк,
Яҙмыштары ҡыйын…
Эйе, бөгөн Торатау дәүләт яҡлауына мохтаж, уның тирә-яғын кәртәләп алыу, тапандыға әйләндермәү, туристар өсөн йәйәүле маршрут булдырыу проблемаларын хәл итеү мөһим.
Еребеҙ, илебеҙ азатлығы өсөн яуға күтәрелгән данлы Юрматы улдары Килмәк Нурышев, Ҡараһаҡал үҙҙәренең халыҡ менән осрашып, кәңәшләшер урыны итеп Торатауҙы һайлаған. 1773 йылда тоҡанып киткән Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә, 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеонға ҡаршы алышҡандар ҙа тәүҙә изге Торатауҙың фатихаһын алып, уның башына менеп, тыуған төбәктәре менән хушлашҡан.
Эйе, бөгөн килеп, мәғрур тауҙарыбыҙҙың емерелеүе, эсәр һыуҙарыбыҙҙың бысраныуы бар кешелекте борсоуға һала.
Бөгөн инде… заманаһы башҡа –
Тауҙарҙы ла кәрәк яҡларға!
Бөгөн, ана, әрһеҙ эшҡыуарҙар
Шихандарҙы… сеймал күрәләр.
Ниндәй ялҡын ҡабып баштарына,
Яҫҡыналар тауға түрәләр?..
Быға бәйле борсолоуҙар нисә тапҡыр инде халҡыбыҙға иҫкәртелеп килә. Ошондай хәүеф янағанда тынысланырға ярамай. Бер нисә тиҫтә йыл элек чех яҙыусыһы Ю. Фучик әйткән: «Кешеләр, һаҡ булығыҙ!» тигән оран үҙенең ҡиммәтен бөгөн дә юғалтмаған һәм ошо өлкәлә бик мөһимдер, тип уйлайым. Был төбәктә көн иткән кешеләр ҙә, тәбиғәт тә Торатауынан һис ҡасан мәхрүм ҡалырға тейеш түгел.
Киләсәктә лә бар халыҡ был изге, үҙенсәлекле тауҙы күҙ ҡараһылай һаҡлар, йыл һайын бында шаулап-гөрләп һабантуйҙар уҙыр, йәштәр иртә яҙҙан Ағиҙелдә боҙ китеүен ҡарар, ә ололар, илгә тыныслыҡ, ергә бәрәкәт теләп, доға ҡылырға сығыр. Ошоғаса торған Торатауҙың мәңге торорона бар күңелдән ышанам. Ата-бабалар рухына хилафлыҡ килтереүҙән тыйылып, тәбиғәт ҡомартҡыһын боҙоҡ әҙәмдәр ҡулына ҡалдырыуҙан ҡурсалайыҡ, киләсәк быуынға бөтөн хәлендә тапшырайыҡ.
Башҡорт рухын раҫлап,
Ғорур баҫҡан
Офоҡтарға бағып Торатау,
Замандарҙың үтеп дауылдарын,
Торҙо,
тора,
мәңге торасаҡ!