Тамырҙарым тупрағыңа тоташҡан12.11.2013
Тәүге тапҡыр ҡояшты ла,
Йондоҙҙо һиндә күрҙем,
Ҡулдарымды күккә һуҙып
Киләсәккә йүгерҙем…
Уйнап үҫтем ҡырҙарыңда,
Аунаным сиҙәмеңдә.
Шишмәләреңдең дә тәмен
Мәңге тоям телдәремдә.
Башҡортса мин инша яҙам,
Илһамымды һинән алам.
Башҡортостаным, бергенәм,
Мин – һинең ғәзиз балаң.

Ошо гүзәл республикабыҙ үҙенең һоҡландырғыс тәбиғәте менән электән үк күптәрҙең иғтибарын тартҡан. Был яҡтың икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, саф һыулы ҙур-ҙур күлдәре, ҡалын-ҡалын урмандары, төрлө сәскәгә күмелгән болон-туғайҙары ғына ни тора! Ҡан тамырҙары һымаҡ һуҙылған йылғалары – үҙе бер мөғжизә. Үтеп сыға алмаҫлыҡ ҡуйы урмандары, нәфис туғайҙары, болоттарға уҡ тоташҡан тауҙары һәм тәнгә сихәт, күңелдәргә рәхәт биргән саф һауаһы үҙенә тарта. Башҡортостан тәбиғәте генә түгел, ә үҙенең тырыш, рухи донъяһы матур, бай булған бөйөк улдары, ҡыҙҙары менән дан ҡаҙанған. Ниндәй генә күренекле шағирҙар, йырсылар, рәссамдар тыуып үҫмәгән бында! Уларҙың барыһы ла – ғәзиз еребеҙ ғорурлығы!
Гүзәл республикабыҙҙың иң матур ерендә урынлашҡан минең тыуған ерем – Мишкә районы. Сабый саҡтан уҡ уның матурлығы күңелемә һеңгән. Йомартлығы йөрәгемә күскән. Аунап-тәгәрәп уйнаһам, һин миңә хуш еҫле сәскәләргә төрөнгән болон булдың, күккә ҡараһам, төрлө-төрлө һүрәттәргә кергән аҡ мамыҡтай болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында шул зәңгәр бейеклектәргә күтәрҙең… Минең йөрәк тамырҙарым да һинең тупрағыңа тоташҡан.
Үҙенең башҡорт балы, ҡымыҙы, ҡурайы менән дә донъя күләмендә билгеле ул минең ерем. Унда йөҙҙән ашыу милләт бер-береһе менән бер туғандай татыу йәшәй.


Вернуться назад