Яратам һине, тыуған төйәгем!12.11.2013
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына...
(М. Кәрим).

Беҙҙең тыуған илебеҙ Ер шарының иң матур, бай һәм сихри урындарының береһендә урынлашҡан. Тәбиғәтенең матурлығын, көләс йөҙлө эшсән халҡының йомартлығын һүҙ менән генә һөйләп бөтөрөрлөк түгел! Башҡортостан! Ошо кескәй, шул уҡ ваҡытта олуғ Ватаныбыҙ йәшәһен өсөн, ата-бабаларыбыҙ йәндәрен биргән, "Илем өсөн!" тип яуға күтәрелгән, утҡа ингән...

Уларҙың ҡаны, йәше, тире һеңгән изге ер ул Башҡортостан! Бер япраҡ саҡлы ғына булып күренһә лә, илебеҙ һәр ҡитғаға тиерлек яҡшы таныш. Бөйөк шәхестәребеҙ менән, милли үҙенсәлегебеҙ менән билдәлебеҙ.
Ә тәбиғәте һуң! Ҡабатланмаҫ һәм сағыштырғыһыҙ. Ҡуйы урмандар, иҫерткес моңло ҡоштар, кейектәр, һалҡын шишмәләр, йылғалар, күпте күргән күлдәр, икһеҙ-сикһеҙ ялан-ҡырҙар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар, ғорур ҡаялар, олпат тауҙар... Мин үҙ илем менән сикһеҙ ғорурланам. Тап ошо илдә тыуғаныма, уның һауаһын һулап, һыуын эсеп үҫкәнемә, ошо ерҙә тәү тәпәй баҫҡаныма шатмын. Мин яратам һине, илем Башҡортостан!
Башҡортостан — тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Һинең тыуар көндәрең!


Вернуться назад