Экологик именлек мәҙәнилектән башлана12.11.2013
Экологик именлек мәҙәнилектән башланаТәбиғәттә ваҡ эш юҡ

Танылған француз фоторәссамы Ян Артюс-Бертрандың “Йорт” (Home) тип исемләнгән документаль фильмы бар. Егерме йыл дауамында донъяның йөҙҙән ашыу илендә ҡош осор бейеклектән төшөрөлгән фотоларға нигеҙләнеп әҙерләнгән был таҫма үҙенең матурлығы һәм ысынбарлығы менән тетрәндерә. Ерҙәге тәбиғәттең шундай илаһи булыуы хайран ҡалдыра, ул үҙе бер мөғжизәгә тиң. Әммә һоҡланыу тойғоһо менән бергә күңелдә шом да, борсолоу ҙа тыуа. Ошо саф гүзәллекте юғалтыуыбыҙ ҙа бар бит.

Ер шары барлыҡҡа килгәндән алып бөгөнгә тиклем ғәйәт оҙон юл үткән, уның тарихы миллиардлаған йыл менән иҫәпләнә. Ә кеше сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт – ни бары 200 мең йыл эсендә уның йөҙөн үҙгәртә алған. Кинола түбәндәге уйландырырлыҡ факттар килтерелә: көнөнә 5 мең кеше бысраҡ һыу арҡаһында үлә; һөрөнтө ерҙәрҙең 40 проценты файҙаланыуға яраҡһыҙ; йыл һайын Ер йөҙөндә 13 миллион гектар урман юҡҡа сыға; балыҡ запастарының дүрттән өс өлөшө бөтөрөлгән; боҙ ҡатламы 40 йыл элек булғандағынан 40 процентҡа йоҡарған; Килиманджаро тауының ҡар кәпәсе 80 процентҡа кәмегән; планеталағы иң ҙур урман – Амазонияның 20 проценты ҡырылған; һуңғы 20 йылда Һиндостанда 21 миллион ҡоҙоҡ ҡаҙылған; Лос-Анджелес ҡалаһында автомобилдәр һаны кеше һанына тиң; бөтә донъяла 200 миллион машина иҫәпләнә... Ер-Әсәбеҙ һығылып илар сиктә.
Ябай кеше күҙлегенән сығып ҡарағанда, беҙ Ер шарының “ҡанын” һурып алған ҙур-ҙур заводтар, сәнәғәт предприятиелары төҙөлөүенә, ҡалдыҡтарының үҙебеҙ эскән һыуға ағыҙылыуына тәьҫир итә алмайбыҙ кеүек. Әммә төптәнерәк уйлаһаң, тәбиғәттә барлыҡ процестар ҙа бер-береһенә бәйле һәм бында ваҡ эш юҡ. Һинең бәләкәй генә сүпте лә урамға түгел, махсус урынға ташлауың, тәбиғәттә ял иткәндән һуң ҡый-ҡайҙы яндырып китеүең, баҡсаңда һис юғында бер ағас ултыртыуың, тығындарҙан тыны ҡыҫылған бәләкәй бер шишмәне таҙартыуың һәм хатта тәҙрәң янында үҫеп ултырған ағасҡа йәки унда ҡунып һайраған ҡошҡа сәләм оҙатыуың да тәбиғәт өсөн бик мөһим, ул һиңә ифрат рәхмәтле буласаҡ.
Бер көн түбәндәгеләр хаҡында уйландым: кешегә эсәр һыуын да, йылыныр утынын да, ышыҡланыр урынын да йәлләмәй тәбиғәт. Йәйле-көҙлө түшәлеп үҫкән еләген тирәбеҙ, тулышып бешкән алмаһына кинәнәбеҙ, уңдырышлы ерҙең уңыштарын күрәбеҙ, сәскәләрҙең балын татыйбыҙ, ә инде ҡояш йылыһына тән генә түгел, йән дә наҙлана. Тәбиғәт әҙәм балаһына йәшәр һәм үҫешер өсөн көс тә, дәрт тә, илһам да бирә. Эйе, ул үҙенең йылыһынан берәүҙе лә мәхрүм итмәй. Ә уның ошо оло рәхимлегенә беҙ, кешеләр, нисек яуап ҡайтарабыҙ? Бындай ниғмәттәре өсөн ни генә эшләһәң дә, аҙ булыр кеүек. Әммә беҙҙе уратып алған донъя кешенән бер генә яуап көтә – мәрхәмәтле мөнәсәбәт. Бөгөн биш йәшлек бала тереклеккә ҡарата ихтирамлы һәм һаҡсыл ҡарашта булһа, иртәгә ул тирә-яҡ мөхиткә зыянлы предприятиелар төҙөүгә, урмандарҙы ҡырып һалыуға, магазин кәштәләрен бер ниндәй туҡлыҡлығы һәм файҙаһы булмаған синтетик аҙыҡ менән тултырыуға юл ҡуймаясаҡ. Тимәк, экологик именлек шәхси мәҙәнилектән башлана. Ер-Әсәбеҙҙең күҙ йәштәрен түктермәҫ өсөн бер генә кешенең яһаған аҙымы – үҙе ҙур эш. Әгәр бындай аҙымдар миллиард булһа?..


Вернуться назад