Быйылғыны иҫкә төшөрөп31.12.2011
- ғинуарҙан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк, бала табыу һәм уны тәрбиәләүгә тәғәйенләнгән айлыҡ пособиеларҙы иҫәпләүҙең яңы тәртибе ғәмәлгә инде. Хәҙер эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡты һуңғы ике йылда (элек – бер йыл ине) түләнгән эш хаҡына ҡарап билдәләйҙәр. Уртаса көндәлек эш хаҡы күләме һуңғы 24 ай эсендә иҫәпләп өҫтәлгәнде 730 көнгә бүлеү юлы менән сығарыла. Бынан тыш, быйылдан эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡтың (больничныйҙың) икенсе көнөнән өсөнсөһөнә тиклемен генә эш биреүсе түләй. Дүртенсе көндән башлап уны РФ Социаль страховка фонды үҙ өҫтөнә ала.

- ғинуарҙан "Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкаһы тураһында" Федераль закон үҙ көсөнә инде. Ул граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мөмкинлектәрен ярайһы уҡ киңәйтә. Хәҙер күңелеңә хуш килгән страховкалау компанияһын, медицина учреждениеһын һәм табипты һайлап алырға була. Элек ул яуаплылыҡ эш биреүсе иңендә ине. Шул уҡ ваҡытта майҙа берҙәм медицина полистары таратыла башланы. Артабан икенсе урынға күскәндә йәки страховкалаусы ойошманы алмаштырғанда, полисты алмаштырыу талап ителмәй. Рәсәй граждандары, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, кәрәкле медицина ярҙамы алыуҙа тиң хоҡуҡлы.
Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамай: хәҙер мотлаҡ медицина страховкаһы полисын һәр кеше үҙе юлларға тейеш.

- июлдән ауырығанлыҡ ҡағыҙы, йәғни больничный яңыртылған бланкта бирелә. А4 форматлы эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы зәңгәр төҫтә, ситтәре – һары. Уны үҙаллы етештереүҙән һаҡлау саралары көсәйтелгән: бланк тығыҙыраҡ ҡағыҙҙан эшләнә, махсус таҫма ялатылған. Һуңғыһын ҡорамал ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Автоматик эшкәртеү өсөн бланктың алғы яғында штрих-код урынлаштырылған. Пациент тураһындағы, сирләп китеү сәбәбе һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт тупланған электрон кодтар ҙа бар. Онотмағыҙ: ауырығанлыҡ ҡағыҙын бөкләргә ярамай!

- 2013 йылда эш биреүсенең ауырығанлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙән бөтөнләй ҡотолоуы ихтимал. Уны тулыһынса Социаль страховка фонды ҡарамағына күсермәкселәр. Ошо турала быйыл августа РФ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Андрей Исаев белдерҙе. Чиновниктар билдәләүенсә, яңылыҡ эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ системаһына аҡса күсереү эшен ябайлаштырасаҡ.

- Быйыл декабрь башында Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм Социаль үҫеш министрлыҡтары Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы тәҡдим менән сығыш яһаны. Әгәр ҙә улар эшләгән проект ҡабул ителһә, фрилансерҙар менән килешеү төҙөй башлаясаҡтар, уларға социаль гарантиялар, отпуск, дауахана ҡағыҙы биреләсәк. Закон проекты РФ Дәүләт Думаһына киләһе йылдың ғинуарында индереләсәк тип көтөлә.

- Августа Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙең төп документын – хеҙмәт кенәгәһен – "хаҡлы ялға" ебәреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уны хеҙмәт килешеүе алмаштырырға тейеш. Шуныһы ҡыҙыҡ: был мәсьәлә тәүге тапҡыр 2006 йылда Андрей Исаев тарафынан ҡуҙғатылғайны. Уның тәҡдименә ярашлы, хеҙмәт кенәгәһе 2009 йылда бөтөрөлөргә тейеш ине, тик идея килеш ҡалды.
Хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтеп барыуҙы РФ Пенсия фонды башҡарыуын һәм Рәсәйҙән башҡа бер генә илдә лә хеҙмәт кенәгәһе тултырылмауын иҫәпкә алғанда, уның, ысынлап та, кәрәге юҡ һымаҡ. Шулай ҙа РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдиме йәмғиәттә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Чиновниктар уны ҡарауға яҡын арала әйләнеп ҡайтасаҡ.

- 2012 йылда эш хаҡына өҫтәмә һалым һалына башлаясаҡ. Быйыл ил Хөкүмәтенең Премьер-министры Владимир Путин "Рәсәй Федерацияһының һалым сәйәсәтенең 2012–2014 йылдарҙағы төп йүнәлештәре" документына ҡул ҡуйҙы. РФ Финанс министрлығы уны августа ваҡытлы матбуғатта баҫтырҙы. Был яңылыҡ юғары эш хаҡы алыусыларға ғына ҡағыласаҡ.
Билдәле булыуынса, 2010 йылдың 1 ғинуарынан берҙәм социаль һалым Пенсия, Социаль страховка һәм Мотлаҡ медицина страховка фондтарына аҡса күсереү менән алмаштырылды. Бер йылдан Рәсәй Хөкүмәте страховкалау иғәнәләре күләмен арттырҙы – ставка 8 процентҡа үҫеп, 26-нан 34 процентҡа етте. Был хәлгә бизнес даирәһе ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Күпмелер ваҡыттан һуң мәсьәләгә ил Президенты иғтибар итте һәм 2012 йылдан процент кимәлен 30-ғаса түбәнәйтергә ҡушты. Бәләкәй эшҡыуарҙар өсөн ул 20 процентҡаса төшәсәк. Тартҡылаш арҡаһында яңы ҡатмарлыҡ килеп тыуҙы: үҙгәреш былай ҙа "тишек" РФ Пенсия фондында дефицит барлыҡҡа килтерәсәк. Ҡотолоу юлын РФ Финанс министрлығы тәҡдим итте – юғары эш хаҡы алыусыларға өҫтәмә 10 процент һалым һалынасаҡ.
2012 – 2013 йылдарҙа страховка иғәнәләре күләмен кәметеү – ваҡытлы күренеш. Эш хаҡына һалым барыбер артасаҡ. Киләһе йылда эш биреүсе йыллыҡ хеҙмәт хаҡы 512 мең һумдан артмаған хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы өсөн 30 процент страховкалау иғәнәһе күсерһә, 2013 йылда был күләм 567 мең һум тәшкил итәсәк тип көтөлә. Әгәр хеҙмәткәрҙең йыллыҡ эш хаҡы ошонан күберәк булһа, артығыраҡ өлөшөнә тап теге 10 процент өҫтәмә һалым һалынасаҡ.
Күренеүенсә, ҡуйылған кимәлдән үтмәү эш биреүсе өсөн отошло буласаҡ. Ә хеҙмәткәр үҙ эше өсөн юғарыраҡ хаҡ алһа? Ике яҡ та зыян күрәсәк: эш биреүсе страховкалау иғәнәһен күберәк түләйәсәк, белгестең килеме түбәнәйәсәк. Бының кире күренешкә килтерере көн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, компаниялар эш хаҡының бер өлөшөн конвертта түләй башлай йә эш хаҡын арттырмай.

- Отпуск алыуҙа ла яңылыҡ барлыҡҡа килде. 2010 йылда Рәсәй Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының "Түләүле отпусктар тураһында"ғы 132-се конвенцияһын ратификацияланы. Быйыл сентябрҙә конвенция үҙ көсөнә инде. Хәҙер хеҙмәткәр тейешле дүрт аҙна ялының икеһен мотлаҡ бер ваҡытта аласаҡ, ҡалған икеһен, теләк буйынса, киләһе йылдың 18 айында файҙаланырға була. Йыл һайын бирелеүсе түләүле отпуск ҡағиҙәләре үҙгәрмәне. Тик хәҙер уны биреүҙе халыҡ-ара ҡануниәт тә контролдә тота.

- Киләһе йыл топ-менеджерҙар өсөн күңелһеҙ яңылыҡ килтермәксе. Эшенән киткәндә юғары звено етәксеһенең тейешле түләүҙәренән 13 процент һалым алынасаҡ. Был турала быйыл октябрҙә РФ финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталов белдерҙе. Ә ноябрь аҙағында ил башлығы Дмитрий Медведев Һалым кодексына үҙгәрештәр индереүсе законға ҡул ҡуйҙы.
Топ-менеджер компаниянан килешелгәндән алда китһә, ҙур аҡсалата компенсация (уны "Алтын парашют" тип тә атайҙар) алды. Хәҙер уға һалым һалынасаҡ.

- Ноябрь башында Дмитрий Анатольевич Алтай дәүләт университеты студенттары менән осрашҡайны. Һөйләшеү барышында бер егет ил башлығына хәрби хеҙмәткә алынған йәш белгестең эш урынын һаҡлап булыу-булмауы, быны ҡануниәт менән нығытыу зарурлығы тураһында һорау бирҙе. Рәсәй етәксеһе бының өсөн ҡануниәткә үҙгәреш индереү кәрәкмәүен, эш биреүсе менән белгес араһында төҙөлгән хеҙмәт килешеүенә айырым пункт индереү ҙә етеүен әйтте.


Вернуться назад