Аҡмулла төйәге яңыра12.11.2013
Аҡмулла төйәге яңыраКүптәнге хыялдары тормошҡа аша миәкәләрҙең — өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы тиҙҙән ишеген асасаҡ. Күрше-тирә райондарҙағы кеүек үк мөһабәт бинаның ҡалҡыуын әллә ҡасандан көттө улар. Йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә берҙәй тартып торорлоҡ комплекстағы эштәр теүәлләнде тиергә лә мөмкин. Майҙаны 4450 квадрат метр тәшкил иткән өс ҡатлы бинала волейбол, баскетбол, теннис, мини-футбол уйнарға ла урын етерлек. Шашка-шахмат менән ҡыҙыҡһыныусыларға ла бүлмәләр ҡаралған. Фитнес һәм аэробикаға йөрөргә теләүселәр ҙә әҙерләнә торһон, бының өсөн дә мөмкинлек тыуҙырыла. Миәкә көрәшселәре һәм гимнастары бөгөндән үк күнекмә башлай ала, иркен зал — улар ҡарамағында. Ә оҙонлоғо — 25, киңлеге 8,5 метрлыҡ бассейнға баш ҡала халҡы ла көнләшерлек. Бер үк ваҡытта кескәйҙәр ҙә рәхәтләнеп сәләмәтлеген нығытасаҡ, уларҙы бәләкәйерәк майҙанлы айырым бассейн көтә.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәрен ошо физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән танышыуҙан башланы. Көрәш залында күнекмә үтеүсе үҫмерҙәр таҫыллыҡтарын күрһәтте лә инде. Бил бирерлек түгел егеттәр, һәр ҡайһыһы милли көрәш алымдарын яҡшы үҙләштергән. Рөстәм Зәки улының көрәш келәме алыу өсөн сертификат тапшырыуы көтөлмәгән, әммә бик ваҡытлы бүләк булды. Оҙаҡламай көрәш буйынса республика чемпионаты тап ошонда үтәсәк.
Аҡмулла төйәге яңыраПроекттың дөйөм хаҡы 118 миллион һум тәшкил иткән. Шуның 92 миллион һумға яҡыны республика ҡаҙнаһынан бүленһә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының социаль проекты буйынса ҡорамалдар алыуға 25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Сифатына зыян килтермәйенсә үҙҡиммәтте түбәнәйтергә өйрәнә төҙөүселәр: мәҫәлән, ошо комплекстың бер квадрат метры 21 мең һумға төшкән. Әйткәндәй, республикалағы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлөшөндәге иң түбән хаҡ был. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡыҫҡа ғына ваҡытта ҡалҡып сыҡҡан, нигеҙе 2012 йылдың ғинуарында һалына башлаған социаль объект ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Биләмәнең тейешенсә төҙөкләндерелеүе, бер үк ваҡытта хоккей майҙансығының да әҙер булыуы һәм бинаны үҙ ҡаҙанлығы йылытыуы төбәк башлығында ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. “Ыҡсым, матур килеп сыҡҡан, һәм һеҙ быға лайыҡлы”, — тине ул.
Етемдәрҙе һәм бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү — көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Был мәсьәләне Президент шәхсән контролдә тота. Рөстәм Зәки улы районда ошо программаның нисек үтәлеүе менән дә ҡыҙыҡһынды. Хакимиәт башлығы Зәйнулла Насиров әйтеүенсә, хәстәрлек күрелә, былтыр бер социаль торлаҡ төҙөлгән һәм ундағы дүрт фатир етем балаларға бирелгән. Быйыл яҙ нигеҙ һалына башлаған 14 фатирлы йортто декабрҙә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Төҙөлөш барышын да барып ҡараны Рөстәм Хәмитов. Ошо йорттағы биш фатирҙы район хакимиәте ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн аласаҡ. Әле сиратта 49 етем бала тора, киләсәктә уларҙың баш өҫтөндә ҡыйығы булырына ышаныс бар. Әйтеүҙәренсә, социаль торлаҡ төҙөү дауам итә.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙ-Миәкәләге эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге менән дә танышты, “Миәкә төҙөлөш компанияһы”нда булып, профнастил етештереүҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Ошонда уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең төҙөлөштә һәм көнкүрештә ҡулланылған тауарҙары күргәҙмәһен дә диҡҡәт менән ҡараны. Уларҙың заман талабын яҡшы белеп, баҙарҙа ихтыяж ҙур булған кәрәк-яраҡ етештереүҙәре ҡәнәғәтләндерҙе Рөстәм Зәки улын.
Ыҫланған диңгеҙ балыҡтарының магазин кәштәләренә Миәкә эшҡыуарҙары аша килеп эләгеүе хаҡында күптәр, моғайын, уйлап та ҡарамайҙыр. Бары тик тауар сифатлы булһын. Ә уныһына һүҙ тейҙерерлек түгел, Йәрлекәү ауылындағы “Миәкә балыҡ компанияһы” етештергән балыҡ ризыҡтары Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкә һәм республикаларҙағы ҙур сауҙа селтәрҙәре аша ла тарала. 1993 йылдан алып предприятие Мәскәү, Санкт-Петербург, Мурманск ҡалаларынан һәм Приморье крайынан килтерелгән балыҡты эшкәртеү һәм сауҙаға сығарыу менән шөғөлләнә. Айына 20 тонналап тауар оҙатҡан ошо предприятие эшмәкәрлеге менән дә танышты төбәк башлығы. Балыҡты тоҙлауҙан һәм ыҫлауҙан алып, үлсәп һәм ҡаптарға төрөп сауҙаға оҙатыуға тиклемге һәр технологияны ентекле күҙәтеп, компанияның үҫеш кисереүенә, заманса ҡорамалдарҙа эш итеүҙәренә үҙе күреп ышанды ул. Ике мең тонна самаһы продукцияны һаҡлауға иҫәпләнгән һыуытҡыс та иғтибарҙы йәлеп итте. Предприятие етәксеһе Рөстәм Байтурин әйтеүенсә, тауарҙары 2000 йылдан алып “Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары”, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурстарында ҡатнашып, дипломдар менән бүләкләнеп килә. Быйыл иһә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе бирелгән.
“Маяҡ” йәмғиәтендә лә булды республика башлығы. Уны икенсе ғүмерен кисереүсе хужалыҡ тиергә лә мөмкин. Районда иң ҙур йәмғиәт һанала ул, әле бында бер меңгә яҡын мал аҫрала. “500 ферма” программаһы буйынса төҙөлгән заманса малсылыҡ комплексынан ҡәнәғәт ҡалды Рөстәм Зәки улы. Каркас технологияһы буйынса сэндвич-панель материалы ҡулланылып төҙөлгән комплекс, ысынлап та, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ. Өр-яңы бинаны сафҡа индереү ни бары 14 миллион һумға төшкән.
— Был проектты өлгө итеп алырға һәм республика буйынса таратырға мөмкин, — тип юғары баһаланы уны төбәк башлығы. Әйткәндәй, был комплекс та 2012 йылда ғына күтәрелә башлаған һәм әле үк малдар ҡураға индерелгән дә.
Халыҡтың етәкселәргә хөрмәте лә, ихтирамы ла ҙур беҙҙә. Был Миәкә районында ла раҫланды. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Президент менән осрашырға байтаҡ кеше йыйылды. Ҡәҙимгесә йылы һәм ихлас һөйләшеү булды. Берәүҙәр юлдарҙы йәһәтерәк төҙөкләндереү, төндә урамдарҙы яҡтыртыу кеүек социаль мәсьәләләр хаҡында еткерһә, икенселәр республиканың һәм райондың үҫеш кисереүенә, күҙ алдында яңырыуына шатланыуын белдерҙе.


Вернуться назад