“Кәләш алып булмай...”09.11.2013
Иртәгә Бөтә донъя йәштәр көнө билдәләнә. Ошо көн айҡанлы йәштәрҙән уларҙы борсоған проблемалар тураһында һораштыҡ.
Илмир ҒИНИӘТУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:
— Минеңсә, бөтөн йәштәрҙе лә бер үк проблема борсой: торлаҡ, эш урыны табыу, аҡса еткереү. Үҙем яңыраҡ ҡына өйләндем, әле бәпәй көтәбеҙ. Өфөлә кеше фатирында 17 мең һум түләп торабыҙ, һатып алырға мөмкинлек юҡ. Хеҙмәт хаҡының күп өлөшө ҡуртымға китә. Был мәсьәләне нисек хәл итеребеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым, моғайын, ауылға ҡайтырға тура килер...
Әлиә ӘБДРӘШИТОВА, Ҡыйғы районы:
— Барыһы ла яҡшы. Йәш саҡ — күңелле, вайымһыҙ осор. Бер проблемам да юҡ. Вузда һәйбәт кенә уҡыйым, ятаҡта йәшәйем. Стипендия түләйҙәр, ата-әсәйем дә аҡса менән ярҙам итеп тора. Бейеүгә, бассейнға йөрөйөм, дуҫтарым күп. Кино, театрҙы ҡалдырмайым. Йәшлегемдең ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп йәшәгем килә.
Зилә ИШҠЫУАТОВА, Йылайыр районы:
— Баш ҡалала юғары уҡыу йорто тамамлап, диплом алдым. Ә бына һөнәрем буйынса эш таба алмайым. Бармаған ерем ҡалманы. Тәүҙә Өфөлә эҙләп ҡарағайным, аҙаҡ — район үҙәгендә. Бөгөн ауылда бер магазинға һатыусы булып урынлаштым. Ауыл ҙур түгел, хеҙмәт хаҡы ла бәләкәй. Белемемә ярашлы эш табырға, ҙурыраҡ ҡалала йәшәргә теләйем.
Илдар ИШДӘҮЛӘТОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Ә мин бына кәләш ала алмайым. Үҙем йәмһеҙ, ҡотһоҙ булғанға түгел, ә һәйбәт кенә ҡыҙҙар юҡ. Ваҡыт үҙгәрәме икән, тик тәртипле, наҙлы булырға тейеш гүзәлкәйҙәр ирҙәрҙән нығыраҡ эсә, тәмәке көйрәтә. Яҡшылары кейәүгә сығып бөткән. Буйҙаҡ булып утыҙға инеп барам инде, йортом да һалынып бөткән, бала баҡҡы килә...
Гәүһәр ҠЫЛЫСБАЕВА, Нефтекама ҡалаһы:
— Йәшләй генә кейәүгә сығып, бала таптым. Әле ҡыҙыма өс йәш тула, миңә эшкә сығырға ваҡыт етте. Тик балалар баҡсаһында урын юҡ. Өләсәй-олатайҙар йыраҡ, түләүле балалар баҡсаһына йөрөтөр йәки кеше яллар өсөн аҡса күп кәрәк. Эшкә сыҡмаһам да булмай, иремдең генә хеҙмәт хаҡы етмәй.