Яңы йыл мажаралары31.12.2011
Оят бит!..

1979 йыл. 19 декабрҙә Татарстандың бер районында һуңғы концертты бирҙек. Төркөмдәге һигеҙ оло артист халыҡтан һәр береһе 30 — 40-ар кило ит һатып алды. Улар, иттәрен айырым-айырым төрөп, бәйләп, ҙур ҡапсыҡҡа тултырып, автобустың артындағы һалҡын урынға ҡуйҙы. Ит өҫтөнә сумаҙандар менән радиоаппаратура тейәлде.
Төнөн Өфөгә ҡарай юлға сыҡтыҡ. Ике-өс сәғәт тирәһе барғас, автобустың тәгәрмәсе тишелеп туҡтаныҡ. Запас тәгәрмәс аппаратура, сумаҙандар һәм ит тултырылған ҡапсыҡтар аҫтында ята. Йәш кеше булараҡ, быларҙы бушатыу миңә йөкмәтелде. Артҡы ишекте асып, барыһын да асфальтҡа ташыным. Оло артистар минең эшләгәнде күҙәтеп ултырҙы. Автобус йылыһында иттәр иреп, һүле аға башлағайны. Шуны күреп ҡалдылар ҙа, туңа торһон тип, иттәрен юл ситендәге таҙа ҡарға ташырға ҡуштылар. Был минең эш булмаһа ла, йәнә ташыным. Тыңламаһам, улар мине, йүнһеҙ артист, һәләте юҡ, тип түрәләргә ошаҡлаясаҡ. Был дөрөҫ булмаһа ла, кем алдан ошаҡлай, шуның һүҙе өҫкә сыға бит. Етмәһә, улар күмәкләп ошаҡлаһа, түрәләр минең менән һөйләшеп тә тормаясаҡ.
Өшөп-туңып, шофер менән икәүләп тәгәрмәсте ҡуйҙыҡ. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үтте. Асфальтҡа өйөлгән әйберҙәрҙе яңынан тейәнем. Быйыл башҡа осрашмайбыҙ ҙа баһа тип, автобус эсендә ултырған артистар Яңы йылды ҡаршылай башлағайны инде. Еңелсә генә күңелләнеп алғандар.
— Эшләп бөттөгөҙмө? — тип һораны улар.
— Эйе, — тине шофер.
Бер көн, бер төн тигәндә, Өфөгә ҡайтып еттек. Филармонияла аппаратураны бушаттым, ә артистар иттәрен ҡарарға тип артҡы ишеккә килде, ләкин унда бер ит тә юҡ ине. Иттәренең онотолоп ҡалыуында мине ғәйепле итергә маташһалар ҙа, бының өсөн яуаплы булмауымды тиҙ аңланылар. Танауҙары һәленеп төштө, кәйефтәре ҡырылды. Берәм-берәм эргәмә килеп:
— Юнир ҡустым, был хәлде гәзиткә яҙып ҡуйма инде, хәләл ефеттәребеҙ белеп ҡалһа... Оят бит! — тиештеләр.

Йәшәй белһәң...

Беҙҙең филармонияла байтаҡ йылдар элек үк балалар өсөн шыршы байрамы ойошторола башланы. Каникул ваҡытында бик күп бала килә унда. Ошо байрамға киткән сығымды ҡыҫҡартыу юлын иң беренсе булып мин таптым.
Ҡыш бабай итеп билдәле артисты ҡуйһаң, уға мул ғына түләргә кәрәк. Мин был ролгә артистарҙы алмаҫҡа булдым. Балалар алдына сығып: “Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым!” — тип әйтеү өсөн халыҡ артисы йә атҡаҙанған булыу талап ителмәй. Балта оҫтаһы йә сантехник та ярай был бурысты башҡарыуға. Шунан ул бала-саға араһында йөрөгән була ла, вазифаһын тамамлап, өйөнә ҡайтып китә. Ҡуян, Бүре роленә лә йә студенттарҙы, йә йәш артистарҙы алам. Улар ҙа күп һорамай. Уларға әҙ түләгәс, үҙемә күп ҡала. Бына шулай йәшәйһең инде был донъяла...
Юнир САЛАУАТОВ.


Вернуться назад