Cелләгә лә, ҡойма ямғырға ла ҡарамай09.11.2013
Өфөнөң "Йәштәр" мәҙәниәт һарайында ла ошо байрамға арналған тантаналы йыйылыш үтте.
– Бөгөн ауыл хужалығында йылдың һөҙөмтәләрен барлау һәм яңы бурыстар билдәләү мәле. Беҙҙең һәр осрашыуыбыҙ ҡаҙаныштарға шатланыу ғына түгел, ә проблемалар буйынса фекер алышыу өсөн дә өҫтәмә мөмкинлек, – тине сәләмләү һүҙендә Президент Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы билдәләүенсә, быйыл ауыр шарттарҙа эшләргә тура килде. Әйткәндәй, һуңғы биш йәйҙең дүртәүһендә ҡоролоҡ булды. Быйыл да тәүҙә эҫе селлә, һуңынан йонсотҡан ҡойма ямғырҙар тармаҡты, гүйә, ныҡлыҡҡа һынаны. Шулай ҙа тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ еңеп сыҡты: уңыш менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ. Туғыҙ ай эсендә тулайым продукт күләме 94 миллиард һумға еткән. Был үткән йылдыҡынан 8 процентҡа күберәк. Бураларға 2 миллион 250 мең тоннаға яҡын иген йыйылған. Былтыр иһә был күрһәткес аҙыраҡ – 1 миллион 800 мең тонна булған. Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы иһә – һуңғы ун йылда иң яҡшыһы. "Берәүҙе лә айырым билдәләгем килмәй, бөтәһе лә быйыл ғәҙел, ең һыҙғанып эшләне", – тине республика башлығы. Ысынлап та, күптәргә еңелдән булманы, быны һандар ҙа раҫлай: мәҫәлән, төбәктә уңыш гектарынан 5-6 центнерҙан 25-27 центнерғаса тирбәлә.
Президент тармаҡтағы көнүҙәк проблемаларҙы ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Мәҫәлән, ауыл хужалығы үҫеше өсөн фәнни йәһәттән раҫланған план кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ үҙебеҙҙә етештерелгән уңыш менән сауҙа нөктәләрен тәьмин итергә өйрәнергә лә ваҡыт. "Мәҫәлән, быйыл алма уңды, әммә магазиндарҙа һаман да сит илдән килтерелгәндәре тулып ята. Үҙебеҙҙең йәшелсә лә бөтә күләмдең өстән бер өлөшөн генә тәшкил итә. Хатта йыйып алған картуфыбыҙ ҙа йыл әйләнәһенә ихтыяжды ҡапларға етмәй", – тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай ҙа өлгәшелгәндәр байтаҡҡа күберәк. Мәҫәлән, "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә беҙҙең хужалыҡтар һәм ойошмалар 267 алтын миҙал яулаған. Был да — республикабыҙҙың ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.