Ауыл эшсәндәренең ике төп байрамы бар. Юҡ, был дата календарҙа ҡыҙыл менән яҙылып, ял көндәре алдан билдәләнмәгән. Уларҙы хеҙмәтсәндәр үҙҙәре үткәрә, тәбиғәт булышлыҡ итә, сөнки икеһе лә Ергә бәйләнгән. Беҙҙә ер ҡәҙерен, унда тир түгеүсене хөрмәтләй беләләр. Тәүгеһе — дөйөм халыҡтыҡына әйләнгән Һабантуй — яҙын үлән ҡалҡып, малдар көтөүлеккә сыҡҡас, сәселгән орлоҡ дымлы тупраҡҡа һалынғас уҙғарылһа, икенсеһе — Уңыш байрамы — келәттәр тулғас, мал аҙығы тупланып, ҡуралар ҡышҡылыҡҡа әҙер булғас билдәләнә. Икеһе лә тулҡынландырғыс, икеһе лә борондан килә.
Байрам тантаналары өс өлөшкә бүленеп, өс урында үтте. Тәүгеһе Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бинаһында булды. Бында район етәкселәре, хужалыҡ уңғандары йыйылды. Сара ҡайҙа ла бер төрлөрәк ине, сөнки нәҡ шундай көндә ауыл эшсәндәренә ҡотлауҙар күберәк әйтелә, рәхмәт һүҙҙәре йышыраҡ ишетелә, дәүләт наградалары тапшырыла, ярышта еңеүсе айырым райондар, хужалыҡтар билдәләнә. Мәҫәлән, Башҡортостан агросәнәғәте комплексы буйынса бар яҡлап та өлгөлө тип 12 район табылды. Әйткәндәй, алты тиҫтәгә яҡын айырым хужалыҡ, ойошма, йәмғиәт, кооперативтар ҙа ошондай уҡ диплом менән бүләкләнде. Ғөмүмән, ауыл хужалығына ҡараған, етештереү сәнәғәтендә эш алып барған һәр тармаҡ ойошмалары билдәләнмәйенсә ҡалманы: иң яҡшы профсоюз ойошмаһы, иң яҡшы аналитика үҙәге, фермер хужалығы, һауыу операторы, умартасы, ауыл хужалығын яҡтыртыу буйынса баҫма... “Башҡортостан” гәзите редакцияһы өсөн шуныһы ҡыуаныслы: быға тиклем ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлеге хәбәрсеһе булған (әле Әбйәлил районының “Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире) Самат Ғәлин “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табылды.
Башҡа шәхестәргә килгәндә, гәзиттең үткән һанында исемлекте баҫып сығарғайныҡ. Шуға ла һәр береһенә туҡталып тормайынса, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Владимир Александров — Халыҡтар дуҫлығы, Башҡортостандың “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Венер Бакировтың Салауат Юлаев ордены менән наградланыуын ғына билдәләйек.
Республика йортонда хеҙмәт алдынғыларын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне:
— Беҙҙең ауыл хужалығы Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙан иҫәпләнә. Бының өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Һүҙ финанс ярҙамы тураһында ғына түгел, иң мөһиме — ауыл эшсәндәренә рухи яҡтан ярҙам итеү. Һәр ваҡыт ауыр, яуаплы осорҙа унһыҙ булмай. Республикала 40 процент халыҡ ауылда йәшәй. Ҡалалағылар ҙа ауыл менән тығыҙ бәйләнгән. Федераль һәм республика проекттары ла беҙҙә байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта урта һәм бәләкәй, бигерәк тә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы оноторға ярамай. Тырыштар маҡсатына һәр саҡ өлгәшә, ә теләмәгәндәр мең төрлө сәбәп таба.
Рөстәм Зәки улы саҡырылған уңғандарға дәүләт наградалары тапшырҙы, барлыҡ республика эшсәндәрен байрамдары менән ихлас ҡотлап, иҫәнлек, именлек теләне.