Күңел һалһаң, ризыҡ уңа09.11.2013
Күңел һалһаң, ризыҡ уңаАйыусы балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр ашнаҡсынан уңған. Кинйәбикә апай уларҙы көн һайын тәмле-тәмле ризыҡ менән һыйлап шатландыра.

Бар ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған Кинйәбикә Абдулғәни ҡыҙы Иралина утыҙ алты йыл инде балалар баҡсаһында эшләй. Салауат ҡалаһындағы сауҙа-кулинар училищеһын тамамлап, үҙ ауылына эшкә ҡайтҡандан бирле тиһәк тә хата булмаҫ. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, кескәйҙәр янына дәртләнеп килә. Өйрәнеү ҙә, күнегеү ҙә барҙыр инде.
“Арыманығыҙмы һуң?” тигәйнем:
— Ә яратҡан эшеңдән арып буламы икән? — тип, һорауға һорау менән яуап бирҙе ул.
Ысынлап та, Кинйәбикә апай үҙ һөнәренә ғашиҡ. Шулай булмаһа, биш мең һумға ла етмәгән эш хаҡына кем риза булып йөрөй ти?! “Йәштәргә бит хәҙер күп аҡса кәрәк, заманаһы ла шулай, ни хәл итәһең. Минең урынға килеүсе булырмы икән?” – тип борсолоуын да белдерҙе.
Кинйәбикә апайҙың ихласлығы, киң күңеллелеге, тормошто яратыуы һоҡландырҙы беҙҙе. Бер йылмайып йылы һүҙ әйтеүенән күңелдәр күтәрелеп, йәшәүгә көс алдым. Ашнаҡсы булып тап ошондай кешеләр генә эшләй алалыр ул, сөнки аштың тәме – кешенең ҡулында һәм күңел йылылығында ла, тиҙәр бит.


Вернуться назад