Китапҡа ғына таянып булмай09.11.2013
Быйыл мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов алдынғы технологиялар ярҙамында белем биреүҙе көсәйтеү мөһимлеген билдәләгәйне. 2013 – 2017 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” оҙайлы маҡсатлы программаһы ла ошо уҡ бурысты күҙ уңында тота.
Заман башҡа — заң башҡа, тиҙәр бит. Хәҙер белем биреүҙә бер китапҡа ғына таянып булмай. Электрон таблица, проектор, интерактив таҡта һәм башҡа ҡорамалдарҙы дәрестә ҡулланыу — көн талабы. Яңыраҡ Башҡортостандың Мәғариф министрлығында уҙғарылған коллегия ултырышында ла ошо мәсьәләгә етди иғтибар бүленде.
— Бөгөн беҙгә электрон белем биреү системаһын киң ҡулланырға кәрәк, — тине республикабыҙҙың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Бының өсөн матди-техник йәһәттән бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙҙең концепцияға ярашлы, был программа 2017 йылда барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла тормошҡа ашырылырға тейеш.
Ошо урында аныҡ һандарҙы атап үтергә кәрәктер. 2011/2012 уҡыу йылында ғына республика мәктәптәрендә 840 компьютер класы булдырылған, 18 мең уҡытыусыға ноутбук бирелгән. Белем биреүҙә мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланыу өсөн былтыр биш меңдән ашыу уҡытыусы квалификацияһын камиллаштырған. Хәҙер республикабыҙ мәктәптәрендә 55 мең самаһы компьютер ҡулланыла. Әгәр 2008 йылда бер компьютерға 20,42 уҡыусы тура килһә, хәҙер был күрһәткес күпкә яҡшыраҡ (7,1 уҡыусы).
Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, республикабыҙҙа электрон белем биреү системаһын йәйелдереү өсөн бер ни ҙә ҡамасауламай кеүек. Асылда иһә мөһим программаны тормошҡа ашырыуҙа төрлө ҡатмарлыҡтар осрай. Әлеге ваҡытта бары 131 мәктәптә генә директорҙың мәғлүмәт технологиялары буйынса урынбаҫары, 193-дә техник хеҙмәткәр вазифаһы булдырылған. Әгәр белем усағында бының буйынса яуаплы хеҙмәткәр юҡ икән, бөтә эш информатика уҡытыусыһының иңенә төшә. Был да үҙ сиратында электрон белем биреүҙе тотҡарлай.
Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы коллегия ағзалары ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән эшен дауам итә.