Һәр Яңы йылды әҙәм балаһы яңы өмөттәр, яҡшы, яҡты киләсәккә ышаныс, изге теләктәр менән ҡаршы ала. 2012 йыл — Аждаһа йылы ниндәй булыр һуң? Был хаҡта төрлө йондоҙнамәләр, күрәҙәселәр, аҡыл эйәләре төрлөсә фараз итә. Кемдер ҡурҡыта, кемдәрҙер яҡшы булырына ышандыра. Гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш, күптәрҙе ауыр сырхауҙарҙан, тормошта була торған күңелһеҙлектәрҙән арындырыусы танылған экстрасенс-дауалаусы Альбина ИШБУЛАТОВА киләһе Аждаһа йылы тураһында бына нимә ти:
— Аждаһа — көслө билдә, шуға күрә бөтә яҡтан ҡарағанда ла бик етди йыл тыуырға оҡшай. Ул һыуҙа йөҙә, ут менән һулай һәм һауала оса. Уның ауыҙынан ут, һыу һәм алтын бөркөлөп тора. Аждаһа ҡабырсыҡ эсендә йәшәй, ялтырарға, еңергә ярата, тау тишегенә йәки һыу аҫтына инеп йәшеренә, бер аҙ ял итеп алғас, тағы көрәшкә күтәрелә һәм еңеүгә ирешә.
Аждаһа йылын ниндәй табында ҡаршылаһаҡ, был йылда беҙгә бәхет йылмайыр һуң?
Яңы йыл табыны бик мул булырға тейеш, ләкин унда консерванттар, ярымфабрикаттар урын алмаһын. Барлыҡ йәшелсә-емеш тә сей килеш тәҡдим ителһен. Яҡшы, ҡиммәтле һауыт-һабағыҙҙы ҡуйырға ҡыҙғанмағыҙ. Аждаһа затлылыҡты ярата. Уға һары, ҡыҙыл, алтынһыу төҫтәр оҡшай.
Аждаһаны ниндәй кейемдә ҡаршыларға?
Яңы йыл кисәһенә күҙгә бәрелеп торған ялтырауыҡлы кейемдәрегеҙҙе кейегеҙ. Ҡабырсыҡтарға оҡшаған йылтыр ҡайыш йәки башҡа шундай биҙәктәр булыуы зарур. Аждаһа һауала оса, ҡайҙа алтын, байлыҡ барлығын белә һәм уларҙы һаҡлай. Әгәр һеҙ Яңы йыл кисәһенә зиннәтле итеп кейенеп биҙәнәһегеҙ икән, Аждаһа йылы ла һеҙҙе ҙурлар, күп аҡса килтерер, байлыҡ юлын асыр. Аждаһа ҡыйыу, маҡсатлы, тырыш кешеләрҙе ярата, уларҙы бүләкләй. Бәхетте күктән көтөп ятырға түгел, эҙләп табырға кәрәк.
Яңы йыл алдынан Аждаһаға бүләк (талисман) әҙерләү ҙә яңы уңыштар килтерә. Уның шулай икәнлегенә күп тапҡыр инандым. Йыш ҡына был хаҡта миңә шылтыратып әйтәләр. Зәңгәрле, һарылы, ҡыҙыллы туҡыманан бәләкәй генә тоҡ тегегеҙ. Унда төрлө таштар, ҡабырсыҡтар, өс төрлө ярма, ҡабаҡ төштәре, ялтырап торған яңы аҡсалар һалығыҙ ҙа, ҡапсыҡты ялтырауыҡлы еп менән бәйләп, матур теләктәрегеҙҙе теләп, өйөгөҙҙөң көнсығыш яғына йә тәҙрә төбөнә ҡуйығыҙ. Тылсымлы ҡапсыҡ йыл буйы күҙгә күренеп торһон, теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Уның янына Аждаһа сувенирын йәки уйынсығын ултыртып ҡуйһағыҙ ҙа яҡшы була.
Кемде ниндәй уңыштар көтә Аждаһа барлыҡ билдәләргә лә карьера йәһәтенән үҫеш вәғәҙә итә.
Сысҡан. Яңы йылда яҡшы эштәр менән шөғөлләнер һәм тыныс күңелле булыр.
Үгеҙ. Тырышып эшләү талап ителә.
Юлбарыҫ. Йыл ҡырыҫ буласаҡ. Һеҙҙә ялтырау бар, Аждаһа шуны ярата.
Бесәй. Ил-көндәге төрлө үҙгәрештәрҙе күҙәтеп ләззәт аласаҡ. Үҙенең эштәре яҡшы барыр.
Аждаһа. Үҙ йылында бәхетле буласаҡ. Ул үҙен һыуҙағы балыҡ кеүек хис итер. Был уның өсөн бик уңышлы йыл.
Йылан. Бик тыныс, бик рәхәт. Тормош уға йылмайып тора.
Ат. Был йыл уның өсөн яҡшы булыр. Эштәренән ҡәнәғәтлек алыр.
Кәзә. Ҡайҙандыр аҙ-аҙлап даими табыш килтерер, бына тигән итеп йәшәр.
Маймыл. Ул быйыл төп ролде уйнаясаҡ. Аждаһаға ул бик кәрәк.
Әтәс. Никахҡа кереү өсөн бик уңайлы йыл. Үҙенә пар эҙләһен, һөйһөн, һөйөлһөн.
Эт. Йыл уңышлы булһа ла, артыҡ ялтырау һәм ашығыуҙар этте арытыр. Күп мәшәҡәттәрҙән ситтә ҡалыу яғын ҡараһын.
Сусҡа. Ауыр саҡтарҙа дуҫтары ярҙамға килер. Ризығы күп булыр.
Г. СӘХИЕВА яҙып алды.