Яңылыҡтар19.11.2011
Уҡыусылар өсөн яңы автобустар

Йыл аҙағына тиклем республиканың ауыл мәктәптәре өсөн 66 миллион 670 мең һумға 66 автобус һатып алынасаҡ. Яңы транспорттың асҡыстары 47 район һәм ике ҡала вәкилдәренә тапшырыласаҡ. Был 155 ауылда йәшәүсе ике меңдән ашыу балаға уҡырға йөрөүҙе еңелләштерәсәк.
Ошо көндәрҙә 14 районға мәктәп автобусы ҡайтарылған. Әлеге ваҡытта республикала 1804 ауылдан 23 665 уҡыусы автобуста уҡырға йөрөй. Техниканы файҙаланыу ваҡыты – ете йыл, һәр береһе 22 уҡыусыға иҫәпләнгән.

Шәкәрҙең уңышы мул

Шишмә шәкәр заводы үҙенең продукцияһын Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға оҙата башланы.
Рәсәйҙең күпселек төбәктәре һәм яҡын сит илдәр ҙә завод етештергән юғары сифатлы шәкәр менән ҡыҙыҡһына. Быйыл “татлы тамыр” уңышы мул булғанға, шәкәрҙең үҙебеҙҙән ҡалған өлөшөн экспортҡа сығарыу мөмкинлеге бар. Йыйып алынған уңыштан 150 – 160 мең тонна шәкәр ҡомо эшләнәсәк.

Юғары белемле эшһеҙҙәр эшсе һөнәренә риза түгел

Йыл башынан баш ҡалала рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны яҡынса 2 500 кешегә кәмегән. Әлеге ваҡытта Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә 8 700 кеше иҫәптә тора, шул уҡ ваҡытта 11 700 буш вакансия бар.
Республика буйынса был күрһәткес башҡа төрлө: 38 мең эшһеҙгә 32 мең эш урынын тәҡдим итәләр. Вакансияларҙың күпселеге – эшсе һөнәрҙәре. Уларҙың күбеһе техник белемле һәм төрлө эштә йөрөргә ризалашмай.

Эстониялағы яҡташтарыбыҙ һынатмай

Эстония башҡорттарының “Ағиҙел” мәҙәниәт йәмғиәте VI “Вентспилс гөлләмәһе-2011” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә дипломант булған. Сара Латвияның Вентспилс ҡалаһында үткән.
Ике йылға бер тапҡыр бында халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үткәрелә. Быйыл Латвия, Эстония һәм Белоруссиянан 15 милләт вәкиле 29 мәҙәни коллектив менән килгән. Эстонияла йәшәүсе башҡорттар сарала әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Латвияла милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереү өсөн” номинацияһында диплом менән билдәләнгән. Аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса департамент етәкселеге “Ағиҙел” мәҙәниәт йәмғиәтенең эшмәкәрлеген юғары баһалаған.

Шаяндар һәм зирәктәр ярышты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында КВН булды. Республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан утыҙҙан ашыу команда сарала ҡатнашырға теләк белдерһә лә, жюри ағзалары 12-һен генә һайлап алды. Өфө, Нефтекама, Салауат, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Екатеринбург ҡалаһы отҡорҙары араһында көсөргәнешле ярыш барҙы.
Һөҙөмтәлә Екатеринбург ҡалаһынан килгән “Ҡыш” командаһы беренселекте яуланы. Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Өсөнсө урынды БДУ-ның Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы һәм Салауат ҡалаһы йыйылма командалары үҙ-ара бүлеште.

Юлдарҙа боҙлауыҡ – һаҡ булығыҙ!

Һуңғы тәүлектә республика юлдарында 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шуларҙың 11-е – баш ҡалала. Ике кеше һәләк булған, 11-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылы эргәһендә йөк машинаһына идара итеүсе водитель юл буйынан китеп барған 54 йәшлек ирҙе күрмәй ҡала һәм төкөтә. Ошо ауыл кешеһе фажиғә урынында уҡ һәләк була. Стәрлетамаҡ районында ла ошоға оҡшаш бәхетһеҙ хәл була. Ярамаған урында юл аша йүгереп сығып барған йәйәүле тапала. Ул шунда уҡ йән бирә. Дим биҫтәһендә көндөҙ йәйәүлеләр үткеле аша юлды сығып барған баланы “Тойота Ленд Крузер” төкөй. Төрлө тән йәрәхәттәре алған малайҙы 17-се ҡала клиник дауаханаһына оҙаталар.

Сербтар Рәсәйҙә йәшәргә әҙер

Косовола йәшәүсе 21 мең серб Рәсәй Дәүләт Думаһына гражданлыҡ һорап мөрәжәғәт иткән. Мөрәжәғәтнамә Рәсәй Сит ил эштәре буйынса министрлыҡҡа килгән, тиҙҙән ул депутаттарға тәҡдим ителәсәк.
Был хатҡа ҡарата билдәле сәйәсмәндәр үҙ ҡарашын белдерә башланы. Сербтар иһә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Европа союзына ышанмауҙарын, илдә сәйәси хәлдең тотороҡһоҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм, әлеге хәлдән сығыуҙың башҡа юлы булмау арҡаһында, Рәсәйҙән яҡлау эҙләп мөрәжәғәт итеүҙәрен билдәләй.

Халыҡ ҙур корпорацияларҙың сәйәсәте менән риза түгел

Нью-Йоркта үткән “Уолл-стритты баҫып ал” хәрәкәтендә ҡатнашыусы 300-ҙән ашыу кеше ҡулға алынған. Биш кеше енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә, 17 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Нью-Йорк демонстрацияһында бөтәһе меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был хәрәкәт ҙур корпорацияларҙың финанс сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай. Лас-Вегас, Портленд, Сент-Луис, Миннеаполис, Вашингтон, Филадельфия, Чикаго, Сиэтл ҡалаларында ла халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, урамға сыҡҡан.
С. РАХМАНҒОЛОВ, Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.
“Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат
мәғлүмәттәре файҙаланылды.


Вернуться назад