Йәшел урман һауаһы – тәндең яҡшы дауаһы09.11.2013
Йәшел урман һауаһы – тәндең яҡшы дауаһыБүтәндәр тураһында хәстәрлек күреп, үҙебеҙҙең бәхетте табабыҙ, тигән аҡыл эйәһе Платон. Регина Закирова был кәлимәне яҡшы аңлай: юғары уҡыу йортон тамамлағас, яҡташтарына ярҙам итеү ниәтенән, өҫтәүенә, ҡулында маҡсатлы йүнәлтмә лә булғас, эшкә тыуған төйәгенә юллана. "Ауыл табибы" федераль программаһына ярашлы, бер миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы ала. Шулай итеп, торлаҡ мәсьәләһен хәл итә.

– Тарханда тыуып үҫкәнмен, – тине Шаран район үҙәк дауаханаһы терапевы Регина Өлфәт ҡыҙы. – Бәләкәйҙән врач булғым килде, Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алдым.
Табипты эш бүлмәһендә түгел, ә дауахананың оҙон коридорында тап иттек. Баш врач Вил Фәхретдиновҡа йүгереп китеп барыуы икән. Унан кире әйләнеп килеүенә ишек төбөндә уны беҙҙән тыш тағы тиҫтәгә яҡын пациент дүрт күҙ менән көтә ине. Тәүге осрашыуҙан уҡ тилберлеге һоҡландырҙы, эстән янып йөрөүе иһә күптәргә өлгө булырлыҡ. Ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә беҙҙең менән әңгәмәләшергә лә ваҡыт тапты йәш белгес.
Регина Закирова белдереүенсә, уларҙың эшендә белем иң мөһим урынды алып тора. Был осраҡта яңылышыу ғәфү ителмәй. Шуға күрә лә ҡыҙ белемен камиллаштырыуҙы эҙмә-эҙлекле алып бара. Тормошта дөрөҫ йүнәлеш биргәндәре өсөн Эльвира Палатинскаяға, Валентина Миңлебаеваға, Вил Фәхретдиновҡа, Рәмил Закировҡа оло рәхмәтле.
– Әгәр ҡулыңдан килһә, иң тәүҙә аҡ халатлыларға ниндәй ярҙам күрһәтер инең? – тип һорайбыҙ.
– Эш хаҡын күтәрмәй тороп, алға китешкә өлгәшеп булмауын аңлай башланым, – тине йәш табип.
– Һуңғы таянысты һеҙҙә табыусыларға ниндәй дауалау алымдарын ҡулланаһығыҙ?
– Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә. Илле процент – һүҙ, илле процент дарыу менән...
Әңгәмәсем әйтеүенсә, йәшел урман һауаһы – тәнгә яҡшы дауа. Кешегә бигерәк тә саф һауала йөрөү, ял минуттары етмәй бөгөн. Күптәр ваҡыттың юҡлығына һылтана, үҙен кәрәкле-кәрәкһеҙ эш менән күмә. Был дөрөҫ түгел. Файҙалы шөғөлдө бүтәндәре менән дә аралаштыра белеү зарур.
Телефон шылтырағас та, уны эшенән бүлмәҫ өсөн бүлмәнән сығырға ашыҡтыҡ. Бер мөрәжәғәтте лә яуапһыҙ ҡалдырмай Регина.


Вернуться назад