Иң ҙур баһа – улың һүҙелер09.11.2013
Иң ҙур баһа – улың һүҙелерБала саҡта ниндәй генә малай ялтыр погон тағырға хыялланмай икән?! Күптәренең был теләге әрме сафына барыу менән юҡҡа сыҡһа, икенселәренең, киреһенсә, тап хеҙмәт иткән осорҙа бала саҡ хыялы әкренләп тормошҡа аша башлай. Минең геройым менән дә тап шулай килеп сыға.

Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Фәрит Моратов 1994 йылда Хәрби-Диңгеҙ Флотына хеҙмәткә алына. Кронштадт ҡалаһында ярты йыл “әрме һурпаһын” һемергәс, Балтик диңгеҙендә йөҙгән хәрби карапҡа күсерелә. Төньяҡ флотта бер аҙ булғандан һуң, Баренц диңгеҙенә һыу аҫты кәмәһенә ебәрелә. Бурысын үтәгәндән һуң, тағы бер йылға контракт нигеҙендә ҡала. Тыуған яҡтарына старшина булып ҡайта.
Фәрит Әхмәтғәле улы шул осорҙа уҡ киләсәк тормошон эске эштәр хеҙмәте менән бәйләргә ҡарар итә. Хәйер, йәш егеткә яурынындағы тәүге ялтыр погондар ҙа оҡшап ҡала, артабан ундағы йондоҙҙарҙы арттырыу теләге уяна.
Әлбиттә, барыһы ла ул теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Тәүҙә эске эштәр бүлегендә водитель була. Артабан төрлө бүлектәргә күсерелә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университеты янындағы хәрби академияны тамамлай. 2010 йылдан Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Хеҙмәттәштәре уны ышаныслы, кешелекле һәм кеселекле, иптәштәренә һәр саҡ таяныс булған, ауыр мәлдә ярҙамға килгән кеше тип белә. Күптәр эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәрен ҡанундар буйынса ғына эш иткән ҡаты кеше тип уйлаһа, Фәрит Моратовтың, киреһенсә, хәрби булыуын белгәс, аптырап ҡалалар. Ул полицейскийҙар менән бергә төрлө рейдтарға сыға, хужамын тип кабинетта ултырмай, барлыҡ проблемаларҙы белә, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙың һәр береһенең эше һәм тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Шулай булмаһа, былтыр “Браконьер” операцияһында шәхсән үҙе ҡатнашып, мышы атыусыны тотоу өсөн Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһына барып етер инеме?!
Был хәл күпкә мажаралыраҡ була. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан браконьерҙарҙың мышы атыуы тураһында хәбәр алына. Майор Фәрит Әхмәтғәле улы етәкселегендәге оператив төркөм Копейск ҡалаһына юллана. Ләкин бурҙарҙың Сибайҙа йәшәгән дуҫы, уларҙы һатмаҫ өсөн, мышыға атҡан кешенең тик исем-фамилияһын ғына әйтә, йәшәгән, эшләгән урынын белдермәй. Копейскиҙа улар эҙләгән кешенең исем-шәрифе бик таралған икән. Шуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ хоҡуҡ һаҡсылары браконьерҙы тиҙ арала асыҡлай. Әммә бур фатир ишеген асмай. Йыраҡтан килгән Баймаҡ полицейскийҙары төндө подъезда үткәрә. Оператив саралар һөҙөмтә бирмәгәс, Ф. Моратов Копейск ҡалаһының прокурорынан браконьерҙың фатирына үтеп инергә рөхсәт һорай. Прокурор: “Беҙҙең хоҡуҡ һаҡсылары ла башҡорттар кеүек эшләһә ине лә”, – тип үҙенең һоҡланыуын белдерә.
Кран менән дүртенсе ҡатҡа күтәрелгән полиция майорын күргән браконьер тәҙрәһен ярғанды көтмәй, балкон ишеген үҙе аса. Уға Рәсәй Енәйәт кодексының 258-се статьяһына ярашлы (законһыҙ һунар итеү), енәйәт эше ҡуҙғатыла, атылған мышы өсөн дә ҙур ғына күләмдә штраф түләргә тура килә.
Был – майор Фәрит Моратовтың тынғыһыҙ эш көнөнән бер миҫал. Кемдәр менән генә осрашырға тура килмәй уға: кеше ғүмерен ҡыйыусы, язалаусы, браконьер, үҙ балаһынан баш тартыусымы, тура юлдан тайпылған йәш үҫмерме... Барыһы менән дә аралашырға, һөйләшергә, уларҙы шундай аҙымға этәреүгә нимә сәбәпсе булыуын асыҡларға тырыша. Тап ошондай ваҡытта уның кеше хәленә керә белеүе, хеҙмәттәштәренә ярҙам ҡулы һуҙыуы Фәрит Моратовтың ҡасандыр хыял иткән ҡиблаһына тоғро ҡалыуынан киләлер.
Ғаиләһендә өлгөлө атай, хәстәрлекле ир ул. Тормош иптәше Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы менән Иҙел, Гөлдәр һәм Илмир исемле балалар үҫтерә. Кескәй Илмир: “Ҙурайғас, мин дә атай кеүек булам!” – тип уның фуражкаһын кейеп, миҙалдарын ҡәҙерләп, погондарын тотоп йөрөй икән, киләсәктә атаһы юлынан китмәҫ тимә. Хәйер, атаһынан күргән – уҡ юнған, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.


Вернуться назад