Тормош күренештәре09.11.2013
Сәскәләр һәм алҡыштар
Концертта уңышһыҙ сығыш яһағандан һуң, атҡаҙанған артист Мәрфуға Ҡолһөйәрова, сисенеп тә тормаҫтан, иренә ташланды: "Һиңә кейәүгә сығыуым яңылышыу булған. Исмаһам, бер файҙаң тейһәсе! Ана, Рәмилә Ғәбсәҙуллинаның ире ҡатыны өсөн өлтөрәп тора. Ә бит тауышы ла юҡ, һайыҫҡан шыҡырлаған кеүек. Сәскә биреүҙе лә ойоштора белмәнең, мәмәй ауыҙ! Оятҡа ҡалдым, гөлләмә тоттороу түгел, ҡул сабыусы ла булманы".
Сәскә биреүҙе ойоштороу тигәне былай була: артист үҙ аҡсаһына сәскә һатып ала ла концерт ваҡытында тамашасыларҙан, таныш-тоношонан үҙенә тапшырта. Бына шулай яһала сәхнәләге уңышлы сығыш, алҡыш һәм балҡыш.
Ҡатынының туҙыныуына күнегеп бөткән Мирхәт был юлы түҙмәне — контрһөжүмгә ташланды:
— Етте! Һинән әртис яһайым тип күпме аҡса түктем! Күлдәк менән туфлиҙарың өсөн генә лә ике машиналыҡ аҡса китте. Атҡаҙанған исемен юллап, Мәҙәниәт министрлығы юлын күпме тапаным. Әллә ни саҡлы түрәгә лә аҡса төрттөм, ресторанда һыйланым. Ә клиптар төшөрөү, гәзит-журналға заказ буйынса мәҡәләләр яҙҙырыу... "Туған тел" каналынан көн һайын күрһәтәләр үҙеңде. СМС хәбәрҙәр яуҙырабыҙ. Имеш, Ҡолһөйәрова — шәп йырсы, Ҡолһөйәроваға — дан!
— Етәр! — тип ҡысҡырҙы дөрөҫөн ишетергә теләмәгән Мәрфуға. — Алып бир корвалолды, үлеп барам бит! — Ә үҙе һаман: "Сәскә биреүҙе лә ойоштора белмәнең", — тип туҡыуын дауам итте.
Оҙон ҡыш, яҙ үтеп, йәмле йәй еткәс, Мәрфуға Ҡолһөйәрова райондар буйлап гастролгә сыҡты. Ихлас ауыл тамашасыһы уның һәр бер йырын йылы ҡабул ҡылып, баҡсаларында үҫтергән сәскәләрҙе бүләк итте. Мәрфуғаның ғына уларға иҫе китмәне. Клубтан сыҡҡас та, бер ҡосаҡ сәскәне атып бәрҙе. Концерттан ҡайтып барған берәү уның: "Бесән йыйып ултырыр хәлем юҡ әле", — тигән һүҙҙәрен генә ишетеп ҡалған.
Сабир ШАКИРЙӘНОВ.
Пенсионер бесәй
Баймаҡ районында гастролдәбеҙ. Этҡол ауылында бер ғаиләгә фатирға төштөк. Мунса яғып ебәрҙек тә, әҙер булғанын көтөп, хужа менән һөйләшеп ултырабыҙ. Шул ваҡыт өйҙән ҙур ғына бер бесәй килеп сығып, яныбыҙға йүнәлде. Мин һорай ҡуйҙым:
— Ағай, бесәйегеҙ олпат ҡына күренә, нисә йәштәрҙә икән?
Хужа ағай:
— Әллә инде, мин иҫ белгәндә бар ине, ахыры,— тине.
— Әгәр һеҙгә илле йәш самаһы булһа, бесәйегеҙгә кәмендә алтмыш тирәһелер инде улайһа, — тинем.
— Барҙыр, барҙыр, — тине шаян ағай. — Күптән инде пенсияла, сысҡан тотоу эшенә ҡушмайбыҙ.
Бәпескә аҡса
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, күрше ауылда йәшәгән Вәсилә апайым менән еҙнәмде барып күрмәксе булдым. Илнур исемле өс йәшлек бик телдәр малайҙары ла бар.
— Ағай, һеҙҙең бәпесегеҙ бармы? — тип һораны ҡапыл Илнур.
— Юҡ, — тим. — Мин әле кәләш алмағанмын.
— Беҙҙеке лә юҡ шул. Атайым бәпескә тигән аҡсаға магнитофон алып ҡайтҡан, хәҙер аҡсаны бәпескә йыябыҙ инде, — тине уфтанып.
“Хәсрәт”
Исемем һирәк ишетелгән булғас, бик иҫтә ҡалмайҙыр, күрәһең. Бигерәк тә балаларҙың хәтерендә. Гастролдә йөрөгәндә фатир хужалары: "Харис, район үҙәгенә барып киләбеҙ. Марат улыбыҙ һинең менән ҡала, күҙ-ҡолаҡ булып тор әле, тиктормаҫыраҡ бала", — тине.
Минең менән телевизор ҡарап ултырған малай бер мәл юҡ булған, абайламағанмын да. Бер аҙҙан тыштан ҡысҡырған тауышы ишетелде.
— Хәсрәт! Хәсрәт, сыҡ әле! — тип өҙәләнә малай.
Йүгерҙем ихатаға. "Ниндәй хәсрәт төштө икән?” — тип хафаланам. Баҡтиһәң, ул мине саҡыра икән.
— Хәсрәт ағай, мотоциклды ауҙарҙым, күтәреп ҡуяйыҡ әле, — ти был.
“Ошо ғибрәт”
Көйөргәҙе районында гастролдә йөрөгәндә концерттан һуң бер туйға саҡырҙылар. Өй тулы ҡунаҡ, өҫтәл һый-ниғмәттән һығыла. Тик бына кисәне алып барыусы килмәгән, мәжлесте йәнле итеп ойоштороусы юҡ. Был эште үҙемә йөкмәргә тура килде. Төнө буйы тиерлек йырланым, ҡунаҡтарға ла һүҙ бирҙем, көлдөрҙөм, ҡыҫҡаһы, кеше һыйы менән рәхәтләнеп һыйланым, ашаттым-эсерҙем.
Билдәле, арып-талып йоҡоға талғанмын. Иртәгеһенә уянып китһәм, бер әбей менән бабай ултыра.
— Ҡарт, ҡара әле, теге мин һөйләгән ғибрәт ошо була инде, — ти әбей. Бабайы туйҙа була алмаған да таң менән мине күрергә килгән икән.
“Мин дә негр
булдым”
Улым Уралдың өс йәшлек сағы. Урамда әсәһе менән Африка кешеһен күреп ҡайтҡан да:
— Атай, негрҙы нисек яһайҙар, әллә батҡаҡ буяйҙармы? — ти.
Мин рәхәтләнеп көлдөм дә:
— Эйе, батҡаҡ буяйҙар, — тинем.
Шаярыуын-шаярҙым да бит, артабан нисек булырын уйламаным. Бер мәл улым ҡап-ҡара булып, бысранып ҡайтып керҙе, танырлыҡ та түгел.
— Ҡайҙа шулай бысрандың, тәгәрәнеңме әллә? — тим, аптырап.
— Юҡ, мин негр булдым! — тип бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә яуапланы улым.
Харис МӨБӘРӘКОВ.