Мышар (миләш)
Йәй үтеп тә китте. Күптәр ожмахтай был мәлдең матурлығына һоҡланып ҡына ҡалманы, ергә эйелһәң дә, ағастарға үрелһәң дә “мә” тип тотторорға торған емеш-еләген дә, япраҡ-ҡайырыһын да һаҡлыҡҡа һалып ҡуйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүҙлектәрҙә башҡортса үҫемлек атамаларын табыуы ауыр, ҡайһы саҡ бик теүәл тәржемәләнмәгән дә булып сыға. Шуның өсөн гәзит уҡыусыларға “манжетка” үләнен “ысыҡ үләне” тип уҡырға кәрәклеген иҫкәртергә теләйем. Быны Интернетта социаль селтәрҙәге төркөмөмә яҙған уҡыусыларыма ҙур рәхмәт!
Ә сентябрҙә һуң өлгөрә торған алмалар, балан, мышар йыйылды.
Бөгөн тәлгәштәре урмандарыбыҙҙы баҙратып ултырған, емештәре аш-һыуҙа сикле генә ҡулланылған мышарҙы иғтибарығыҙға тәҡдим итәм. Үҙендә бер аҙ ҡырҡыу тәм булған өсөндөр уны бик йыя һалып бармайҙар. Бынан бик анһат ҡотолоу юлы бар, аҫтараҡ яҙырмын.
Мышылы урмандарымда
Мышарҙар ҡушар-ҡушар,
Ушатыр уттай һутына
Юшандар таты ҡушар.
Мышарҙармы – йәй өҫтөндә
Алҡынмағанға бошар?!
Белеп кенә үҙ баһаһын
Ҡояш нурҙарын тышар.
Ҡуҙғымай ҡуҙ төшөрөргә
Миҙгелен көтә мышар,
Ялҡын һүнгәс, урмандарҙы
Баҙратыр тошар-тошар.
Йөҙөмә ҡаба эҫеһе,
Ҡайнарлығын ҡыш ҡоршар.
...Икәүләп мышар тирәбеҙ,
Ҡулыбыҙ ҡушар-ҡушар.
Мышар яҙын телле-телле ҡупшы япраҡ тәлгәштәре менән урманды, йорт яны баҡсаһын йәмләп ултыра. Йәй уртаһынан инде суҡ емештәре көндән-көн ҡыҙара барып, август аҙағына үҙе бер хозур күренеш бүләк итә.
Уның миндеге иртәнсәк мунса инеү өсөн һәләк ҡулай – ул тәнде терелтеп, йәнгә дәрт өҫтәп ебәрә, ҡан шәберәк йөрөй башлай.
Мышарҙың һәр өлөшө файҙалы – ҡайырыһы ла, сәскәһе лә, емештәре лә, япраҡтары ла. Емешендәге сорбит – шәкәр ауырыуынан яфаланыусылар өсөн үҙе бер дауа.
Ниндәй генә витамин, ниндәй генә микроэлемент юҡ унда! Каротин буйынса кишерҙе уҙып китеүен әйтеү ҙә етә. Ниндәй сир-сырхауҙы дауалағанда ҡулланылыуын бик оҙаҡ һанарға булыр ине.
Мин иһә бөгөн үҙем уйлап сығарып, яратып ҡулланған бер тәмлекәсте тәҡдим итәм.
Мышар менән алма ҡайнатмаһы
Башта 3 процент тоҙ һалынған һыуҙа мышарҙы 2 минут ҡайнатып алдым (ҡырҡыуы бөтһөн өсөн), шунан 1х1 иҫәбенән алма турап һалдым. Бер лимонды ҡабығы-ние менән тураным (орлоғон ташланым). Килоһына 1х3 иҫәбенән шәкәр һалдым. Төнгөлөккә ҡалдырҙым. Иртән блендер менән иҙҙем дә ҡәҙимге ысул менән ҡайнаттым.
Инфаркт, инсульт кисергәндәргә мышарҙы күп итеп ашарға ярамай. Ҡанды ҡуйырта икәнен иҫтән сығармағыҙ. Ҡан баҫымын төшөрә, гипотониктар һаҡлыҡ менән ҡулланһын. Уның ҡарауы, ҡан баҫымы юғары булғандар тәмләп сәй эсеп кенә лә хәлен еңеләйтә ала.