Яңы йылдың үҙенә генә хас серле, сихри байрам булыуына күнеккәнбеҙ. Тыуасаҡ йыл төнөндә мөғжизә көтәбеҙ, уның мотлаҡ буласағына ышанабыҙ.
Кисәне һәм табынды йәмләүгә барлыҡ оҫталығыбыҙҙы һалабыҙ, аш-һыу хәстәрләйбеҙ, йорт-еребеҙҙе күркәмләндерәбеҙ. Ҡупшыҡай шыршыны үҙенә саҡырып торған төҫлө уттар гөлләмәһе — гирляндалар менән биҙәү ғәҙәтебеҙгә һеңгән. Етмәһә, хәҙер йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Мәлендә аҡса янсыҡтарын ҡалынайтып ҡалырға тырышыусы эшҡыуарҙар ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә тырышлығын һала. Яңы йыл алдынан сауҙа нөктәләрендәге фейерверк, петарда һәм бенгаль уттарын өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә һатып ала. Байрам мәлендә бер кем дә уларҙың сифаты менән артыҡ ҡыҙыҡһынып тормай. Һөҙөмтәһен фаразлайһы түгел: бындай хәүефле “уйынсыҡтарҙы” файҙаланған саҡта кемдер йәрәхәтләнә, икенсеһе янғынға юлыға, өсөнсөһө бәхетһеҙлеккә тарый... Һәр ялтыраған әйберҙең алтын булмауына бәлә килгәс кенә ышанаһың.
Хатта өлкәндәр ҙә дөрөҫ ҡулланыу кәрәклегенә иғтибар итмәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре онотола. Пиротехника ҡабыҙғанда тәмәке тартыуҙың ҡәтғи тыйылыуына әһәмиәт бирмәүселәр ҙә байтаҡ. Ут гөлтләп ҡабыныу ихтималлығы ҙур булған биналарҙан алыҫыраҡ урында эш итергә кәрәклеген дә оноталар. Ҡабыҙырҙан алда елдең ҡайһы яҡҡа иҫеүе һәм ниндәй хәүеф тыуҙырыуы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Торлаҡ йәки төҙөлөш барған урындар эргәһендә фейерверк һәм петарда осороу ҡәтғи тыйыла.
Бенгаль уттарын, шартлаусы уйынсыҡтарҙы өйҙә һынап ҡарарға ярамай. Гирлянданың заводта эшләнгәнен һәм төҙөклөгөн тикшереп алырға кәрәк.
Шыршыны күркәм итеп биҙәү теләгегеҙ ни тиклем көслө булһа ла, уға еңел тоҡана торған уйынсыҡ элмәгеҙ һәм ботаҡтарҙа шәм ҡабыҙмағыҙ. Балаларға ҡағыҙҙан, марлянан һәм мамыҡтан тегелгән маскарад кейемдәрендә шыршы эргәһендә уйнарға, гирляндаларҙы үҙҙәренә ҡабыҙырға рөхсәт итмәгеҙ.
Былтыр төбәгебеҙҙә пиротехниканы дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында янғын сығыуҙың бер осрағы теркәлгән. Белгестәр әйтеүенсә, Яңы йыл һәм ҡышҡы каникул көндәрендә хәүеф көсәйә. Йыл һайын байрам осоронда 20 — 30 янғын сыға, тиҙәр.
Мөғжизә көтөп, матур әҙерлек менән ҡаршылаған Яңы йылдан һуң дауаханаға эләгеүегеҙ йә булмаһа ауыр хәлгә тарығығыҙ киләме? Ундай уйығыҙ юҡ икән, әле һанап үтелгән һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ. Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла хәүефтән ҡурсалағыҙ. Һеҙҙең менән бергә өр-яңы йылға аяҡ баҫҡан туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың именлеге хаҡында онотмағыҙ.