Автомобиль йөрөтөүсене кем яҡлар?08.11.2013
Автомобиль йөрөтөүсене кем яҡлар?ОСАГО полисының срогы сығырға тейешле көндө үҙемдең страховка учреждениеһына, йәғни Хәрби страховка компанияһы — ВСК-ға юлландым. Инде ун йылға яҡын был документты уларҙан алам. Компанияның Нефтекамалағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре мине танып белә, шуғалыр ҙа яҡты йөҙ менән ҡаршыланылар. Әммә артабанғы һөйләшеү беҙҙе “сит кешеләргә” әйләндерҙе. Документтарҙы ҡарап сыҡҡан һылыу, ОСАГО-ға өҫтәп, тағы ла берәй төрлө страховка эшләргә кәрәклеген әйтте. “Мәҫәлән, фатирығыҙҙы страховкаларға тәҡдим итәм”, — тине ул. “Фатирҙың ОСАГО полисына ни ҡыҫылышы бар һуң?” — тигән һорауым яуапһыҙ ҡалды.

Артабанғы һөйләшеүҙән шул асыҡланды: ВСК компанияһының Мәскәүҙәге етәкселеге фарманы буйынса ОСАГО полисын алыр өсөн уға өҫтәп мотлаҡ рәүештә тағы ла бер төр страховка килешеүе төҙөргә кәрәк. Бындай талаптың бар ҡанундарҙы ла тупаҫ боҙоу икәнлеге тураһында башлаған һүҙҙәремде хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре дауам итте. "Беләбеҙ, аңлайбыҙ, тик был фарманды үтәмәһәк, иртәгә эш урынын ҡалдырырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙҙең шарттарға риза булмағас, башҡа страховка компанияларына барып ҡарағыҙ, тик уларҙа ла хәлдәр шулайыраҡ", — тине улар.
ОСАГО-ға өҫтәмә страховка талап итеү быйыл яҙҙан башланған икән. Күптәр ризаһыҙлығын белдереп ҡарай ҙа, әммә һуңғы сиктә страховкалаусының шартын ҡабул итергә мәжбүр була, сөнки, ОСАГО полисы юҡ килеш, рулгә ултырһаң, һиңә 500—800 һум штраф янай.
ВСК хеҙмәткәрҙәренең тәҡдимен тотоп, бер нисә страховка компанияһының ҡалала эшләгән бүлексәләрендә булдым. Мотлаҡ медицина страховкаһы менән генә шөғөлләнеүселәренән тыш, мине ҡыҙыһындырғандары тиҫтәнән ашыу булып сыҡты. Барыһы ла тиерлек ОСАГО-ға өҫтәмә страховка талап итә. “Барыһы ла тиерлек” тип әйтеүем шунан: “УралСиб” страховка төркөмө офисында “Беҙҙә тейешле бланктар бөттө, алдағы аҙнала килегеҙ”, — тинеләр һәм, сираттың ҙурлығына һылтанып, аңлатма биреп торманылар; ә “Согаз” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, итәғәтле генә ғәфү үтенеп, квартал аҙағы булыу сәбәпле, был мәсьәлә буйынса ҡабул итеү сәғәтенең тамамланыуын белдерҙе...
Шулай итеп, эш көнө бөтөүгә һәм ҡулымдағы ОСАГО-ның ғәмәлдән сығыуына алты сәғәт ҡалыуға, яңы полис алыу өмөтө өҙөлдө. Өйгә йүнәлгәндә, элекке хеҙмәттәшем тап булды. Хәл-әхүәл һорашып, яңылыҡтарҙы белешкәс, ул полис мәсьәләһен үҙ өҫтөнә алды. Кеҫә телефонынан кем менәндер һөйләшкәс, кәрәкле кешенең әлегә өйҙә юҡлығын әйтте, шуға ла һуңыраҡ ҡайҙа барырға һәм кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатты. ОСАГО полисының ваҡыт ғәмәлдән сығырға ике сәғәт ҡалғанда тағы ла бер йылға бирелгән яңы документ минең ҡулда ине.
Бының сере, әлбиттә, бик ябай. Элекке хеҙмәттәшем страховка агенты булған шәхси эшҡыуар танышына шылтыратҡан икән. Рәсми учреждение хеҙмәткәрҙәренән айырмалы, уның билдәләнгән эш ваҡыты юҡ, шуға ла мине сәғәт киске туғыҙҙан һуң да ҡабул итте. Килеп тыуған хәл тураһында хәбәрҙар булғас, ул миңә ОСАГО полисына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ябай ғына аңлатып бирҙе. Баҡһаң, барлыҡ страховка компаниялары ла, табыш артынан ҡыуып, ОСАГО полисы алыусы һәр водителгә өҫтәмә страховканы көсләп таға икән. Был документты үҙең менән машинала гел йөрөтөү мотлаҡ булғанлыҡтан, “ҡорос ат” хужаларының ризалашмай бер сараһы ла юҡ. Ниндәй төр страховка тәҡдим итеү, быны кешегә тейешенсә аңлатып биреү мәсьәләләре тулыһынса аныҡ страховкалаусыға бәйле. Мәҫәлән, фатирҙы хосусилаштырыуҙа ҡатнашмаған һәм шунлыҡтан был милеккә эйә булмаған кешегә уны страховкалауҙы тәҡдим итеүҙең мәғәнәһе юҡ. Яңы танышым миңә өҫтәмә страховкалауҙың сағыштырмаса өҫтөнлөклө һәм файҙалыраҡ булғанын тәҡдим итте. Ул — туғыҙ йөҙ һумға төшкән “Юлдағы һаҡлау” ("Защита в пути") страховкаһы. ОСАГО-һыҙ йөрөгән 800 һум штрафһалғандарын иҫкә төшөргәндән һуң, ошо өҫтәмә страховкаға һүҙһеҙ ризалаштым...
Шулай ҙа был мәсьәләне күтәреүҙең маҡсаты нисек ОСАГО полисын алыуым менән маҡтаныу түгел. Төптәнерәк уйлағанда, страховка компаниялары көпә-көндөҙ беҙҙе талай бит. Бер ҡараһаң, 900-1000 һум әллә ни күп тә түгел һымаҡ, әммә ҡалала, республикала һәм бөтөн ил буйынса автомобилдәр һанын иҫәпләһәк, ғәйәт ҙур сумма килеп сыға! Икенсе яҡтан, һәр страховкалаусы, һинән аҡса алып, алмашҡа “буш” ҡағыҙ биреүҙе бик тиҙ һәм еңел башҡара. Ә юл-транспорт ваҡиғаһына тарығанда, күрелгән зыянды ҡаплатыу өсөн шул уҡ страховка компанияһы тупһаһын күпме тапарға тура килә! “Аҡса минеке – шарттарҙы мин ҡуям” тигән ҡағиҙә был осраҡта кемдең аҡса янсығы ҡалыныраҡ, шуның файҙаһына эшләй. Ике-өс меңеңде тотоп, шул уҡ полисты алырға килгәндә лә һин көсһөҙ булып ҡалаһың. “Оҡшамай икән – алма” тигән баҙар ҡағиҙәһенән бында ла страховка компанияһы ота.
“Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында” Закондың 16-сы статьяһында бер төр тауарҙы алыу өсөн икенсеһен дә алыуҙы мәжбүри шарт итеү ҡуйыу тыйыла, тип бик аныҡ әйтелгән. Әммә беҙҙә, һәр ваҡыттағыса, кеше һәм уның хоҡуҡтары бер яҡта, ә уларҙы һаҡлаусы закон — бөтөнләй икенсе тарафта.
Ошо мәсьәлә буйынса Интернет аша мәғлүмәт эҙләй башлағас, ҡыҙыҡлы ғына миҫалдарға юлыҡтым. Мәҫәлән, ОСАГО полисына башҡа төр страховканы көсләп таҡҡаны өсөн “Росгосстрах”ҡа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Түбәнге Новгород буйынса идаралығы быйыл мартта 300 мең һумлыҡ штраф һалған, августа ФАС-тың Свердловск өлкәһе буйынса идаралығы ла ошо компанияға иҫкәртеү яһаған. Был хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының шул уҡ “Росгосстрах” компанияһына ҡаршы сығарған ҡарар ҙа Рәсәйҙең Юғары арбитраж суды тарафынан үҙ көсөндә ҡалдырылған. Быны нисек аңларға һуң? Бер страховка компанияһы миҫалында Юғары суд инстанцияһы башҡа страховкалаусыларға дөрөҫ юл күрһәткән, ә улары “ишетмәй ҙә, белмәй ҙә” түгелме? Быны нисек аңларға һуң?


Вернуться назад