Есемеңде асыр исемең08.11.2013
Малайҙар өсөн

Миңтимер баш. — миң+тимер (бала ныҡ булһын, тигән теләк әйтелгән)
Минһаж ғәр. — киң юл, бәхеттең оло юлы; тотҡан юл
Минһажетдин ғәр. — минһаж+дин
Минъяр баш., фарс. — миңле+яр
Мирас ғәр. — мираҫ, иҫтәлек (атанан йәки әсәнән мираҫ булып ҡалған бала. Синонимдары: Бүләк, Ядкәр, Варис, Наил; Мерәсов фамилияһы, Мерәҫ тигән ауыл исеме бар)
Мирасбай ғәр., баш. — мираҫ+бай; мираҫ булып ҡалған бала
Мират — 1) ғәр. — көҙгө; ялтырап торған; 2) фарс. — бай кеше
Мирвәли фарс., ғәр. — мир (баш)+вәли (хужа)
Мирғәзе/Мирғази фарс. ғәр. — мир (баш кеше, еңеүсе)+ғази (изге юлда көрәшеүсе)
Мирғәзим фарс., ғәр. — бөйөк әмир
Мирғәзәм фарс., ғәр. — ҡара: Мирғәзим
Мирғәзән фарс., ғәр. — бөйөк әмир
Мирғәли // Мирғәле фарс., ғәр. — бөйөк әмир
Мирғәлим фарс., ғәр. — ғалим әмир
Миржан фарс. — мир+йән; баш кеше, башлыҡ (Миржанов фамилияһы яһалған)
Мирза фарс. — түрә балаһы
Мирзабай фарс., баш. — мирза+бай
Мирзахан фарс., баш. — башлыҡ, баш кеше
Мирзаһит фарс., ғәр. — мир+заһит (изге, тыйнаҡ)
Мирзаян фарс. — баш кеше, башлыҡ
Мирйән фарс. — баш кеше, башлыҡ, етәксе (Мирйәнов фамилияһы бар)
Мирҡасим фарс., ғәр. — мир (баш кеше)+ҡасим (өләшеүсе; матур)
Мирсалих фарс., ғәр. — мир+салих; изгелекле; тоғро
Мирсаяп фарс., ғәр. — мир+саяп; оҫта ҡылыссы; Мирсаяпов фамилияһы бар
Мирсәйет // Мирсәит фарс., ғәр. — мир+сәйет; баш кеше, башлыҡ
Мирсәлим фарс., ғәр. — мир+сәлим; сәләмәт әмир; именлек башлығы
Мирхажи фарс., ғәр. — мир+хажи
Мирхайҙар фарс., баш. — мир (башлыҡ, әмир)+хайҙар (арыҫлан); көслө, ҡеүәтле; башлыҡ
Мирхәйҙәр фарс., ғәр. — мир+хәйҙәр; көслө, ҡеүәтле, башлыҡ
Мисбах ғәр. — яҡтыртҡыс, шәмдәл
Мифтах ғәр. — асҡыс
Мифтахетдин ғәр. — мифтах+дин
Миһран фарс. — шәфҡәтле, миһырбанлы, һөйкөмлө
Миәсәр // Миәссәр ғәр. — бай, мөлкәтле
Миян фарс. — урта, уртансы; уртансы бала (Миянов фамилияһы бар)
Мозафар // Мозаффар ғәр. — еңеүсе, теләгенә ирешеүсе
Монасип ғәр. — тура килгән, яраҡлы, тиң
Моратҡол ғәр., баш. — морат+ҡол (моратына ирешкән)
Мораҙым ғәр, — моратына, теләгенә тура килгән
Морат ғәр. — морат, теләк
Моратша ғәр., фарс. — морат+шаһ; моратына тура килгән (Моратшин фамилияһы яһалған)
Мортаза ғәр. — һайлап алынған, яҡшы (Мортазин фамилияһы бар)
Мортай — 1) ғәр. — Мортаза исеменән ҡыҫҡартылған; 2) монг. — аты булған, һыбай
Мосадиҡ ғәр. — дөрөҫлөктө яҡлаусы
Мосауир ғәр. — рәссам
Мосафир ғәр. — сәйәхәтсе, юлсы; юлаусы, уҙғынсы, үткенсе
Мостафа ғәр. — һайлап алынған, башҡаларҙан өҫтөн
Моталлап ғәр. — үтенеүсе, талап итеүсе
Моталлип ғәр. — талап итеүсе; эҙләүсе
Мотаһар ғәр. — саф, изге
Мотиғулла ғәр. — Аллаға буйһоноусан
Мотиҡ ғәр. — буйһоноусан, тыңлаусан
Мофазал // Мофаззал ғәр. — һөйөклө, хөрмәтле.

Ҡыҙҙар өсөн

Мәғфирә ғәр. — кисерелгән, ғәфү ителгән
Мәғфиә ғәр. — ғәфү ителгән
Мәғфүрә ғәр. — ғәфү ителгән
Мәғәсүмә ғәр. — гонаһһыҙ, саф
Мәғәфүрә ғәр. — ғәфү ителгән
Мәдхиә ғәр. — маҡтау йыры; дан
Мәҙинә ғәр. — Ғәрәбстандағы изге ҡала исеменән
Мәҙхиә ғәр. — маҡтау йыры; дан
Мәзүнә ғәр. — рөхсәт ителгән, рөхсәтле
Мәймүнә ғәр. — шат; бәхетле
Мәйсәрә ғәр. — байлыҡ, мөлкәт
Мәккиә неол., ғәр. — ҡара: Мәккә
Мәккә ғәр. — изге урын (Мәккә ҡалаһы атамаһынан)
Мәҡсүмә ғәр. — гонаһһыҙ, саф
Мәликә ғәр. — батша, шах; хан ҡыҙы
Мәлихә ғәр. — һөйкөмлө, яғымлы; гүзәл
Мәмдүҙә ғәр. — оҙон ғүмерле
Мәнзилә ғәр. — туҡтап китә торған ер; йорт; дәрәжә
Мәнзиә ғәр. — ҡара: Мәнзилә
Мәнзүмә ғәр. — шиғри хикәйә, дастан
Мәрғиә ғәр. — ҡабул ителгән, бар булған
Мәрғүбә ғәр. — теләп, көтөп алынған
Мәрзиә ғәр. — яҡшы күрелгән, һәйбәт
Мәрзиямал ғәр. — һәйбәт, матур
Мәрйен ғәр. — ынйы, мәрйен; ынйы, мәрйен һымаҡ матур, ҡәҙерле
Мәрйенбикә ғәр. — мәрйен+бикә; ҡәҙерле, ҡиммәтле, матур
Мәрйәм ғәр., бор. йәһ. — бик шәп; ханым; әсә
Мәрүәр ғәр. — ынйы, гәүһәр; мәрүәр ағасы
Мәрүәт фарс. — 1) ынйы; 2) ҡабырсаҡтан яһалған ваҡ һиҙәп
Мәрфуға ғәр. — юғары, өҫтөн
Мәрхиә ғәр. — мул тормошло
Мәрхәбә ғәр. — хуш килдең
Мәсрүрә ғәр. — шат
Мәстүрә ғәр. — тоғро; саф
Мәүвә ғәр. — тороу урыны, торлаҡ йорт
Мәүиә ғәр. — һыу төҫөндәге; зәңгәр
Мәүлидә // Мәүлиҙә ғәр. — Мәүлит айында тыуған; байрамда тыуған
Мәүлиха ғәр. — һорап, теләп алған; аҡһөйәк
Мәүлиә ғәр. — теләп, һорап алған; хужа
Мәүрүзә ғәр. — мираҫ булып ҡалған
Мәүрә ғәр. — ҡара күҙле
Мәүсилә ғәр. — осрашҡан, ҡауышҡан
Мәүә ғәр. — йәшәү, тороу урыны; торлаҡ, йорт
Мәфрүзә ғәр. — һайлап алынған
Мәфтуха ғәр. — асыҡ йөҙлө; яулап алынған, ирешкән
Мәхмүзә ғәр. — маҡтаулы, данлы
Мәхтүмә ғәр. — 1) мөһөр ҡуйылған; 2) дин әһелдәренең ҡыҙҙарына бирелә торған ҡушамат
Мәхүб ғәр. — бүләк
Мәхәп ғәр. — бүләк
Мәхүпъямал ғәр. — мәхүп (бүләк)+ямал (матур)
Мәхфиә ғәр. — ҡара: Мәғфиә
Мәшүҙә ғәр. — күҙ менән күрелгән.

(Дауамы бар).


Вернуться назад