1. Ниҙер тыңлаған, тамаша ҡылған халыҡ. 2. Иван Крылов мәҫәлендәге аҡҡош менән суртан “бригада”һының ағзаһы. 3. Берәй нәмә тураһында стенаға элеп ҡуйылған хәбәр, белдереү. 4. Сабылған ергә яңынан үҫкән йомшаҡ үлән. 5. Был айҙа ҡаты һыуыҡтар булһа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы. 6. Ямғыр яуғанда (...) күпере ҡалҡһа — ямғыр туҡтар, әгәр туҡтағас ҡалҡһа — ямғыр оҙаҡ булыр. 7. Ялан яҡта үҫә торған аҡ сәскәле, ваҡ япраҡлы, ҡара ҡабыҡлы ҡуҙаҡлы ваҡ ағас. 8. Аш-һыу оҫтаһы. 9. Ярты йәшкә тиклемге һыйыр малы. 10. Тарта торған музыка ҡоралы. 11. Әгәр ҙә (...) ағасының осондағы япраҡтары һарғая башлаһа — яҙ иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа — яҙ һуң килә. 12. Ҡатын-ҡыҙҙың уртаға ҡаш ҡуйып, өс буй тәңкә тояҡ төшөрөп яһалған биҙәүесе. 13. Ҙур булып үҫмәй торған бәләкәй тоҡомло эт. 14. Табаҡлы йоҡа тимер. 15. Буға йондоҙлоғондағы өйөлөшөп торған яҡты йондоҙҙар төркөмө. 16. (...) шүрлегенә менеп төшөү — бер аҙ биргеләп, туҡмап алыу. 17. Йыһандан атмосфераға ингән өлөшсәләр ағымы хәрәкәте менән барлыҡҡа килеп, күк йөҙөн яҡтыртып ебәрә торған яҡтылыҡ нурҙары. 18. Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. 19. Дөрөҫлөк. 20. Альфред Нобель уйлап тапҡан шартлатҡыс. 21. Өйөрөлөп, биҙәкләп, йөндән һуғылған ҡаралды әйбере. 22. Иң “ҡыҫҡа” ай. 23. Талдан үрелгән кәртә. 24. “Ҡаҙ (...)һе” — көҙгө байрам. 25. Кактус (...) теле тип атала. 26. Ер аҫтынан урғылып сығып ятҡан һыу. 27. Куйбышев өлкәһе хәҙер. 28. Таратып-йыйылып алмалы еңел кейеҙ өй. 29. Яҙ көнө (...) әтәс булып ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр. 30. Ғифрит һымаҡ ҡурҡыныс зат. 31. Ағастан соҡоп яһаған ҡапҡаслы, баулы һауыт. 32. Сентябрҙә (...) күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр. 33. Быуын-быуындан донъя көтөп, йәшәп килгән урын, төп йорт. 34. Каруанһарайлы ҡала. 35. Оздой мал булараҡ. 36. Һаҡаллы эш ҡоралы. 37. Һүрәт төшөргәндә буяуҙы алып-һалып тороу өсөн ҡулланылған йоҡа түңәрәк йәки дүрткел таҡта. 38. Сәхнәлә башҡарыу өсөн яҙылған әҙәби әҫәр төрө. 39. Маркс, Энгельс, Пугачев ҡалалары булған өлкә. 40. Факультет етәксеһе. 41. Алмағас, еләк-емеш ултыртылған ер. 42. “Мөхәббәт уты (...) утынан ете өлөш артыҡ булыр, ти”. 43. “Кешене яманлаған үҙе (...)ҡа ҡалыр”. 44. Мин ни күрҙем, ни күрҙем, ни күрҙем, күпереп торған май күрҙем. 45. Китапҡа һыйған глобус. 46. Рәсәйҙең Арғаяшлы, Ҡоншаҡлы өлкәһе. 47. “Түрәнең атын, (...)ның этен ҡаҡма”. 48. Үләңсенең музыка ҡоралы.