Дуҫлыҡ ептәре нығына08.11.2013
«Башҡортостан» гәзитенең интернет-версияһын уҡыусылар, октябрь айында ла әүҙемлек күрһәтеп, баҫтырылған мәҡәләләргә битараф ҡалмай, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Улар араһында оло йәштәгеләрҙең дә булыуы ҡыуаныслы. Тимәк, хәҙерге заман технологияларын йәштәр генә түгел, оло быуын вәкилдәре лә әүҙем үҙләштерә. Йылдар һуҙымында дауам иткән дуҫлығыбыҙ артабан да шулай тик нығынһын ғына!
Гәзит уҡыусылар яратып ҡабул иткән мәҡәләләргә байҡау яһайыҡ. Венер Исхаҡовтың «Беҙ баймаҡтар бит әле!» тигән яҙмаһы сайтҡа урынлаштырылғандан алып тигәндәй «Популяр яҙмалар»ҙың беренсе баҫҡысын биләп, ай дауамында алдынғылыҡты бирмәне. Уҡыусылар араһында мәҡәлә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, редакцияға шылтыратып рәхмәт әйтеүселәр ҙә, яҙма фекер ҡалдырыусылар ҙа күп булды. Ҡараштар төрлө: берәүҙәр мәҡәләлә райондың проблемаларын күберәк яҡтыртыуҙы кәрәк тип тапһа, икенселәр һәр ваҡыт сетерекле мәсьәләләргә генә туҡталмай, башҡарған эштәрҙе, тормоштоң матурлығын да күрә белергә кәрәк тигән фекерҙә. «Аңлайым: районда кәмселектәр ҙә юҡ түгел, әммә йәшәйем, эшләйем тигән кеше бер әмәлен таба бит ул. Шуға ла гел генә кәмселек табырға тырышмайыҡ, йәшәйек, көслө булайыҡ», – тип яҙған Марат исемле уҡыусыбыҙ.
Гәзит уҡыусының теге йәки был мәҡәләгә баһа биреп кенә ҡалмай, айырым проблема күтәреүе лә иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, Айгиз Баймөхәмәтовтың шулай уҡ «Популяр яҙмалар» рейтингына ингән «Ашҡаҙар урманы шаулар бер заман» тигән мәҡәләһе аҫтында Дамир исемле уҡыусыбыҙ Стәрлетамаҡ районындағы Айыусы ауылының «Ашҡаҙар» радиоһын тыңлауҙан мәхрүм булыуы тураһында яҙған: «Халыҡтың яратҡан радиоһы тапшырыуҙарын тотош республикала сикләнеләр, хәҙер уны Өфө тирәһендә ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм Интернет аша ғына тыңларға була. Бик ҡыҙғаныс!»
Әйткәндәй, сайт дуҫтарын иң-иңдәр исемлегенә ниндәй яҙмалар эләгеүе ҡыҙыҡһындыралыр. Барыһын да Интернет билдәләй. Бында, мәҡәләнең нисә тапҡыр ҡаралыуынан тыш, башҡа үҙенсәлектәр ҙә (яҙма фекерҙәр һаны, уҡыу оҙайлығы һәм башҡалар) иҫәпкә алына.
Хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәр Бүләкбаеваның «Михнәте күп, рәхәте юҡ», Мәхмүт Хужиндың «Ҡағыҙҙа һәм ғәмәлдә», «Үҙе юҡтың – һүҙе юҡ» исемле мәҡәләләре лә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы, Интернет биттәрендә уларға ла яуаптар булды.
Сайтҡа урынлаштырылған мәҡәләләр аҫтында кәңәш, теләктәрҙең дә булыуы һөйөнөслө. Уҡыусы һәм, тәү сиратта, журналист өсөн был айырым әһәмиәткә эйә: хаталар булһа, төҙәтергә, уйланырға саҡыра улар. Даими яҙышҡан дуҫтарыбыҙ араһынан Рияз ағай Мәсәлимовты билдәләп үтергә кәрәк. Уның ҡыйыу, көслө фекерҙәре һәр ваҡыт сәпкә тейә, дөрөҫлөктө асып бирә.
Баҫманың сайты тура һүҙле уҡыусыларҙың бәхәс майҙанына әүерелә. Ҡыҫҡа һәм тос яҙмалар ҡалдырып, гәзит уҡыусы республиканың төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән рухташтары менән фекер уртаҡлаша, уй-теләктәрен белдерә ала. Ошо мөмкинлектән ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк файҙаланайыҡ, ниндәй хәлдә лә бергә ҡалайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!


Вернуться назад