Яҡшы кәйеф теләйбеҙ!31.12.2011
Яҡшы кәйеф теләйбеҙ!Байрамда кәйефегеҙ күтәренке булһын, матур башланған кисәгеҙҙең йәме китмәһен өсөн иң мөһиме нимә? Берәүҙәр, һуңғы модаға ярашлы кейем, эргәңдә һөйгәнең йәки йән тартҡан дуҫтарың, ҡәҙерле туғандарың менән осрашыу йәки табындаштарыңдың күңел көрлөгө, мәжлесте ҡыҙыҡлы итә белеүе, тиер. Ә ҡышҡы төндә теге йәки был сәбәп менән һалҡында ҡалып, аяҡ-ҡулыңды өшөтмәү, тағы ла яманырағы — туңдырыу хәүефе барлығын да онотмау хәйерле. Күңелһеҙ һәм ауыр хәлгә тарымайым тиһәгеҙ, иҫкәртеүҙәргә, кәңәштәргә күҙ һалыу зыян итмәҫ.
* Үтә ныҡ һалҡында урамға йәки юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ.
* Сәфәрегеҙ кисектергеһеҙ икән, тәбиғәт ҡырыҫлығына ҡарап кейенегеҙ. Эске кейемдең йылы, ҡалын булыуы мотлаҡ. Пальто йәки тундың оҙонорағы, йөн ойоҡбаш һәм табанына олтораҡ һалынған аяҡ кейеме ышаныслы, ти табиптар.
* Алҡа, йөҙөк, сылбыр һәм беләҙекте өйҙә ҡалдырып тороу яҡшы.
* Бит һәм муйын өшөмәһен өсөн йөн шарф һәм свитер кейеү һәйбәт.
* Сатнама һыуыҡта урамға сығыр алдынан иртәнге ашты ашау кәрәк. Туҡ булыу мотлаҡ, сөнки һалҡында организм энергияны күп сарыф итә.
* Ҡыш дымлатҡыс кремдарҙы ҡул осонан ситкә алып ҡуйып тороғоҙ һәм көндәр йылытҡанға ҡәҙәр файҙаланмағыҙ.
* Өшөткән, туңған урындарҙы ҡар, йөн, спирт һәм май менән ышҡырға ярамай, иҫерткес эсемлек ҡулланмағыҙ.
* Иң яҡшыһы — баллап, ҡурай еләге йәки ҡарағат ҡайнатмаһы менән сәй эсеү.
* Төньяҡта йәшәүселәр битен, аяҡ-ҡулын өшөүҙән һәм туңыуҙан һаҡлау өсөн сало, ә өләсәйҙәребеҙ ҡаҙ майы һөртөп сыға. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр махсус кремдар ҡуллана. Улар дарыуханаларҙа бар. Бындай осраҡта “Спаситель”, “Морозко”, “Румяные щечки” йәки “Нивея” кремы ярҙам итә. Белгестәр туңыуҙан һаҡлай торған майҙарҙы урамға сығыр алдынан ярты сәғәт алда һөртөргә кәңәш итә.
* Ҡыш ҡулдар ҡорой һәм ярғыланып йөҙәтә. Бындай осраҡта иң һәйбәт шифа — бал. Уны таҙа тирегә һөртөргә кәрәк. Тәүҙә үҫемлек майы, унан бал яғаһың. 10–15 минуттан һуң йылымыс йәшел сәй йәки петрушка төнәтмәһе менән йыуып алырға була.
Ялығыҙ күңелле, имен, бәлә-ҡазаһыҙ үтһен!


Вернуться назад