Үрге Өфәлей ҡалаһында «Ләйсән» башҡорт халыҡ вокаль-бейеү ансамбленең 15 йыллыҡ юбилейына арналған матур концерт ойошторолдо. Коллективтың башҡорт халыҡ ижадына, быуаттар төпкөлөнән килгән милли йолаларына һөйөү менән һуғарылған сығыштары, яҙғы ямғыр кеүек, күңелдәргә шатлыҡ, сафлыҡ өҫтәй. Ләйсән ямғыры ла шулай донъяны нурлай бит.
Ижади коллективҡа Фәнүзә Зарипова нигеҙ һалған. Арымай-талмай эшләүсе мәҙәниәт хеҙмәткәре башҡорт халҡының мәҙәниәтен тергеҙеү йәһәтенән дә әүҙем эшмәкәрлек алып бара, ҡаланың «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһына етәкселек итә.
Ансамбль концерттары – бында һәр ваҡыт көтөп алынған ваҡиға. Бай, үҙенсәлекле репертуары йөҙҙән ашыу йоланы, боронғо уйындарҙы һәм халыҡ йырҙарын үҙ эсенә ала. Күсәгилешлелек традициялары ла көслө, концерт программаларында төп коллектив менән бергә балалар төркөмө лә даими сығыш яһай.
Ҡала хакимиәте саҡырыуы буйынса юбилярҙарҙы ҡотларға Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин да килде, ике төбәк араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Үрге Өфәлей ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Казаков менән ансамбль етәксеһе Фәнүзә Зариповаға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Өлкәнең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллин да коллективҡа ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Сарала шулай уҡ ҡала Советы рәйесе Александр Собакин, уның урынбаҫары Елена Большакова һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.
— Коллектив үҙенең милли колоритлы булыуы, бейеү сәнғәтенең тәрәнлеген, матурлығын сағылдырған йыр-бейеүҙәре менән ҡала һәм ауылдарҙа үткән һәр байрамды биҙәй, – тине Фәнүзә Зарипова. – Бынан тыш, төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ, сараларҙан дипломһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ әлегә. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә лә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Балаҡатай районының «Серҙәш» халыҡ ансамбле менән беҙҙе күп йыллыҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй.
Күрше төбәктә йәшәгән тамырҙаштарыбыҙҙың мәҙәни тормошонда мөһим урын биләгән «Ләйсән» халыҡ ансамбленең юбилей концерты тамашасыға онотолмаҫ матур байрам бүләк итте.