Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры концерттары булды.
Музыканттар менән бергә сәхнәлә шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров һәм атҡаҙанған артисы Гүзәл Үлмәҫҡолова сығыш яһаны. 2001 йылда ойошторолған Милли оркестрҙың сығыштары киң аудиторияға иҫәпләнгән.
– Музыка тормошобоҙға айырыуса моң, йәм өҫтәй, уның телен Ер шарындағы һәр кеше аңлай, – тип һөйләне Рәмил Ғәйзуллин. – Йәмғиәт алдында гуманлы кеше тәрбиәләү бурысы тора, был йәһәттән музыканың да әһәмиәте ифрат ҙур. Шуға күрә беҙҙең коллектив музыкаль әҫәрҙәрҙе һәр кемдең күңеленә еткереүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында, нигеҙҙә, башҡорттар йәшәй, шуға Башҡортостандан килгән һәр коллективты улар йылы ҡаршы ала. Милли оркестрҙың бай концерт программаһы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Башҡорт һәм урыҫ классик әҫәрҙәрен уйнап ишеттергән, сихри музыка донъяһына сорнаған Башҡортостан виртуоздарына халыҡ ҙур рәхмәт әйтте.