Йәштәр башҡорт кисәләрен көтөп ала08.11.2013
Силәбе ҡалаһының «Күңел асыу галактикаһы» клубында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сағыу сара – «Башҡорт-пати» дискотекаһы үтте.

Өс йыл эсендә башҡорт дискотекаһы Силәбе йәштәре араһында киң танылыу яуланы. Быйыл ул ҡаланың ҙур күңел асыу клубтарының береһендә булды һәм бик күп бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе йыйҙы.
Шоу-программала Башҡортостандың һәм Көньяҡ Уралдың йәш «йондоҙ»ҙары Айгөл Әминева, Мәҙинә, Рәнис Аҡҡужин, Илдус Биков, мистер Исмәғилев, Милена Зарипова, Луиза Гилми, DANY, Dj Fatikh ҡатнашты. Алып барыусылар Инвир Хисаметдинов менән Илдар Хөснөтдинов йәштәр өсөн күңелле уйындар, конкурстар ойошторҙо, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Әйткәндәй, төп приз 10 000 һум тәшкил итте.
Башҡортостандың баш ҡалаһынан килгән DARMAN (DJ Khan һәм MC БурZoy) feat YALKIN төркөмөнөң сығышы ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Заманса музыкаль әҫәрҙәр ижад итеүе һәм көйҙәрҙе яңыса башҡарыуы менән барыһын да таң ҡалдырған һәләтле егеттәрҙе Силәбе йәштәре, көслө алҡыштарға күмеп, бик йылы ҡаршы алды. Өфө ҡунаҡтарының күңелле көйҙәренән бейеү майҙаны гөрләп торҙо.
Меңдән ашыу студент төрлө бәйгелә ҡатнашты, Өфө, Силәбе ҡалаларынан вокаль һәм бейеү төркөмдәренең, башҡорт эстрадаһы «йондоҙ»ҙарының сығыштарын тамаша ҡылды.
– Башҡорт дискотекаһы – уникаль мәҙәни сара. Ул музыкаль зауыҡтары оҡшаш булған күп кешене берләштерә, бындағы мөхит үҙ-ара берҙәмлекте тойорға һәм, әлбиттә, аралашыуға булышлыҡ итә, – тип һөйләне сараны ойоштороусыларҙың береһе, «Байрам» продюсерлыҡ үҙәге директоры Тимур Сафиуллин. Был кисәнән ыңғай тәьҫораттар алған йәштәр киләһе «Башҡорт-пати» дискотекаһын көтә.


Вернуться назад