Һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө лә08.11.2013
Һөйөндөрҙө лә, көйөндөрҙө ләЭлегерәк Силәбе ҡалаһына юл һирәк төшә ине. Яҡташтарым – юлдаштар, биләндәр, балаҡатайҙар — кеүек, мин дә нығыраҡ Екатеринбургка тартылдым. Силәбене ҙур сәнәғәт үҙәге рәүешендә күҙ алдына килтерә торғайным. Һуғыш йылдарында ҡаланың Танкоград тип йөрөтөлгәне, фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуға тос өлөш индергәне хаҡында ла хәбәрҙармын.

Һуңғы ваҡытта Силәбенең сәнәғәт гиганттары ғына түгел, социаль-мәҙәни учреждениелары менән дә дан тотоуын асыҡланым. Мөһабәт театрҙар, музейҙар, төрлө уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары, мәҙәниәт һәм спорт һарайҙары бихисап бында. Үҙенсәлекле һәйкәлдәр буйынса күршеләге Екатеринбургты ла, Өфөнө лә, Ырымбурҙы ла күптән уҙып киткән. “Һөйөү сфераһы”, академик Курчатов, танкист-доброволецтар мемориалдарын, вокзал янындағы майҙанда торған Урал батыр һәйкәлен генә алайыҡ.
Өфөлә лә Урал батырға һәйкәл ҡуйыу хаҡында күптән һөйләйҙәр. Силәбенән өлгө алырға кәрәк. Ундағы Арбат – Кировка (Киров урамы) хаҡында ла өҙлөкһөҙ һүҙ алып барырға мөмкин. Кемдәндер күп тапҡыр ишеткәнсе, үҙ күҙең менән күреү яҡшыраҡ. Ҡулыңа фотоаппарат тотоп, ашыҡмай ғына ошо урамдан йәйәүләп үтергә кәңәш итер инем.
Ҡалала, сиркәүҙәрҙән тыш, бер нисә мәсет бар. Шуларҙың иң боронғоһо, Аҡ мәсет тип аталғаны, Силәбенең үҙәгендә 1890 йыл тирәһендә һалынған. Түбәһендә ярым ай һынланған бейек манараһы мәсеттең үҙе кеүек үк аҡ төҫкә буялған. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мөфтөйөнөң резиденцияһы урынлашҡан бында.
Төбәктә милләтебеҙҙең тарихын ҡәҙерләп һаҡлауҙары, башҡорт халҡының танылған шәхестәре иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барған энтузиастарға булышлыҡ итеүҙәре бигерәк тә ҡыуаныслы. Шәйехзада Бабич исемендәге китапхананан тыш, бында Салауат Юлаев, Өфө, Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡорос иретеүсе Хәбир Самахужин урамдары бар. Урал дзюдо мәктәбен ойошторған СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Монасип улы Йосопов йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта Силәбе биләмәһенә нигеҙ һалған Таймас Шәйемовҡа һәйкәл асылһа, бигерәк тә яҡшы булыр ине. Силәбе ҡәлғәһе өсөн аҫаба ерен йәлләмәгән, төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡан шәхескә тархан исеме бирелеүе лә осраҡлы түгел бит.
Төбәктә йөҙҙәрсә башҡорт ауылын утҡа тотҡан ҡанһыҙ Тевкелевты (Тәфтиләүҙе) яҡлап, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән һәйкәл ҡуйыуҙы хуплаған кешеләргә хурлыҡ! Улар тарихты бөтөнләй белмәй йә иһә үҙҙәре лә ошо Тәфтиләүгә тиң. Һөйәнтүз фажиғәһен күргән Ырымбур экспедицияһының бухгалтер-сәркәтибе, һуңыраҡ билдәле тарихсы һәм географ, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Петр Иванович Рычков: “Һөйәнтүз ауылында меңгә яҡын кеше атып һәм штык менән сәнсеп үлтерелгән, тағы ла 105-е келәткә бикләп яндырылған”, тип яҙған бит. Тевкелевтың ошо “тәжрибәһен” башҡалар ҙа үҙләштергән. Бындай яуызлыҡтарҙың барыһы ла батшабикә Анна Иоановнаның, башҡорттар әйткәнсә, “Ҡанлы Анна”ның фарманы менән башҡарылған. Башҡорт ауылдарында тимерлектәр асыуҙы, йыйындар үткәреүҙе тыйыу тураһындағы указ да уның осоронда сығарылған бит.
Силәбеләге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы юбилейы айҡанлы Силәбе трактор заводы театрында ҙур тамаша ойошторолдо. Урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендәге концертты алып барған Гүзәл Һөнәршинаға айырым баһа бирергә кәрәктер. “Айгөл” бейеү ансамбленең дәртле сығыштары барыһының да күңеленә хуш килде. Был ансамблгә танылған шағир, талантлы ойоштороусы Рамазан Шәғәлиев нигеҙ һалған. Төбәктәге М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәне лә ул етәкләгән. Ошо күренекле шәхестең милли-мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса хеҙмәте ваҡытында тейешенсә баһаланмауы ҡыҙғаныс. Әҙәби берекмәлә уның эшен йәш ғалим, яҙыусы һәм шағир Ҡамса Мортазин дауам итә. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи үҫешен тәьмин итеүгә тос өлөш индергән шәхестәрҙең исеме тарих төпкөлөндә онотолоп ҡалмаҫ тип ышанғы килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Силәбенең Ш.Бабич исемендәге милли китапханаһы, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә кеүек ойошмалар Балаҡатай районында бөтөнләй юҡ. Башҡортостан Яҙыусылар союзының күрше райондарҙа ғына — 6-10-ар, ә Силәбе өлкәһендә 12 ағзаһы бар.
2011 йылда берекмә етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин “Силәбе башҡорттарының әҙәби антологияһы” тип аталған йыйынтыҡ сығарҙы. Был хеҙмәт һуңғыһы түгелдер тип өмөтләнәйек. Яңынан-яңы йыйынтыҡтар, айырым китаптар көтөп ҡалабыҙ. Әле әҙәби берекмәгә 40-тан ашыу йәш яҙыусы һәм шағир инә. Башҡортостан Яҙыусылар союзы Силәбелә үҙенең бүлексәһен асыуҙы кисектермәһен ине.
Өлкәнең Сосновка районында Ҡамса Мортазин менән Урал Ҡолошовтың башланғысы менән күренекле башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исемендәге премия ҡайтанан тапшырыла башланы. Бының өсөн шулай уҡ район хакимиәте башлығы Владимир Котовҡа айырыуса рәхмәт әйтергә кәрәк. Комсомол бөтөрөлгәс, премия биреү ҙә туҡтатылғайны. 1967 – 1990 йылдарҙа биш ижади коллектив һәм 45 кеше ошо наградаға лайыҡ булған.
Йәш яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы дәртләндереү өсөн балаҡатайҙарға ла ошондай премия булдырырға кәрәктер. Районда әлегә тиклем Рәсәй йәки Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер генә ағзаһы ла юҡ. Күптән түгел мәрхүм булған журналист, яҙыусы Ризван Хажиев әйтмешләй, хурлыҡ бит был. Ә Силәбе өлкәһенә килгәндә, тиҙҙән унда бөйөк яҡташыбыҙ Ғәлимов Сәләм кеүек оҫта шағирҙар үҫеп етер тигән ышаныста ҡалам.


Вернуться назад