Беҙ бергәбеҙ — шуныһы шатлыҡ08.11.2013
Учалы районына сиктәш Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ аралашыу, улар менән рухи-мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү һуңғы йылдарҙа үҙе бер күркәм йолаға әүерелде. Быға тәүге һуҡмаҡтар уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Учалы яҙыусылар ойошмаһы менән уның составындағы “Аҡмулла” (ул саҡтағы исеме “Арғужа”) әҙәби берләшмәһе ағзалары араһында һалынғайны. Аралашыуҙың тәүге йылдарында Силәбе өлкәһендәге ҡәләмдәштәребеҙҙән Рамаҙан Шәғәлиев, Булат Батталов, Урал Сәфиуллин, Илһам Ғарипов, Магнитогорск ҡалаһынан Ринат Самарбаев, Дамир Йәнекәев, Айҙар Рәхмәтуллиндар менән тотороҡло бәйләнеш урынлаштырылды, берлектә төрлө әҙәби-мәҙәни саралар уҙғарылды, ҡулъяҙмалар тикшерелде.

Тора-бара Силәбе өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән райондарында үткәрелгән ижади конференцияларға Учалы районының башҡорт теле уҡытыусылары һәм урындағы ҡоролтай ағзалары йәлеп ителде. Бындай аралашыу бигерәк тә Башҡортостан менән Силәбе араһында мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеү төҙөлгәндән һуң йәнләнде. Ысынлап та, Мостай Кәримдең “Йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына” шиғыр юлдарындағыса, әҙиптәр йәш һәм башлап яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшергән арала, Учалы районы һәм ҡалаһынан барған уҡытыусылар Арғаяш, Ҡоншаҡ һәм Сосновка райондарының башҡорт теле уҡытылған мәктәптәрендә өлгөлө дәрес биреп, тәжрибә уртаҡлаша, борсоған уртаҡ һорауҙарҙы тикшерә ине. Шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Силәбе филиалы ағзалары менән дә көнүҙәк проблемалар хаҡында эшлекле фекер алышыуҙар була ине ошондай эш сәфәрҙәре барышында.
Быйылғы ижади конференция Арғаяш районында ойошторолдо. Күршеләрҙең махсус саҡырыуы буйынса унда Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтендәге мәғариф бүлеге начальнигының башҡорт теле буйынса урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зилә Шәрәфетдинова етәкселегендә делегация барҙы. Сәфәр барышында Илсе урта мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова менән Комсомольск урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәсимә Сибәғәтуллина Арғаяш районының Дәрбиш мәктәбендә асыҡ дәрес бирҙе. Улар менән бер рәттән, шул уҡ мәктәптең бер нисә класында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая һәм Мулдыҡай урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Сәлим Йәшелбаев башҡорт милли кейемдәре, думбыра һәм ҡумыҙ кеүек уйын ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтендәге мәғариф бүлегенең уҡыу әсбаптары буйынса методисы Аймара Минһажева алып барған төрлө дәреслектәр менән әҙәби китаптар ҙа хужалар тарафынан көтөп алынған ҡиммәтле бүләк тип ҡабул ителде.
Арғаяшта уҙғарылған ижади конференция ошо ерҙең арҙаҡлы уҙаманы, мәғариф алдынғыһы, журналист һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Рафаэль Мөхәмәтйәновтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Көн тәртибендә Ҡоншаҡтан Мәүлиҙә Ибраһимова менән Магнитогорскиҙан Сәфинә Хәкимованың шиғырҙары, Арғаяштан Сайма Фазылованың, Силәбенән Ҡамса Мортазиндың документаль повестары тикшерелде. Егерменән ашыу ижадсы ҡатнашҡан фекер алышыуҙа Ф. Мәғәсүмова, Ҡ. Мортазин, А. Вәлиева, А. Ишбирҙин, С. Хәлилова, З. Ширванова, В. Нуретдинова, Р. Солтановалар ҡулъяҙма авторҙарына бик күп файҙалы кәңәш, ихлас теләктәр әйтте. Ҡасандыр милли рух, туған тел мәсьәләләре киҫкен торған төбәк халҡының ижадҡа дәррәү ынтылыуы бик ҡыуаныслы, әлбиттә. Силәбе өлкәһендәге әҙәби һәм мәҙәни мөхиттең көндән-көн баҙыҡлана барыуында “Аҡмулла” (етәксеһе — Ҡамса Мортазин) һәм “Урал ынйылары” (етәксеһе — Фаиза Мәғәсүмова) әҙәби берләшмәләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Был ижади ынтылыштың киләсәктә тағы ла киңерәк йәйелеүенә өмөт бағларға ғына ҡала.
Конференцияла ҡулъяҙмалар буйынса ла, киләсәктәге эшмәкәрлеккә бәйле лә ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәҫәлән, Кәтибә Кинйәбулатова һәм Рафаэль Мөхәмәтйәнов исемдәрендәге премиялар булдырыуҙы юллау, Мәүлиҙә Ибраһимова менән Ҡамса Мортазиндың әҫәрҙәрен айырым китап итеп нәшер итеү. Шулай уҡ Силәбеләге “Аҡмулла” әҙәби берләшмәһе менән “Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” берләшмәһе” төбәк йәмәғәт ойошмаһы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөү тураһындағы ҡарар ҙа конференцияла ҡатнашыусыларҙа ихлас хуплау тапты.
Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ төйәгенә тағы ла бер изге сәфәр тамам. Ул ҡунаҡтар күңелендә лә, ғәжәп ихлас һәм йомарт хужалар йөрәгендә лә әллә күпме йылы тойғо, һағынышып күрешеүҙән тыуған яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Шәхсән минең хәтерҙән Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙының тырышлығы менән тиҙ генә өйрәнә һалып, делегациябыҙ тарафынан башҡарылған хушлашыу йырының бынау юлдары сыҡмай:
Беҙ бит бергә — шуныһы шатлыҡ, Аллаға шөкөр!
Амин, шулай була күрһен.


Вернуться назад