“Дөйөм үҫешкә ынтылғанда сиктәр ҡамасауламай”08.11.2013
“Дөйөм үҫешкә ынтылғанда сиктәр ҡамасауламай”Республикабыҙ менән был өлкәне географик урын ғына түгел, рухи бәйләнештәр ҙә яҡынайта. Силәбелә Башҡортостандың Даими вәкиллеге эшләй башлауға тиҙҙән 15 йыл тула. Ошо айҡанлы уның етәксеһе Амур ХӘБИБУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул вәкиллектең эшмәкәрлеге, уңыштары, эштәре тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән ихлас уртаҡлашты.

— Амур Ғәбиҙулла улы, ноябрь аҙаҡтарында Силәбе өлкәһендә Башҡортостан вәкиллеге булдырылыуға 15 йыл тула. Был, минеңсә, иғтибарға лайыҡ ваҡиға. Ошо йылдарҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләшергә ине.
— Беҙ был ваҡиғаны байрам йәки юбилей тип билдәләмәйбеҙ. Әлбиттә, ул бер ни тиклем артҡа әйләнеп ҡарарға мәжбүр итә кеүек, эшмәкәрлегебеҙгә анализ яһау һәм киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйыу өсөн мөһим.
— Вәкиллектең тиҫтә ярым йыл эсендәге эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ? Ниндәй әһәмиәтле ваҡиғалар булды?
— Беләһегеҙме, ошо йылдар үҙ эсенә шул тиклем күп сәйәси, иҡтисади ваҡиғаны алды, хатта кешелек тормошон ҡырҡа үҙгәртте, тиһәк тә була. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яңы тарихында был дәүер тормоштоң бөтә өлкәләренә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр индерҙе, хатта дәүләт идаралығы ла яңырыу кисерҙе. 90-сы йылдарҙа, вәкиллек булдырылған осорҙа, совет заманында яйға һалынған иҡтисади бәйләнештәр өҙөлөүен кисерҙек. Баҙар мөнәсәбәттәре саҡ морон төртә ине. Дефицит һәм бартер сәскә атты. Шуға күрә вәкиллекте булдырыу төбәк-ара хужалыҡ бәйләнештәрен ялғауға табан ҙур аҙым ине. Шул саҡтарҙа Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек хаҡында тәүге килешеүҙәр төҙөлдө, уның нигеҙендә предприятиелар эшләне, үҙ-ара тауар алмашыу мәсьәләләре ҡаралды.
Яңы быуат башында хәл үҙгәрҙе. Федераль округтар барлыҡҡа килде, уларҙың бурыстар даирәһе киңәйҙе. Волга буйы федераль округын үҫтереү стратегияһы һәм төбәктәргә ярҙам итеү программалары эшләнде. Шуға ярашлы вәкиллектең бурыстары ла үҙгәрҙе: федераль власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Урал федераль округы субъекттары араһында бөтә яҡлы горизонталь бәйләнештәрҙе яҡшыртыу, төбәк проекттарына инвестициялар йәлеп итеү, уртаҡ иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү...
— Амур Ғәбиҙулла улы, һеҙ вәкиллек етәксеһе булып 2012 йылда ғына килдегеҙ. Тәү сиратта нимәләр эшләргә кәрәк ине?
— Республика Хөкүмәтенең вәкиллек алдына ҡуйған төп бурысы — инвестициялар йәлеп итеү. Силәбе — Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһы, һуңғы йылдарҙа уның әһәмиәте артҡандан-арта. Урал округындағы иң ҙур ҡалаларҙың береһе булғас, бында киң ҡоласлы иҡтисади саралар үтә. Мәҫәлән, Силәбе ҡалаһында башҡорт балы көндәре, “Магнитогорск ҡалаһында башҡорт тауарҙары көнө” беренсе төбәк-ара күргәҙмәһе, төрлө кимәлдәге форумдар, йәрминкәләр, конференциялар, эшлекле осрашыуҙар ойошторола.
Беҙ был сараларҙа республиканы әүҙемерәк күрһәтә башланыҡ. Уның һөҙөмтәһе булараҡ, эшлекле бәйләнештәр һәм партнерҙар арта. Беҙ тәүгеләрҙән булып Шадринск ҡалаһы хакимиәтен Башҡортостан менән таныштырҙыҡ, был эшҡыуарҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы һәм инвестиция проекттарына нигеҙ һалды.
Силәбе ҡалаһында башҡорт балы көнө лә беҙҙең башланғыс һәм тырышлыҡ менән үтте. Уның да файҙаһы ҙур — буласаҡ партнерҙар республика, уның иҡтисады, мәҙәниәте, төрлө проекттары, предприятиелары менән таныша.
— Вәкиллек эшмәкәрлегендә яңылыҡтар барлыҡҡа килдеме?
— Минеңсә, иң мөһиме — вәкиллектә оло тәжрибәле коллектив тупланды. Улар барлыҡ бурыстарҙы ла үтәй ала. Беҙҙә исем өсөн генә эшләгән кеше юҡ, һәр кем дөйөм маҡсатты аңлай, яңы башланғыстар тәҡдим итә. Республика мәнфәғәтендә тырышалар. Эштәге яңылыҡтарға килгәндә, яуаплылыҡ тойоусы команда беҙ теләгән һөҙөмтәгә килтерә. Өҫтәп шуны әйтәм: хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан күбеһе республиканы яҡшы белә һәм тығыҙ бәйләнештә.
— Үҫеш мөмкинлектәре ҙурмы?
— Беҙҙең эшмәкәрлек республика үҫешенә тура бәйләнгән. Бер йыл эсендә генә лә үткәрелгән саралар һаны ике тапҡырға артты. Минеңсә, бик яҡшы күрһәткес. Беҙ бит быларҙы штатты арттырмайынса, өҫтәмә финанс сығымдары йәлеп итмәйенсә лә башҡара алабыҙ.
— Һеҙҙеңсә, республиканың инвестиция проекттарына Рәсәй һәм сит ил компанияларының ҡыҙыҡһыныуы ҙурмы?
— Республикаға инвесторҙар тарафынан ҡыҙыҡһыныу һәр ваҡыт бар. Уның ҙурлығы күп нәмәгә бәйле, шулай ҙа хатта донъя күләмендәге финанс көрсөгө осоронда ла инвесторҙар табылып торҙо.
— Вәкиллектең тормошҡа ашыра алмаған пландары бармы?
— Кеше хыяллана икән — ул тере, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙе беҙҙең вәкиллеккә ҡарата ла әйтеп булалыр. Иң ҙур хыялыбыҙ — республика өсөн ҡеүәтле стратегик инвестор табып килтереү. Башҡорт мәҙәниәте Силәбе өлкәһендә киңерәк урын яулаһын ине. Беҙгә гастролдәр, концерттар, ижади осрашыуҙар, күргәҙмәләр кәрәк. Шулай уҡ Силәбе, Ҡурған, Төмән юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар кире республикаға әйләнеп ҡайтһын һәм үҙ урынын тапһын, тибеҙ. Ошо ҙур ҡалаларҙың магазиндарында Башҡортостандан килтерелгән йәшелсә, башҡорт балы, һөт ризыҡтары, йылҡы ите һәм башҡа аҙыҡ-түлекте һатып алыу мөмкинлеге тыуһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине! Үҙебеҙҙең вәкиллек ҡарамағында ҡунаҡхана ла төҙөгө килә. Силәбелә арзан хаҡҡа йәшәп китергә теләп, республика кешеләре йыш мөрәжәғәт итә бит.
— Башҡорт йәмәғәтселеге менән мөнәсәбәттәр вәкиллек эшмәкәрлегендә ниндәй урын тота?
— Был — вәкиллек эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө. Силәбе ҡалаһында һәм өлкәһендә башҡорттар күп. Ҡаланы төҙөүҙә ҡатнашҡан ветерандар бихисап, улар өсөн бөгөн дә Башҡортостан яҡын һәм ҡәҙерле. Шулай уҡ бында республиканан меңгә яҡын студент белем ала. Улар — беҙҙең киләсәк. Эш барышында быны күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ветерандар өсөн республика йәмәғәтселеге һәм власть органдары менән үткәрелгән осрашыуҙар ҡыҙыҡ. Улар әүҙем, бер сараны ла ҡалдырмай тиерлек. Хәтер акциялары, милли фестивалдәр, ижади осрашыуҙар, яҡташтар йыйылыштары — барыһында ла ҡатнашалар.
Йәштәргә кил гәндә, һуңғы арала беҙҙә инициативалы һәм ижади төркөм тупланды. Йыл һайын юғары уҡыу йорто студенттары менән республиканың эш биреүселәрен осраштырабыҙ. Эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәлешенә арналған семинарҙар ойошторҙоҡ. Йәштәр алдында уңышлы эшҡыуарҙар, ҙур компания менеджерҙары сығыш яһай. Башҡорт киноһы төнө, “Башҡорт-пати” дискотекаһы, “Йәшлек-шоу” концерты һымаҡ проекттар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Урындағы башҡорттар менән эшләү ҡыҙыҡлы, ул тәү сиратта кешеләрҙе рухи байытыуға йүнәлтелгән.
— Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— Башҡортостандың күрше төбәктәр, айырыуса Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итеүенең тарихи нигеҙе һәм йолалары бар. Әммә бөгөн, тормош тиҙ үҙгәргән, иҡтисад үҫешкән, яңы технологиялар һәм етештереүҙәр барлыҡҡа килгән саҡта, был мөнәсәбәттәрҙе тикшереп һәм анализлап барыу мөһим. Республика өсөн файҙалы булырҙай яңылыҡтарҙы, алдынғы һәм перспективалы йүнәлештәрҙе табыу кәрәк. Ваҡыт менән бергә атлау, үҫешкә өҫтәмә мөмкинлектәр алыу, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек — беҙҙең эштең төп маҡсаты.


Вернуться назад