Байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршылайһығыҙ?08.11.2013
Бөгөн – Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы

Илеш районындағы Куйбышев исемендәге хужалыҡ рәйесе Вадим АФЗАЛОВ:
– Проблемалар билдәле инде: көндәрҙең насар тороуы бер аҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырғайны. Шулай ҙа ураҡты ваҡытында – ямғырҙар башланғанға ҡәҙәр – тамамланыҡ. Уңыш 49 мең центнер тәшкил итте. Малдар ҙа имен-аман, бөгөн 1700 баш һыйыр бар. "500 ферма" программаһы буйынса һөтсөлөк фермаһына реконструкция яһалды. Тап ошо фермала июлдә "Баҫыу көнө" үткәйне. Аллаға шөкөр, киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ: фураж етерлек, орлоҡто ла һатып алмайбыҙ – үҙебеҙҙеке. Хужалыҡта бөгөн 140-ҡа яҡын кеше эш урыны тапҡан. Барыбыҙға ла тағы тырышыбыраҡ эшләргә генә ҡала.

Дыуан районындағы "Уралтау" хужалығы етәксеһе Таһир ЗАРИПОВ:
– Һөйөндөргән яңылыҡтарҙың береһе – республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереү программаһына ҡушылып, ит комбинатын сафҡа индереүгә өлгәштек. Бөгөн ул 30 төрлө продукция етештерә, ошоға ҡушып һатыуға ит тә сығарабыҙ. Бөгөнгә хужалыҡта 2200 баш һыйыр малы, 4500 сусҡа, 480 йылҡыбыҙ бар. Һауым буйынса күрһәткестәр үҫә, малдарҙың уртаса тәүлек артымы ла ҡыуандыра: 500 – 800 грамм тәшкил итә. Быҙауҙарҙың һаҡламы ла яҡшы ғына – 97 процент тирәһе. Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, быйыл уңыш булманы тиерлек. Йәй башындағы ҡоролоҡ, аҙаҡтан иһә өҙлөкһөҙ яуындар бәкәлгә һуҡты. Гектар ҡеүәте 13 центнер ғына тәшкил итте, был – һуңғы 10 йылда иң түбән күрһәткес.

Стәрлетамаҡ районындағы Салауат исемендәге хужалыҡ етәксеһе Рөстәм БАҺАУЕТДИНОВ:
– Уңыш быйыл беҙ көткәнсә булманы. Продукциябыҙға хаҡ түбән, мәҫәлән, көнбағыш, иген һаман арзанайыуын дауам итә. Субсидиялар юҡ, кредиттарҙың сығымы өлөшләтә ҡайтарылмай. Шуға ла әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел шул.
Уңыш йылдағыса инде. Мәҫәлән, гектар ҡеүәтенә килгәндә, иген – 22, көнбағыш 23 центнер тәшкил итте. Ләкин яуын арҡаһында көнбағыш менән бәрәңгене һаман йыйып алып бөтә алмайбыҙ. Ике мең баш һыйыр малыбыҙ бар.
Нисек кенә булмаһын, уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡтоң зыяны хужалыҡҡа һаман тәьҫир итә. Кредиттарыбыҙҙы ҡаплап бөтөргә мөмкинлек таба алмайбыҙ. Ә иңебеҙҙәге яуаплылыҡ ҙур, ни тиһәң дә, беҙҙә ике йөҙҙән ашыу кеше эшләй бит.


Вернуться назад