Юғалған намыҫ08.11.2013
Йәнә Белоретҡа юл төштө. Был яҡтағы тәбиғәттең хозурлығына таң ҡалып йөрөнөм. Мөхәмәт ауылының төҙөклөгө, матурлығы һуң! Ә йорттарҙың ҙурлығы! Ауылдарҙы төбө-тамырынан умырып юҡҡа сығарыу сәйәсәтенә бирешмәй, киреһенсә, үс итеп, ҡайһылай тырышып ятҡан көндәре! Былтыр мәктәптәрен башланғыс класс ҡына итеп ҡалдырһалар ҙа, сәмләнеп йәшәйҙәр.
Ә бына ҡайтышлай Белорет ҡалаһында ғәжәп хәлгә юлыҡтым. Бөтәһе лә, һөйләшеп ҡуйғандар тиерһең, юғалған да юғалған, тип зыҡ ҡубыша.
– Нимә юғалттығыҙ? – тип һорайым.
— Намыҫ!
– Һин, Өлгөрбай ағай, бик ваҡытлы килеп сыҡтың әле, – тип теҙеп алып китте икенселәре. – Күптән түгел республиканың Контроль-иҫәп палатаһында беҙҙең Белореттың 2011 – 2012 йылдарҙағы эшмәкәрлеген тикшерҙеләр һәм хайран ҡалдылар...
Намыҫ. Әҙәм балаһын тап ошо сифат биҙәй түгелме икән? Ә намыҫ тигән нәмә юҡҡа сыҡтымы… Бына шуға ла йән тыныслығы таба алмай икән белореттар. Бөтә ерҙә барған көрсөк бында тамсы ла ҡағылмай кеүек. Ҡаҙна аҡсаһын рәхәтләнеп тегеләй-былай туҙҙыралар. Оло Йылға – Туҡан газ үткәргесе төҙөлөшөндә лә законды бар тип тормағандар, дәүләт экспертизаһынан тыш 85 миллион һум аҡса елгә осоролған. Ойошмалар һалымын түләйме-юҡмы – яуаплы етәкселәрҙең быға иҫе лә китмәй. Ергә, милеккә түләнмәгән һалымдар 35 миллион һумдан ашып киткән. Коммерция структураларына ҡуртымға биргән өсөн район ҡаҙнаһына 7 миллион һум аҡса инмәгән.
Ҡалала мәҙәниәт йортоноң бары тик проекты өсөн генә 100 мең һум самаһы күккә осҡан. Тик бына проект авторҙарының ҡайҙан килеүен генә һорарға онотҡандар. Уның ҡарауы, реконструкциялау өсөн 1 миллиард һум аҡса һораһалар, уны бер аҙ кәметеүгә өлгәштек, тип ҡыуанышып йөрөйҙәр.
Сауҙа, дарыу һатыу эшмәкәрлегенә бәйле ойошмаларға муниципаль милекте ҡуртым хаҡы законлаштырылмаған килеш бирелгән – һөҙөмтәлә өс миллион һум аҡса кермәгән.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонын төҙөү өсөн 78 миллион һум аҡса һауаға осҡан. Төҙөлөшкә былтыр уҡ нөктә ҡуйылһа ла, ни ғәжәп, ул әле лә эшләмәй. Һаман да күптән шыпа тулғанына сүп-сар тултырыуҙарын дауам итәләр. 2011 – 2012 йылдарға планлаштырылған 35,6 саҡрым урынына ни бары ун километр самаһы оҙонлоҡтағы юлға ҡаты япма түшәлгән.
— Күрегеҙсе, ҡайһылай шәп оса!
— Әйтәм бит, шул тиклем дә оҫтарҙылар.
Аҡса елгә оса. Осһон ниңә, етәкселәрҙең кеҫәһенән сыҡмай бит. Бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән уларҙыҡына ла инеп ята торғандыр, үҙҙәре генә һиҙмәйҙер.
Юғалған намыҫ. Осҡан аҡсалар. Тик ни өсөндөр етәкселәр генә урындарында йәбештереп ҡуйған кеүек ныҡ ултыра. Хатта Ғәбдөк ауылын һыу баҫҡанда ла тиҙ арала барып хәлдәрен белергә урынынан ҡуҙғала алмағандар, имеш. Шул уҡ ваҡытта район етәксеһенә ниндәйҙер награда ла биргәндәр тип тә ишеткәйнем