Утһыҙ төтөн булмай08.11.2013
Утһыҙ төтөн булмай“Донъяла диндең, шул иҫәптән исламдың да ыңғай ғына булмаған сәйәсиләшеү процесы бара, – тине Рәсәй Президенты В. Путин Өфөлә Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының 225 йыллығына арналған тантанала. – Ҡайһы бер сәйәси көстәр исламдың Рәсәй мосолмандарына хас булмаған радикаль ағымдарын дәүләтселегебеҙҙе көсһөҙләндереү маҡсатында файҙалана, ситтән идара ителеүсе бәрелештәр зонаһына әүерелдереп һәм төрлө этник төркөмдәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, төбәктәрҙә сепаратистик кәйеф тыуҙырырға тырыша”.
Ил башлығының ҡырҡыу һығымталары ысынбарлыҡты сағылдырыуы менән көнүҙәк булыуына ҡарамаҫтан, бәхәсле, сөнки теге йәки был кире күренештәр өсөн тәүшарттар юҡ икән, улар зыян килтермәй.

Путин ризаһыҙлыҡ белдерҙе

Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, философия фәндәре докторы, Халыҡ-ара философия академияһының ғәмәли ағзаһы В. Степин яңы быуат баштарында уҡ “Общая газета”ла былай тип яҙҙы: “Террорҙың социаль тамырҙарын күрә белергә кәрәк. Ул – байҙарҙан үс алырға ынтылыу. Глобалләштереү барышы ҡаршылыҡ белдереүҙең экстремистик төрҙәрен әүҙемләштерә. 2020 йылда 10 миллиард кешенең 10 проценты ғына яҡшы йәшәйәсәк, ҡалғандары улар өсөн шарттар тыуҙырыу менән мәшғүл буласаҡ”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуға табан барабыҙ ҙа. Бөтә донъя финанс-иҡтисади көрсөгө алдынан Рәсәйҙә 32 доллар миллиардеры иҫәпләнһә, көрсөк аҙағына улар — 62-гә, былтыр 110-ға етте. Илдәге 140 миллион халыҡтың 30 миллионы фәҡирлектә көн күрә.
Өфөләге тантаналарҙың Мәскәүҙең Бирюлево биҫтәһендә булған сыуалыштарға һәм Волгоградта рейс автобусын шартлатыуға тап килеү сәбәпле, ошондай һығымталар тыуыуы тәбиғи кеүек. Проблема менән бәйле ваҡытлы матбуғат баҫмаларында сыҡҡан ҡайһы бер фекерҙәргә туҡталып китеү урынлы. В. Путиндың Федерация субъекттары башлыҡтарының милли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге һүлпәнлеге менән бәйле көслө ризаһыҙлығы айҡанлы Милли стратегия институты президенты М. Ремизов “Независимая газета”ла былай тип белдерә: “Этник енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүсе махсус көстәр юҡ”. Йәнәһе, ошо осраҡта ғына ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Милли мәсьәләне хәл итеүҙең бер сығанағын ҡайһы бер белгестәр сит ил граждандарын виза буйынса индереү йәһәтенән ныҡлы тәртип булдырыуҙа күрә. Дәүләт Думаһының Именлек комитеты рәйесе И. Яровая хатта закон проекты ла әҙерләп өлгөргән.

Эҙемтә һәм сәбәп
бер үк төшөнсә түгел

Фекерҙәр күп, әммә уларҙың авторҙарының ҡайһы бер мөһим аспекттарҙы урап үтеүе лә күҙгә ташланмай түгел. Беренсенән, күп милләтле дәүләттәрҙә милли ерлектәге бәрелештәр һәр саҡ булған, һәм киләсәктә уларҙан азат булыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, Һиндостанда – Халистан, Ҡытайҙа – Көнсығыш Төркөстан, Испанияла – Каталония, Бөйөк Британияла – Төньяҡ Ирландия һәм Шотландия, Канадала Квебек провинцияларын айырып алырға теләүсе көстәр әле лә юҡ түгел. Был — ҡотолғоһоҙ процесс, һәм ул ҙур милләттәре үҙ дәүләтен ҡорорға өлгөргән Европа ғына түгел, Көньяҡ Америка, Африка миҫалында ла асыҡ сағыла.
Икенсенән, милли мәсьәләне яйға һалыуҙа дәүләт аппаратының тырышлығынан бигерәк граждандар йәмғиәтенең позицияһы мөһим. Рәсәйгә килгәндә, был мәсьәләнең нисек хәл ителеүенә аңлатма биреү мохтажлығы юҡ, барыһы ла күҙ алдында. Хатта үҙен ошо өлкәлә белгес тип иҫәпләгәндәр ҙә “сыбыртҡы принцибы”нан башҡаны танымай. Ҡасандыр Өфөлә мосолмандарҙың Диниә назаратын астырып, мосолман төркиҙәр менән урыҫ дәүләте араһында килешеүгә өлгәшкән Әбей батшалар юҡ шул.
Өсөнсөнән, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, әллә бәхеткә күрәме, дин әһелдәре өсөн милләттәр юҡ, мөьминдәр генә бар. Аллаһы Тәғәләгә бөтә күңеле менән инанғандар дин тәғлимәтенә һүҙһеҙ буйһона, сөнки мосолман үҙе үк күндәмлекте аңлата. Дүртенсенән, милли ерлектәге бәрелештәрҙең төп сәбәбе, быны белгестәр ҙә инҡар итмәй – фәҡирлектә. Бар яраштыра, юҡ талаштыра, тигән боронғолар. Ошо айҡанлы күренекле философ А. Зиновьев 2002 йылда “Независимая газета”ла донъя күргән “Постсоветская идеосфера” тигән мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: “Советтарҙан һуңғы яңы социаль ҡоролош шарттарында миллиондарса кеше килешеп, ғәҙел, закон буйынса йәшәй аламы? Миллиондарҙы талау иҫәбенә байыған миллиардерҙар менән хәйерсе хәленә төшкән кешеләр килешеп йәшәй аламы? Рәсәйҙәргә хәҙерге хәле менән килешеп йәшәргә, проблемалар ҡуйыуҙан, хәл итеүҙе талап итеүҙән баш тартырға, тыңлаусан булырға, һүҙ көрәштермәҫкә тәҡдим ителә. Аҡыл һәм тойғолар менән идара иткән, уның бөйөк һәләкәтен аңламаған миһырбанһыҙ вариҫтар тарафынан мыҫҡылланған дәүер кимәлендәге идеялар заманы артта ҡалды”.

Милли проблеманы милләттәр үҙҙәре генә хәл итә ала

Нисек кенә инҡар итергә тырышмаһындар, мосолмандар һәм православныйҙар – икеһе ике төрлө цивилизация, сөнки бында телдәр һәм диндәр төрлөлөгө генә түгел, тарихи хәтер оҙонлоғо, мәҙәниәттәр боронғолоғо, әҙәп-әхлаҡ кимәле лә сағылыш таба. Ата-бабаларыбыҙ бынан өс быуат элек суҡындырыуға йән аямай ҡаршы торған икән, быны юҡҡа эшләмәгән. Ошо күҙлектән ҡарағанда, Милли дәүләт сәйәсәте стратегияһында бер яҡлылыҡ, йәғни урыҫ мәҙәниәтенә ҡараш тотоу өҫтөнлөк итә һәм Рәсәй Конституцияһының 2-се статьяһына ҡаршы килә. Ә унда Рәсәйҙә властың бер түгел, ә күп милләтле халыҡ ҡулында булыуы нығытылған.
Милли ерлектәге ҡаршылыҡтарҙы махсус хеҙмәттәр, шул иҫәптән именлек хеҙмәте кимәлендә генә хәл итергә тырышыу проблеманың мөһимлеген аңлап, баһалап еткермәүҙе күрһәтә һәм йәмғиәтте биҙәмәй. Милләттәр мәсьәләһенең хәҙерге этапта хәл ителерлек юлдары юҡ түгел. Ошо йәһәттән Татарстандың тәүге президенты М. Шәймиевтең бынан биш-алты йыл элек Федераль Йыйылышта Милләттәр Палатаһы булдырыу тураһында белдереүе иҫкә төшә. 1918 йылда большевиктар тарафынан ҡыуып таратылған Учредительный Йыйылышта үҙ мәнфәғәтен белдереү һәм ғәмәлгә ашырыуҙан мәхрүм ителгән Рәсәй халыҡтары глобалләштереү шарттарында ошо трибунанан булһа ла файҙалана алыр ине.


Вернуться назад