Ҙур байлыҡ ныҡлы һаҡлауға мохтаж08.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә арналған ултырышында мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

— Ябай кешене миллиард һумдарға һатып алынған аппаратура һаны ҡыҙыҡһындырмай. Уға медицинаның һәр кем файҙалана алырлыҡ булыуы, хеҙмәткәрҙәрҙең йылы мөнәсәбәте, дәүләт тарафынан гарантиялар ҡаралыуы мөһим. Ә беҙгә, республикала идара итеүселәргә, күрһәткестәр, айырым алғанда яҡшы демография кәрәк, — тине Президент Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы өс йылда һаулыҡ һаҡлауҙы замансалаштырыу буйынса программаны тормошҡа ашырыу өсөн 16,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сумманың иң күп өлөшө матди-техник базаны яңыртыуға, ярҙам күрһәтеүҙең берҙәм стандарттары системаларын ғәмәлгә ашырыуға, учреждениеларҙы мәғлүмәтләштереүгә йүнәлтелгән. Иң мөһиме — халыҡтың төрлө сирҙәр менән яфаланыуы кәмей башлаған. Былтыр 1 мең кешегә 847 ауырыу тура килгән.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда демография күрһәткестәре, Рәсәйҙеке менән сағыштырғанда, юғарыраҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда үлем осраҡтарының артыуы күҙәтелә.


Вернуться назад