Академик Мәжитов — Салауат Юлаев ордены кавалеры08.11.2013
Академик Мәжитов — Салауат Юлаев ордены кавалерыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нияз Мәжитовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Арҙаҡлы ғалим, “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығы директоры урынбаҫары юғары наградаға емешле йәмәғәт һәм ғилми эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булды.
Әйткәндәй, 9 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Нияз Мәжитовтың юбилей кисәһе була. Унда ғалимдың яҡташтары, фән әһелдәре, сәхнә оҫталары ҡатнаша. Сарала шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторола. Килегеҙ!
Тамаша киске сәғәт 5-тә башлана.

БЕЛЕШМӘ:

Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов 1933 йылдың 20 авгусында Ғафури районында тыуған. Пермь дәүләт университетын тамамлаған. 300-гә яҡын ғилми эш, шул иҫәптән 12 монография авторы. 1957 йылдан алып 2006 йылға тиклем ғилми хеҙмәткәр һәм отряд етәксеһе сифатында бихисап археология экспедицияларында ҡатнаша. Бөрө ҡәберлеге (Бөрө районы), Турбаҫлы ҡурғандары, Өфө-II ҡаласығы һәм башҡалар — уның тарафынан тикшерелгән төп ҡомартҡылар. Бынан тыш, Нияз Абдулхаҡ улы — Көньяҡ Уралдағы урта быуат археология ҡомартҡыларын асҡан ғалим.


Вернуться назад