Республикала берәү генә06.11.2013
«Хәмзә хажи» мәрхәмәтлек фонды етәксеһе, «Хәмзә» мәсете имамы Хәмзә хажи Ғәлләмов тураһында хәбәрҙар булмаған кеше юҡтыр. Уның халҡыбыҙ өсөн ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрлөк түгел. Күптән түгел Ҡариҙел районының Яҡуп ауылында “Туймөхәмәт” мәсетенең элекке бинаһы урынында яңы иман йорто асылыуы ла — Хәмзә хажи Ғәлләмовтың тағы бер изге ғәмәле.

Туймөхәмәт әүлиәнең мәсет урыны әле һаман бар. Ике быуат ваҡыт үтһә лә, таштан өйөлгән иман йорто стеналары ваҡыт һынауҙарына бирешмәгән, емерелмәгән. Бында эргә-тирә ауылдар, хатта республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән, сит өлкәләрҙән килгән кешеләр ата-бабаларының рухына аят уҡый, хәйер һала ине.
Бер нисә йыл элек яҡуптар мәсет һалдырыу тураһындағы уй-теләк менән Хәмзә хажиға мөрәжәғәт итә. Һөнәре буйынса архитектор булған диндар, мәсет тик таштан булырға тейеш, ти. Был теләген тормошҡа ашырыуҙа уға яҡын-тирәләге эшҡыуарҙар ҙа ҡушыла. Ауыл егеттәренән төҙөлгән бригада тиҙ арала мәсет манараһын күтәреп ҡуя, ҡыйығын яба. Быуаттар тарихын һаҡлаған таш өйөмдәре иһә рәшәткә менән уратып алына. Урындағы халыҡты мәсет өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙығанда һыуҙың таҙалығы, бер бөртөк тә ҡомдоң сыҡмауы таң ҡалдыра. Минераль һыу сығанағының булыуы ихтимал, тип, Хәмзә хәҙрәт һыуҙы тикшертергә биргән.
Таштан ғына һалынған мәсеттәр әлегә республикала юҡ. Етмәһә, ул шул тиклем зауыҡ менән биҙәлгән. Йома намаҙҙарына, дини байрамдар үткәрергә яҡуптар ихлас йөрөйәсәк.


Вернуться назад