Үҙемде ҡорбан итергә әҙермен31.12.2011
Үҙемде ҡорбан итергә әҙерменФәнил ҠОҘАҠАЕВ,
“Тамаша” журналының
баш мөхәррире:

— Ҡуян йылы минең өсөн уңышлы булды. Шәхси тормошомда ла, эшемдә лә байтаҡ шатлыҡлы мәлдәр кисерҙем. Яңыраҡ республика Журналистар союзы “Алтын ҡаурый” конкурсына йомғаҡ яһаны, “Иң яҡшы иллюстрацияланған журнал” номинацияһында еңеүсе булдыҡ. Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүебеҙгә лә ҡыуандыҡ. Журналыбыҙҙы тема йәһәтенән байыттыҡ, ижад даирәһен киңәйттек, тотороҡлолоҡҡа өлгәштек.
Тағы бер оло ҡыуанысым бар — олатай булдым. Ейәнсәрем Әминә — тормошобоҙҙоң бер биҙәге, өйөбөҙҙөң йәме лә. Мине барыһынан да нығыраҡ ярата, күрәһең, килеп инеү менән йылмая башлай. Ҡатыным Хәлимә Хәбир ҡыҙы менән ғаилә ҡороуыбыҙға 35 йыл тулыуҙы билдәләү ҙә Ҡуян йылындағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе булды.
Тыуасаҡ өр-яңы йылда күркәм юбилейымды билдәләйәсәкмен. Аҡһаҡалдар йәшенә етеүемде лә лайыҡлы ҡаршылап, матур итеп үткәрергә өмөт итәм. Әлбиттә, иң мөһиме — һаулыҡ. Үҙемә лә, башҡаларға ла ныҡлы сәләмәтлек теләйем.
Киләһе йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән берлектә артистарҙы дәртләндереү маҡсатында конкурс ойоштормаҡсыбыҙ. Фотобәйге лә үткәрәбеҙ. Ошо һәм башҡа ниәт-ынтылыштарыбыҙҙың ғәмәлгә ашыуына, журналдың тиражы артыуына, баҫмабыҙҙы яратып уҡыусыларҙың күбәйеүенә өмөт итәм.
Йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһынам, тип әйтә алмайым, шулай ҙа күҙ һалғылайым. Сағыштырып ҡараһаң, төрлө баҫмала фараздар төрлөсә, кәңәш-тәҡдимдәрҙә лә, иҫкәртеүҙәрҙә лә айырма ҙур була. Шуға күрә уға, нигеҙҙә, көлөмһөрәп ҡарайым.
Барыһын булмаһа ла, аждаһаның ҡайһы бер сифаттарын үҙемдә табам. Мәҫәлән, маҡсатыма ынтылам, бурысыма яуаплы ҡарайым, яҡындарым өсөн ошо януар һымаҡ үҙемде ҡорбан итергә лә әҙермен. “Йомшаҡ” яғымды белгәнгәлер, күптәр ярҙам итеүемде үтенеп йыш мөрәжәғәт итә. Ә мин, холҡома бәйле, баш тарта белмәйем.


Вернуться назад