Енәйәт һәм яза06.11.2013
Алтылағы – алтмышта
Республика перинаталь үҙәгендә була был хәл. 26 йәшлек ирҙең янсығы юғала. Бер аҙҙан шәфҡәт туташы ла:
“Минең сумкам юҡҡа сыҡҡан!” – тип һөрән һала.
Ҡаза күреүселәр шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Ҡараҡтың эҙенә тиҙ төшәләр – бығаса урлашҡаны өсөн 15 мәртәбә хөкөм ителгән 39 йәшлек ҡатын булып сыға ул. Быйыл мартта ғына иреккә сығарылған.
Алтылағы – алтмышта, тип халыҡ тиккә әйтмәгән икән. Баҡһаң, был ханым тәүге тапҡыр балалар баҡсаһында уҡ тәрбиәсенең сумкаһынан бер һум аҡсаһын сәлдергән дә туңдырма менән һыйланған. Хәҙер “уңған” ҡатын дауаханаларҙы “таҙартыу”ға тотонған. Палаталарҙан, бүлмәләрҙән сумкаларҙы йәһәт кенә эләктереп ала ла урамға сығып һыҙа.
— 2011 йылда был үҙәктә ошо уҡ уғрыны тотҡайныҡ, ул саҡта өс сумкаға “айыу майы” һөрткәйне, – ти Өфөләге Ленин районы полицияһының өлкән лейтенанты Артур Ямалетдинов. – Был көндә ул барлығы 15 мең һум самаһы табышҡа юлыҡҡан, бер өлөшөн араҡыға, наркотикка тотонған. Хәҙер уғрыға йәнә ике йыл төрмә янай.
Әсәйҙеке лә хәрәм түгел
— Өйөмә төшкәндәр!
Бәләбәй районының эске эштәр бүлегенә Знаменка ауылынан өлкән йәштәге әбей шундай хәбәр еткерә.
Баҡһаң, өйҙә юҡ саҡта әбейҙең өҫтәле, рабицаһы, һауыт-һаба йыуа торған машинаһы “аяҡланған”. Эҙләй башлайҙар. Полиция хеҙмәткәрҙәре һуңғы ваҡытта әбейгә улынан башҡа бер кемдең дә килмәгәнен асыҡлай, йоҙаҡ та боҙолмағанына иғтибар итә. Бынан тыш, ҡаза күреүсенең улы тәртип һаҡсыларына күптән таныш. 27 йәшлек ир урлашҡаны өсөн тимер рәшәткәле “йорт”та бер нисә тапҡыр “ял итергә” өлгөргән. Әммә бынан һуң да һабаҡ алмаған ул. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, наркотик тип үлеп бара, йыш ҡына әсәһенә, мин һине үлтерәм, тип янап ажарлана. Күптән түгел балта менән һыуытҡысын ботарлаған.
Әҙәм аҡтығы бер нисә көн туғандарында йәшенеп ятһа ла, полиция хеҙмәткәрҙәре уны барыбер эҙләп тапҡан.
Һөйгәнен аптыратырға уйлаған
Дүртөйлө ҡалаһындағы һынлы сәнғәт мәктәбе директорының “тәгәрмәсле дуҫы”н автомобиль йыуыу урынынан сәлдергәндәр.
Йомала йорто ҡаршыһындағы автойыуғысҡа килгән ханым бер юлы тәгәрмәстәрен ҡаратып алырға була. Сират байтаҡ булғанлыҡтан, уны йәкшәмбе генә килеп аласағын әйтә.
Шунда эшләгән егеткә машинаны ҡарарға ҡушалар. Ул, үҙ эшен теүәл үтәһә лә, ялтлап торған “Киа Рио”ны механиктарға тапшырырға ҡабаланмай һәм выжлатып киске ҡала буйлап сығып китә. Ә йәкшәмбе директор үҙ машинаһын үҙе танымай тора: иномарка әҙәм ҡарағыһыҙ булып бысранып бөткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә егет ғәйебен былай тип аңлата:
— Бер ҡыҙҙы оҡшатам, уны шаҡ ҡатырырға теләгәйнем.
Бығаса дуҫының 5 мең һум аҡсаһын урлаған егетте тәртип һаҡсылары күптән белә. “Шумахер”ға ҡарата енәйәт эше асылған.