Иң-иңдәр...06.11.2013
Айсберг
Оҙонлоғо — 335, киңлеге 97 километр булған айсбергтың дөйөм майҙаны 31 мең квадрат метр тәшкил иткән. Был Бельгия майҙанынан күпкә ҙурыраҡ. Уны Антарктида ярҙары эргәһендәге Скотт утрауынан 240 километр көнбайыштараҡ Америка хәрби-диңгеҙ көстәренең боҙватҡысы бортынан 1956 йылдың 12 ноябрендә күҙәткәндәр.
Шарлауыҡ
Венесуэлалағы Каррао йылғаһының тармағында Сальто Анхель шарлауығы бар. Уның дөйөм бейеклеге — 979, ә иң ҙур ағымының оҙонлоғо — 807 метр. Шарлауыҡ 1933 йылдың 16 ноябрендә үҙенең борт журналында был тәбиғәт мөғжизәһен тасуирлап яҙыусы Америка осоусыһы Джеймс Эйнджел (инглизсә — Angel) хөрмәтенә аталған. Урындағы халыҡ Чурун-Меру тип йөрөткән шарлауыҡтар тураһында тәүге тапҡыр 1910 йылда испан тикшеренеүсеһе Эрнесто Санчес ла Крус хәбәр иткән.
Океан
Эргәһендәге диңгеҙҙәрҙең майҙанын ҡушмайынса ла, Тымыҡ океан 166 241 700 квадрат километр ерҙе биләй. Был донъя океанының 45,9 процентын тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 3 940 метр.
Йылға
6695 километр оҙонлоҡтағы Нил йылғаһы Бурундиҙа башлана. Был йылғаны Көнсығыш Африкалағы Виктория күле туйындыра.
Тоҙло күл
Антарктиданың Райт үҙәнендәге Дон-Жуан күле шул тиклем тоҙло, ул хатта 53 градус һыуыҡта ла туңмай. Тоҙлолоғо 40,2 процентҡа тиклем етә. Сағыштырыу өсөн: Үле диңгеҙҙең тоҙлолоғо — 23,1, ә донъя океаныныҡы — 3,38 процент.