Файҙалы кәңәштәр06.11.2013
Нисек таҙартырға?

Яҙ етеү менән ҡала халҡы һыу һатып ала башлай, крандан аҡҡанын төрлө ысул менән таҙартырға тырыша.

Автомобиль бүлеп сығарған газдағы ҡурғаш тәүҙә тупраҡты, унан асыҡ һыу ятҡылыҡтарын бысрата. Эсәр һыуға бындай зарарлы матдәләр торба үткәргестең үҙенән дә бүленеп сыға.
Һыуҙың температураһы юғарыраҡ булған һайын ҡурғаш уға күберәк эләгә. Зарарлы матдәнең организмдан сыҡмайынса тупланып барыуы ихтимал. Был осраҡта ҡанда гемоглобин түбәнәйә, аш һеңдереү ауырлаша, нервы системаһы ҡаҡшай. Шуға күрә эсер өсөн крандан һыуыҡ һыуҙы ғына ҡулланырға кәрәк. Һыу торбаларҙа оҙаҡ торһа, ағыҙа биреп алыу һәйбәт. Составында активлаштырылған күмер булған фильтрҙарҙы файҙаланырға, кальцийлы һәм тимерле поливитаминдар эсергә кәрәк, улар эсәктәрҙә ҡурғаштың һеңеүен кәметә.
Һыуҙы зарарһыҙландырғанда хлор ҡулланыла, шуның арҡаһында тирелә аллергия ауырыуҙары барлыҡҡа килә. Һейҙек ҡыуығы һәм тура эсәк рагының сәбәпсеһе лә ул. Һыуҙы ҡайнатҡанда хлор кәмей. Ҡайнамаған һыуҙы быяла һауытта тондорорға кәрәк. Был осраҡта күмерле фильтрҙар ҙа ярҙам итә.
Радон уран менән торийҙың тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Эсәр һыуҙан, кухнялағы тәбиғи газ аша, ванналағы һыу быуланғанда һауаға эләккән радон бик зарарлы. Шуға күрә ваннала оҙаҡ ятырға кәңәш ителмәй.


Вернуться назад