Рәсүл СӘҒИТОВ,
журналист, яҙыусы:
— Йылдарҙы һайлап алып булмай. Маҡталған Көнбайышта ла шулай. Юғиһә магазинға инеп, һатыусынан тыуасаҡ йылдың сифатын һорашып һатып алырға, оҡшамаған урындары, төҫтәре, еҫтәре булһа, икенсеһенә алмаштыртыр инек.
Был һәйбәт тә, сөнки ул саҡта донъяла буталсыҡлыҡ хөкөм һөрөр ине. Һәр кем үҙенә оҡшағанын ғына һайлаһын әле!.. Хәҙер ҙә әллә ни тәртип юҡ: үҙебеҙ йылды 1 ғинуарҙан башлайбыҙ, ә март айында баш алған Көнсығыш календары буйынса Ҡуян, Аждаһа йылы тигән булабыҙ. Тәртип булһын инде ул. Ваҡыт ағышында бер йыл да төшөп ҡалмаһын, юғиһә сылбыр өҙөлә, күсәгилешлелек булмай. Китапты биттәрен һикерә-һикерә уҡыған кеүек килеп сыға. Тарих өсөн әлеге бәйлелек мөһимдер. Мәҫәлән, былтыр аяуһыҙ ҡоролоҡ булмаһа, яман тип тарих арбаһынан ырғытылһа, быйылғы йылдың ошо яҡлап ниндәй шәп икәнлеген, бәлки, бөтә тәрәнлегендә төшөнмәҫ инек.
Дөйөм алғанда, 2011 йыл шәп булды, тормошомдағы байтаҡ күркәм күренештәр һәм үрҙәр яулатҡаны өсөн уға ифрат рәхмәтлемен.
Нимә көтәмме? Изгелек кенә. Үҙемә, яҡындарыма, республикама һәм илемә. Беҙҙең халыҡта “Кемдеке — шуныҡы” тигән бик шәп әйтем бар. Уға ғәм дә, сәм дә һалынған. Илем тиңдәр араһында тиң булып, тағы юғарыраҡ күтәрелеп, ниндәйҙер кире күренештәргә бәйләп түгел, ә һоҡланыу, өлгө алыу йәһәтенән телгә алына башлаһын. Әҙәм балаһының ғәзиз ғүмере ваҡ-төйәк көнкүреш шарттары өсөн генә сарыфланыуы дөрөҫ түгел. Аллаһы Тәғәлә уны донъяға яралтҡан икән, тимәк, кеше ундағы иң һәйбәт нәмәләргә, шул иҫәптән уңайлы йәшәү шарттарына, лайыҡ та баһа.
Юҡ, йондоҙнамәгә ышанмайым, сөнки динебеҙ итеп Исламды алғас, уға иғтибар итергә тейеш түгелбеҙ, ул шайтан эше тип баһалана. Шулай ҙа фараз ҡылыуҙарға әһәмиәт биреүселәрҙе һис ғәйепләмәйем. Арыу тормош вәғәҙәләнеп, кеше шуға ышанып, ихлас ынтылһа, ниндәйҙер үргә менһә, һис тә насар түгел. Күктәге йондоҙҙарға, айырыуса ҡышҡы һыуыҡ төндәрҙә, ҡарап торорға яратам. Бындай мәл, тәбиғи, ауылда ғына була, унда ғына күктәр аяҙ, төтөн, ыҫ менән ҡапланмаған. Әле шуның өсөн ҡышҡы каникул осорон ашҡынып көтәм.
Үҙемдә аждаһа сифаттарын тояммы? Әллә инде, уны бер ваҡытта ла тере килеш күргән булмағас, табында бергә ултырмағас... Табында тигәндәй, кешене күберәк мәжлестә һынайым. Зәм-зәм һыуын уртлағас та тәртибен үҙгәртеп ебәрмәһә, ысын күңелдән ҡыуанам. Аждаһа бит йылдарға исем биргән хайуан һәм ҡош-ҡорт араһынан бер үҙе мифик зат, шуға күрә сифаттары ла күп кенә. Шуларҙың ҡайһы берҙәре үҙемә тура килә тип уйлайым. Ике йөҙлө түгел шикелле, быныһы — һәйбәт. Һығылмалылыҡтың булмауы хөртөрәк. Мин дә тураһын әйтеп, туғаныма ярамай ҡуям. Үҙең тураһында һөйләүе ауырыраҡ, шулай ҙа, Аждаһа кеүек үк, һәр нәмәгә ижади ҡарайым, шул арҡала ауырлыҡтарға ла осрайым. Уның ҡарауы, эшемдең һөҙөмтәһен күргәндә ысын күңелдән ҡыуанам. Аждаһа йылында тыуыусылар тураһында һәр хәл-ваҡиғаға үҙ фекере бар, тиҙәр икән, шулар араһында үҙемде лә төҫмөрләйем.
2012 йылда ла имен-аман йәшәйек, ҡәрҙәштәр!