Лицейҙа — мәртәбәле ҡунаҡтар06.11.2013
Лицейҙа — мәртәбәле ҡунаҡтарҠунаҡ килгәнде кем яратмай икән! Был көн баш ҡаланың 46-сы лицейы уҡытыусылары, уҡыусылары күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Белем усағына республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов, Мәскәү ҡалаһы мэры кәңәшсеһе, “Сколково” идара итеү мәктәбе ректоры Андрей Шаронов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов кеүек мәртәбәле шәхестәр килде.
Ҡунаҡтар мәктәп менән танышыуҙы Ольга Шаронова исемендәге информатика кабинетынан башланы. Кем һуң Ольга Шаронова?
Ул ошонда белем алған, уҡыу йортон алтын миҙалға тамамлаған. Мәскәүгә киткәс тә, ҡыҙ туған мәктәбен онотмай: ярҙамлашып тора. Ольга вафат булғас, тормош иптәше Андрей Шаронов та бында юлды һыуытмай. Былтыр уның ярҙамы менән лицейға ремонт эшләнгән, компьютер класы кәрәкле йыһаздар менән байытылған, физика, химия кабинеттары тулыландырылған.
Был мәлдә уҡыусылар “Өфөнөң иҫтәлекле урындары” тигән сайт төҙөү менән мәшғүл ине. Ҡунаҡтар уларҙың эшен ҡыҙыҡһынып күҙәтте һәм ҡыҫҡа ғына арала ҡалабыҙ хаҡында күп мәғлүмәт алды. Рөстәм Хәмитов:
– Бындай тәжрибәне республикаға килгән башҡа ҡунаҡтар өсөн дә файҙаланыу йәтеш булыр ине, – тине.
– Вәт, ә! – Химия кабинетындағы йыһаздарға барыһы ла һоҡланып ҡуйҙы. Бында тәжрибә үткәреү, дәресте ҡыҙыҡлы һәм фәһемле итеп ойоштороу өсөн барлыҡ мөмкинлек бар. Уҡыусылар алмалағы – тимер, һыуҙағы водород иондары миҡдарын тикшерә ине.
Физика кабинетында ла дәрес йәнле барҙы. Музей ҙа ҡунаҡтар күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Мәктәп тарихы, уҡытыусылар, мәктәпте тамамлағандар тураһында бай мәғлүмәт тупланған.
– Лицейҙағы ҡорамалдар бөгөн балаларға төплө белем биреүҙә мөһим урынды биләй, – тине республика етәксеһе. – Бындай тәжрибәне хупларға, барлыҡ республика мәктәптәренә күрһәтергә кәрәк.
Әйткәндәй, 1936 йылда нигеҙ һалынған мәктәптә бөгөн балалар физика-математика, гуманитар, профессия һайлауға әҙерлек йүнәлешендә төплө белем ала. Лицей Мәскәүҙәге уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған – иң өлгөлө уҡыусылар, уҡытыусылар йыш ҡына баш ҡалаға сәйәхәт ҡыла.
– Лицейҙа күргәндәр оҡшаны. Тик бына ҡорамалдарҙың үҙебеҙҙеке түгел, ә сит илдеке булыуы йәл, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ә Андрей Шаронов киләсәктә лә лицей менән хеҙмәттәшлек итәсәген белдерҙе, балаларға яҡшы уҡыуҙарын теләне.


Вернуться назад