"Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк иткәнһең..."02.11.2013
"Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк иткәнһең..."Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейына ошо сараға саҡырҙылар. Гөлнур Мамлиева апай менән юлға сыҡтыҡ.

Залда — боронғо башҡорт кейемдәренән ойошторолған күргәҙмә, ҡатнашыусылар ҙа милли кейемдә, хатта эскәмйәләргә лә ҡорамалар түшәлгән. Үҙебеҙҙе әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис иттек. Кисәне музей директоры Рәмилә Лотфуллина менән Фирүзә Сафина бик фәһемле итеп алып барҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо милли кейеме ниндәй булырға тейешлеген асыҡлау төп маҡсат итеп алынғайны.
Музейҙағы милли кейемдәрҙән тыш, бөгөн ошо шөғөлдө дауам иткән оҫталарҙың күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Тәүгеләрҙән булып "Әхирәттәр" фольклор төркөмө ағзаларының береһе — Үтәгән ауылынан уҡытыусы-ветеран Шәмсиә Мофаззалова үҙенең экспонаттары менән таныштырҙы. Мәрйендән эшләнгән ҡашмауҙары, селтәрҙәре, һарауыстары, һабантуйҙа һыбайлылар бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн махсус теккән серге һәм ат түшенә ҡуйыу өсөн яһалған әйберҙәрҙең нескәлектәре хаҡында ентекләп аңлатты. Зауыҡ менән башҡарылған оҫталыҡҡа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла хайран ҡалды, фотоға төшөрөп алды. Әйткәндәй, район һабантуйында Шәмсиә апай Мофаззалова — һыбай, ә ике туған ағаһы Таһир Кусимовтың атты тотоп төшкән фотоһы бик күп журналдарҙа, китаптарҙа баҫылып сыҡҡан.
Тал Ҡусҡары ауылынан Гөлнур апай Мамлиева музейға тапшырылған милли ҡомартҡылары менән таныштырып ҡына ҡалманы, районда тамъян, ҡыпсаҡ, бөрйән, күбәләк ырыуҙарының кейеменә хас төп үҙенсәлектәрен дә билдәләне. Ул – сәсәниә лә, фольклорсы ла. Ғөмүмән, күп тарихи мәғлүмәттәргә эйә булған үҙе бер оло хазина.
"Түңгәүер" фольклор төркөмө ағзалары Зифа Ҡадирова менән Рәшиҙә Мөхәмәтдиновалар иһә Ишҡол ауылында тегелгән милли кейемдәрен күрһәтте.
Байым мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән "Күбәләк биҙәктәре" фольклор ансамбленең 12 ағзаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең бай экспозиция менән килеүе үҙе үк уларҙың районда иң яҡшы мәҙәниәт усағы булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Магнитогорскиҙа башҡорт бейеү ансамблен ойоштороусыларҙың береһе Мәүлиҙә Сөнәғәтова (хәҙер ансамбль етәксеһе), уҡытыусы-ветеран Гөлнур Мамлиева күргәҙмәләге кейемдәр менән таныштырҙы. Унда 50-се йылдарҙа тегелгән "күбәләксә" туй күлдәге лә бар ине. Ансамблгә кейем һайлағанда мәҙәниәт йорто етәксеһе Марс Сәйетғәлин, сәсәниә Гөлнур Мамлиева, Розалия Солтангәрәева менән кәңәшләшеп, күп сығанаҡтарҙы өйрәнгән. Унан һуң ансамбль ағзаһы Сулпан Заһретдинова күлдәк-камзулдар теккән. Яулыҡтарҙы иһә яҡташтарына филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова Төркиәнән алып ҡайтып бүләк иткән.
Әбделғәзе ауылынан сәсән Шафиҡ Әминев-Тамъяниҙың килене Әлнисә Әминеваның селтәрҙәрен дә ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Йәштәрҙең дә үҙ оҫталары бар. Мәҫәлән, Ҡаҙмаш ауылынан Гөлнәфис Әһелова, был юлы күргәҙмәлә ҡатнашмаһа ла, осрашыуҙан күп файҙа алды. Өләсәһенең оҫталығы уға ла күскәндер, күрәһең. Милли кейем һәм ҡорамаларҙы ифрат оҫта эшләй. Хатта йырсы Алһыу Бәхтиеваға селтәр бәйләп тапшырған.
Кисәнән барыһы ла күңелдәренә дәрт алып, рухи байлыҡ өҫтәп, ҡанатланып ҡайтты.


Вернуться назад